Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иң матур күлдәк теккән ҡыҙ
Иң матур күлдәк теккән ҡыҙАрабыҙҙа эшҡыуарлыҡ “дилбегәһен” уңышлы тартҡан гүзәл заттарыбыҙ байтаҡ. Уларҙы “бизнес-леди” тип атарға күнеккәнбеҙ. Һәр төбәктең йөҙөн билдәләрлек, үҙҙәренең булмышына, йәшәйешенә һәм яратҡан шөғөлөнә тоғро ҡалып, унан йәм һәм ҡыуаныс табып, башҡаларға шатлыҡ өләшеп йәшәгән ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙарҙы һәр ерҙә осратырға мөмкин. Тап шундайҙарҙың береһе Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа йәшәй. Сафия Мансурованың “Лилиә” салон-ательеһы райондаштарын ғына түгел, күрше Баймаҡ районы, Межгорье, Магнитогорск ҡалаһы халҡын да хеҙмәтләндерә.
Тупаҡ ауылында донъяға килгән ҡыҙ бала саҡтан уҡытыусы булырға хыяллана. Тормош шаяртыуымы, әллә Хоҙай ҡушыуымы, уйламағанда һигеҙенсе класты тамамлаған Сафия тегенсегә уҡырға керә. Күңелендәге “иң матур күлдәк”те тегеп кейергә хыялланған ҡыҙ училищены яҡшы тамамлай. Бигерәк тә ул саҡта магазин кәштәләрендә йәнең теләгән кейемде һайлап алыу мөмкинлеге булмағас, шөғөлө ниндәйҙер кимәлдә кәрәкле һәм ҙур һорау тыуҙырасағына ышана. Ҡатын-ҡыҙ күлдәгенән алып ирҙәр пальтоһына тиклем тегә белгән универсал тегеүсе сифатында Асҡарға ҡайтҡас, ике йыл халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинатында эшләй. Шулай ҙа күңелендәге бала саҡ хыялы тынғы бирмәй, йырларға, бейергә яратыуы, бөтә мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәүе йәш ҡыҙҙы йәнә Өфөгә алып килә. Был юлы 2-се педагогия-музыка училищеһына инеп, баян класында белем ала, артабан Башҡорт дәүләт университетының география факультетын тамамлай.
Иң матур күлдәк теккән ҡыҙ1974 йылда Асҡарға ҡайтып, музыка мәктәбендә – баян класын, Пионерҙар йортонда – хор түңәрәген, мәктәптә музыка дәрестәрен алып бара геройым.
– Ул йылдарҙа эшкә атлап түгел, осоп йөрөнөм, – тип хәтерләй Сафия Сәләх ҡыҙы. – Тап шул ваҡытта һөнәремдең күңелемә ни тиклем яҡын булыуын, яратҡан эшемдең ни тиклем шатлыҡ килтереүен аңланым. Һәр көнөмдө ниндәйҙер яңылыҡ буласағына ышанып ҡаршы алдым, уҡыусыларымдың район буйынса үткән бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнашып, оло уңыштарға өлгәшеүен, уларҙың йылмайыуын күреү хеҙмәтемә дәрт кенә өҫтәне.
1977 йылда Ишҡол ауылы егете Нуриәх­мәт менән сәстәрен сәскә бәйләгәс, йәштәр егеттең ауылында төпләнергә ҡарар итә. Унда биш йыл йәшәгәс, Асҡарға, артабан Межгорьеға күсенәләр. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, Сафия Сәләх ҡыҙы һәр ерҙә хор коллективы, вокаль ансамблдәре төҙөп, төрлө художество-үҙешмәкәр смотр­ҙарҙа, концерт-конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Сәхнәләге уңыш­тың яртыһы өҫ-кейемгә бәйле булыуын тап шул йылдарҙа төшөнә ул. Тәрбиә­ләнеүселәренең тамашасы алдында ниндәй сәхнә костюмында сығыш яһау­ҙарына ныҡлап иғтибар итә. Күрәһең, тегенсе һөнәре үҙ мәлен көткәндәй, ваҡыты-ваҡыты менән үҙенең барлығын иҫкәртеп, ханымдың күңеленә ойотҡо һала башлағандыр.
Иң матур күлдәк теккән ҡыҙСит яҡтарҙа ни тиклем яҡшы булһа ла, Мансуровтар тыуған яҡтарына ҡайтыуҙы хуп күрә. Тырыш ҡатын Әбйәлил районы хакимиәтендә әйҙәүсе белгес булараҡ эш башлай. Күптәрҙең эшҡыуарлыҡҡа килгән мәле: кемдер үҙ магазинын аса, икенселәре ниндәйҙер шөғөлдө үҙ итә. Һәр яңылыҡты үҙенсә ҡабул итергә күнеккән, заман менән йәнәш атларға яратҡан геройымдың күңелендә “Әгәр ҙә үҙ эшебеҙҙе асып ҡарағанда?” – тигән һорау тынғылыҡ бирмәй. Тормош иптә­ше ҡатынының теләгенә ҡаршы кил­мәгәс, тәүәккәл Сафия Сәләх ҡыҙы аҙыҡ-тү­лек магазины асып ебәрә. Һәр эшкә ижади эҙләнеү, мәҙәни ҡараш ташлап кү­неккән гүзәл зат был юлы үҙ эшенән ләззәт тапмай. Ҡыҫҡаһы, әйберҙәрҙе ҡайҙандыр барып алып, уны һатып алыусыларға тәҡдим итеү Сафия Мансуроваға ҡәнә­ғәтлек килтермәй. Шунлыҡтан ул күңеле ятҡан, үҙенә лә, башҡаларға ла матурлыҡ, ҡыуаныс килтергән яңы шөғөлгә тотонорға хыяллана. Таба ул уныһын да. Алда әйтеүемсә, “төптә, тәрәндә” ятҡан тегенселек, дөрөҫөрәге, тегенсе дипломы йәнә үҙенең барлығын һиҙҙертә – күңелендә юғары класлы ателье асыу хыялы ярала. Тегенселәр эҙләү еңелдән булмай. Ҡасан­дыр үҙе эш башлаған көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинаты күптән ябылған, хеҙмәткәрҙәре төрлөһө төрлө урынға урынлашҡан булып сыға. Шулай ҙа таба ул үҙенә кәрәкле тегенсене: Рәдилә Харисова – тәүге көндән алып бөгөнгәсә үҙ эшен яҡшы белгән оҫталарҙың береһе. Бер теген машинаһында башланған шөғөлгә быйыл ун йыл буласаҡ.
Эшенә тәүге башланғыстар һалыу менән уңған ҡатын нисек тә ательеның үҙ бинаһы хаҡында хыяллана башлай. Бер үк урында магазин да эшләгәндә, тип тә уйлай ул. Әммә төҙөлөш башлау еңелдән булмай. Теләктең генә түгел, мөмкинлектәрҙең дә булыуын оноторға ярамауын тап шул саҡта үҙ иңендә яҡшы тойған эшҡыуар, район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙовҡа бара. Элекке түрәләр кеүек йомошон тыңлар ҙа бер эш ҡылмаҫ, тигән уй менән килһә лә, был юлы тәрән яңылышыуын аңлай. Күп тә үтмәй, Сафия Мансурованы район хакимиәтенә саҡыралар, ателье төҙөү өсөн ер урыны бүленеүе хаҡына белдереп, урын һайларға тәҡдим итәләр. Комиссия ағзалары менән бер нисә урынды ҡарағас тап бөгөн урынлашҡан ерҙе һайлай һәм яңылышмай. Асҡарға кергән урында, иркен һәм уңайлы ерҙә, урынлашҡан ул “Лилиә” салон-ательеһы. Бөгөн бында ун кешегә эш урыны булдырылған, филиалы үҙәк баҙарҙа ла эшләй. Ике ҡатлы бинала тегеү цехы менән йәнәш фурнитура, туҡымалар кибете лә урын алған.
– Магазиндың булыуы беҙҙең өсөн дә, халыҡ өсөн дә бик уңайлы, – ти геройым. – Кемдер тауар һайлап, шунда уҡ үҙенә кәрәкле әйберҙе тегенселәргә ҡалдырып китә. Икенселәре салбарының, күлдәгенең замогын алмаштырырға алып килһә, бәғзеләре постель кәрәк-яраҡтарына заказ бирә, ҡайһылары әҙер продукцияны һатып ала.
Иң матур күлдәк теккән ҡыҙ“Лилиә” салон-ательеһы район халҡына кейем тегеү һәм йүнәтеү эшенә бәйле төрлө хеҙмәттәр күрһәтә. Айырыуса йорт һәм офистар өсөн ҡорғандарға, ламбрекендарға заказдар күп. Шулай ҙа тегенселәрҙең төп клиенттары – мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр, матур һәм зауыҡлы кейенергә яратҡан нәзәкәтле ханымдар. Бейеү ансамблдәре, хор коллективтары күмәртәләп заказ ҡалдырһа, һабантуй, йылды йомғаҡлау саралары өсөн махсус таҫмаларҙы әҙерләү бурысы ла тап тегенселәр өлөшөнә төшә.
Әбйәлилдә талантлы халыҡ йәшәй ти­гәнде йыш ишетәбеҙ. Был ысынлап та шулай, балалар баҡсаһынан алып мәк­тәпкәсә, хеҙмәт коллективтарынан алып һәр ауылға тиклем бында бейеү ансамбл­дәре ойошторолған, унда меңдәрсә кеше бейей, шунса бейеүсегә сәхнә костюмдары тектерәлә. Икенсенән, райондан йыл һайын “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында тиҫтәләрсә яңғыҙ, коллектив ансамблдәр сығыш яһай, уларҙың һәр бейеүе өсөн костюм тегелә. Уйлап ҡарағанда, ателье оҫталары өсөн буш ултырырға ваҡыт та юҡ. Киләсәктә күрше райондарҙа филиал асырға уйлайбыҙ, ул сағында күршеләр бында килеп мәшәҡәтләнмәҫ ине, ти Сафия ханым. Шулай уҡ сәхнә өсөн аяҡ кейемдәре, ситектәр тегеү эшен дә яйға һалмаҡсылар. Әлегә был эште башлау өсөн тегенсенең булмауы ғына бер аҙ тотҡарлыҡтар тыуҙыра. Шулай уҡ ир-азаматтарыбыҙ өсөн өҫ кейемдәре, башҡорт орнаменттары менән булған жилеттар тегеү ҙә ҡарала.
Бөгөнгө баҙар шарттары ниндәй тауарҙарға һорау тыуҙыра, шундуҡ уны Сафия Сәләх ҡыҙы тойоп ҡала һәм уны тормошҡа ашырыу сараһын да таба. Һуңғы ваҡытта әсәй һәм өләсәйҙәрҙең үҙ ҡыҙҙарына милли кейемдәге башҡорт ҡурсаҡтарын бүләк итеүе матур ғәҙәткә әйләнә бара. Шунлыҡтан оҫта ҡуллы тегенселәр ҡурсаҡтар өсөн милли кейемдәр тегә, уларҙы ҡурсаҡтарға кейҙереп тә, айырым да һатыуға ҡуя. Бигерәк тә милли орнамент менән эшләнелгән баш кейемдәре, төрлө стилдәге заманса күлдәктәр, сәхнә кейемдәре ҙур һорау менән файҙаланыла. Әбйәлилдә һәр ҡатын-ҡыҙҙың башҡорт кейеме бар, тип күп тапҡыр яҙғаным бар. Көн һайын йәшенең дә, олоһоноң да ательеға килеп, үҙенең ырыуының биҙәктәрен һалдырып, япмалар ҡуйҙырып, таҫмалар менән нағышлап, милли кейемдәргә заказ биреүе был һүҙҙәргә йәнә бер ҡат ҡеүәт өҫтәй.
Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре тигәндәй, бер урында тапанырға яратмай Сафия ханым. Үҙенең эштәре, коллекцияһы менән Башҡортостан, Рәсәй кимәлендәге, төбәк-ара, халыҡ-ара әһәмиәтендәге форумдарҙа, конкурс-фестивалдәрҙә даими ҡатнаша. Ике йыл рәттән “Евро-Өфө-Азия” мода форумында ҡатнашып, “Ҡупшы кейем”, “Арт-дизайн” номинацияларында II һәм III дәрәжә дипломдар яулай. Шулай уҡ Өфөлә үткән “Көҙгө мода аҙнаһы” фестивале дипломанты була. Әле улар Мәсетле районында үтәсәк “Һомай” конкурсына һәм район һабантуйына ҙур әҙерлек алып бара.
Коллективтың үҙ-ара татыу һәм берҙәм икәнлеге шундуҡ күҙгә ташлана: бер-береһенә ҡарата яҡшы мөнәсәбәт, йылылыҡ, ижади мөхит булдырылған бында. Етәксе үҙенең һәр хеҙмәткәренә оло хөрмәт һәм ышаныс менән ҡарай. “Ҡыҙҙарым шул тиклем эшкә маһир, ҡулдарына күҙ эйәрмәй, һәр нәмәне тиҙ үк отоп ала”, – тип һөйөнә Сафия Сәләх ҡыҙы. Әйткәндәй, тап ошонда ҡанат нығытып, тәүге эш алымдарына төшөнгән биш ҡыҙ бөгөн райондың төрлө ауылдарында үҙҙәренең эшен асҡан. Сибай, Магнитогорск ҡалаларының ҡайһы бер уҡыу йорттарында белем алған студенттар бында килеп практика үтә, оҡшатҡандары артабан эшкә ҡала. Мәҫәлән, Михайловка ауылы һылыуы Сафия Шакирова практика үткәндән һуң, эште яратып, хеҙмәт юлын ательела башлаған.
Баянда өҙҙөрөп уйнаған, йөрәктәргә үтеп инерлек моңо менән бар тамашасыны әсир иткән, дәртле бейеүҙәре менән күңелдәрҙе арбаған Сафия Мансурованың яңы шөғөлгә тотоноп, был юлы ла ҙур уңыштарға өлгәшеүенең серен һорағас, ул мөләйем генә йылмайып: “Уның сере бик ябай. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, ниндәй генә эшкә тотонһам да яратып, ихлас күңелдән башҡарам”, – ти.
Ғаиләһендә лә уңған минең геройым. Тормош иптәше менән ике ул һәм ательеға исем биргән Лилиә исемле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Таһир һәм Ренат улдары юрист һөнәренә эйә булып, икеһе лә Өфөлә йәшәһә, Лилиә Санкт-Петербург кино һәм телевидение университетының режиссура факультетын тамамлап, ошонда уҡ үҙ эшен һәм бәхетен тапҡан. Биш ейән-ейәнсәргә бәхетле өләсәй ҙә ул Сафия Сәләх ҡыҙы. Хәҙер подиумдарҙа уның теккән кейемдәре менән килендәре һәм ейәнсәрҙәре сығыш яһай.
Ағасты – япраҡ, кешене сепрәк биҙәй, ти халыҡ мәҡәле. Матур һәм зауыҡлы милли орнаменттар һалынған, заманса ҡулайлаштырылған кейемдәргә өҫтөнлөк бирәһегеҙ икән, килегеҙ Асҡарға! Бөгөн гүзәл заттарыбыҙ милли биҙәүестәргә, һаҡал-ҡашмауҙарға, алмиҙеү һәм хәситәләргә ҙур иғтибар бирә башланы. Был йәһәттән дә Сафия ханымдың ҡул оҫталары күптән инде эш башлаған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 207

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 399

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 505

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 219

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 199

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 506

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 698

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 740

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 1 485

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 519