Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Буржуй” тиһәләр ҙә…
“Буржуй” тиһәләр ҙә… Әңгәмәсемдең кем менәндер телефондан һөйләшкән мәленә тура килдем (хәйер, шылтыратыуҙар аралашҡан ваҡытта ла тынманы). Диалогтың эстәлеген ҡағыҙға төшөрмәй генә мәғәнәһен билдәләге килә. Һөйләшеү ҡыҙыу бара: сетерекле мәсьәлә ҡарала бит – аҡса менән эш итеү еңел түгел шул. Ике яҡ та бирешергә теләмәй, шулай ҙа мәҡәләм геройының һүҙе өҫкә сыҡты.
Бәйләнештең теге осондағыны ҡыйыу дәлилдәре менән күндереп ҡуйҙы ул. Һүҙ ҡыҫтырыу түгел, өтөр ҡуйырлыҡ та урын ҡалдырманы дәғүәсеһенә. Күренеш ирекһеҙҙән шундай һығымта яһарға этәрҙе: әңгәмәсем урынында булһам, билләһи, иртәгә үк эшләрбеҙ, тип телефон аша дәғүә белдереүсенән еңелер инем. Эйе, башланғыс капиталың, бәйләнештәрең һәм идеяң булыу һинән уңышлы эшҡыуар сығыр тигәнде аңлатмай икән әле. Үҙеңде тота белеү, тәүәккәллек, сыҙамлыҡ, аналитик фекер йөрөтөү һәм башҡа бихисап сифаттарға эйә булыуҙы талап итә “бизнес” тип нарыҡланған өлкә.
…Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә уңышҡа өлгәшкән ҡатын-ҡыҙҙы яҡтыртыу маҡса­тында Наталья Ишмырҙина менән осра­шырға алдан һөйләшһәк тә, әңгәмә уның үтенесе буйынса кисектерелә килде. Эше күп булыу ғәләмәте генә түгел ине, миңә ҡалһа, тыйнаҡлыҡ һаҡларға тырышты Наталья Айрат ҡыҙы. Ғәмәлдә иһә күрһәтерлек уңыштары күп йәш ҡатындың: “Клевер” тип аталған визитканан алып баннерҙарға тиклем етештергән реклама агентлығын булдырыуын, ойошмаға етәкселек итеүен генә билдәләмәйем, бағыусылыҡ, мохтаждарға ярҙам һымаҡ изге ғәмәлдәрҙе лә башҡара ул. Быныһы бигерәк тә иғтибарға лайыҡ – тик йәнә инсафлыҡ, ябайлыҡ…
Был йәһәттән мәҡәлә геройы менән бәйле бер-ике ваҡиғаға туҡталғы килә: күптән түгел ул ҡурҡыныс диагноз ҡуйылған бер кескәй ҡыҙҙы сит илдә тикшереү һәм дауалауға аҡса йыйыу өсөн ҙур акция ойошторҙо. (Әлеге мәлдә бала тикшеренеү үтә.) Бынан тыш, Ишмырҙиндарҙың рухлы ғаилә булыуын да танырға кәрәк: бер нисә йыл элек ҡалала йәшәгән милләттәштәренә бер һүҙһеҙ ике тиҫтәгә яҡын дана гәзит яҙҙыртты Натальяның тормош иптәше Ринат. Стәрлеләр уны кеше дауалаусы булараҡ белә, әммә күрешеүҙең төп маҡсаты – бизнес.
Әйтергә кәрәк, Натальяның үҙе менән яҡындан таныш булмаһам да, күптән ишетеп белә инем инде. Тарихта ғына ҡалған Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында эшләгәндә уның уҡытыу алымдары тураһында бер нисә студенттың диалогынан төҫмөрләнем. Буласаҡ иҡтисад белгестәренә тос миҫалдар, мауыҡтырғыс әңгәмәләр аша үҙенсәлекле итеп һабаҡ биргән ул.
Эйе, уңышлы бизнес-леди ҡасандыр уҡытыусы булып эшләгән. Хәйер, ғәжәпкә ҡалдырыр күренештәр алда икән әле:
– Тәүге һөнәрем буйынса мин балалар менән эшләүсе педагог, – тип тормош юлын барлай әңгәмәсем. – Аҙаҡ гәзиттә һеҙҙең һымаҡ төрлө өлкә буйынса мәҡәләләр яҙҙым, бер саҡ реклама ойошмаһында тир түктем. Ҡайҙа һәм кем сифатында тәжрибә туплауыма ҡарамаҫтан, бер ҙә үкенмәйем. Булдырған эшемдең нигеҙе шуларҙан килә, – тине Наталья.
Бигерәк тә эшҡыуарҙың декрет ялына бәйле мажаралары иғтибарға лайыҡ. Өлкән улы Морат тыуғас, Наталья дүрт айҙан һуң эшкә сыға. Автомобилдәр һатыу йүнәлешендә үҫешкән компанияға был менеджер шул тиклем ҡиммәт була, хатта йәш әсәгә балаһы янында торһон өсөн офиста махсус бүлмә әҙерләйҙәр. Ошоларҙы иғтибарға алғанда ла, әңгәмәсемдең ни тиклем үҙ эшенең оҫтаһы икәнлеген төҫмөрләргә мөмкин. Ә бына Марат исемле икенсе малайы донъяға килгәс, Наталья ун көндән үк эшкә сыға. Шулай ҙа рекордты кинйәбикә Тамила ҡуя – сабый бер нисә көнлөк кенә сағында уҡ әсәһенә ҙур компанияға “идара итешә” башлай.
Һиҙеп торам, ошо урында әсә наҙы, әсә тәрбиәһе, балаға бүленгән ваҡыт һымаҡ төшөнсәләр буйынса гәзит уҡыусы күңелендә бәхәс ҡубасаҡ. Тик был йәһәттән эшҡыуарҙың яуабы, минеңсә, ҡәнәғәтләндерерлек.
– Эш ваҡыты офисҡа килеп ҡайтыуға ғына бәйле түгел, ижади эшмәкәрлек өйҙә лә дауам итә, тик был балаларым менән бөтөнләй шөғөлләнмәйем тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, улар менән бергә ҡайһы бер хәл-ваҡиғаларҙы ла ҡарайбыҙ. Сабый теле менән ябай ғына әйтелгән мәғәнәләргә лә ҡолаҡ һалып ҡуям ошо ваҡытта. Улай ғына ла түгел, эш мәлендә лә балалар тип сығып китәһең, йә булмаһа телефондан хәлдәрен, һәр аҙымын тиерлек белешеп тораһың, – тип һөйләй Наталья үҙенең әсә ролендәге тормошон. – Мәсьәләгә икенсе яҡтан да бағайыҡ. Өйҙә бала ҡарап ҡына ултырырға күнер инем, тик иптәшем менән бергәләп уларҙың киләсәген дә хәстәрләргә кәрәк бит. Нисек кенә булмаһын, барыһы ла тик улар өсөн! Иң мөһиме, һәр бурысты ла сама менән башҡарырға кәрәк, тип уйлайым.
Был тәңгәлдә әңгәмәсемде яҡлап, йәнә бер дәлил килтерә алам: ауылдарҙа ҡасандыр беҙҙең әсәйҙәр ҙә балаларын өс йәки ете йәшкә тиклем ҡарап, декрет ялында ултырмаған бит. Бала табыу йортонан ҡайтып йә иһә кендек әбейенән бушанып, бер нисә көн хәл алғанмы-юҡмы, “ике гектар майҙанда сөгөлдөр утарға бирелә” тигән ҡағыҙ тотҡан колхоз бригадиры килеп еткән. Ҡайҙа барһын ҡатын-ҡыҙ, балаһын ҡәйнәһенә ҡалдырып утауына йүгергән. Һәр хәлдә үҙемдең әсәйем – ошондай ауыл ҡатындарының береһе, әммә тәрбиәһеҙ үҫтем тип әйтә алмайым.
Бала тигәндән, Наталья Айрат ҡыҙы йәмәғәтселек бәхәс тыуҙырырлыҡ йәнә бер ваҡиғаға туҡталды. Был күренеш тә улдарына бәйле.
– Ҡайһы берҙә мәктәптән ҡаршы алып өлгөрмәгәндә водитель үҙе генә бара. Балаларына килгән башҡа атай-әсәйҙәрҙең береһе ошондай бер мәлдә: “Бур­жуйҙар малайҙарын алырға шоферҙарын ғына ебәрә”, – тип ысҡындырған. Эй, Хоҙайым, ул фекерҙең хужаһы “буржуй” һымаҡ водитель ебәрер өсөн ҡолдай эшләргә тура килгәнен күҙ алдына килтерәме икән? Дөрөҫөн әйткәндә, эшемде башҡарып ҡайтып, банк картаһына хеҙмәт хаҡы төшкәнде көткән мәлдәрҙе һағынып та алам. Әммә булмышым башҡасараҡ икәнде иҫемә төшөрәм ошо ваҡытта: ни тиклем тәжрибә туплап, ҡыйынлыҡтар үтеп булдырған бизнесҡа тотонғанһың икән, кеше һүҙе түгел, өҫтөңә ауып килгән ауырлыҡтарға ла бирешмәй алға атларға кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 363

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503