Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ә шулай ҙа бәхет аҡсала түгел!
Ә шулай ҙа бәхет аҡсала түгел! Һыу буйы сират йыйылған. Ҡырмыҫҡа иләүеләй гөж килгән Стәрлетамаҡҡа был, әлбиттә, ят күренеш түгел. Шулай ҙа ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, һөт, май-ҡаймаҡ, ҡорот алырға килгән инәй-бабайҙар, урта йәштәге ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ни өсөн нәҡ әлеге “нөктәгә” күҙ төбәп торғанын белешеп ҡуйҙым. Шпион түгелһеңме, тигәндәй, “рентген-күҙҙәрҙән” үткәреп сығарғас, араларынан бер бабай һүҙен йыраҡтан башланы.
– Мин ҡуйы һөт яратам, – ти ул. – Ә күберәк табыш алыр өсөн хәҙер ҙур компаниялар ғына түгел, үҙ продукцияһын үҙе һатҡан ҡайһы бер фермерҙар ҙа һөттәренә һыу ҡуша. Башҡа төр килем арттырыу тураһында әйтеп тораһы ла килмәй. Бына Венер иһә (ҡара әле, хатта исемен дә белә – Авт.) улай итмәй, уның һөтөнән дә ошо тиклем ҡаймаҡ йыйыла, тәмле лә, – тип өс бармағын арҡыры ҡуйып, йыйылған ҡаймаҡ кимәлен күрһәтә әңгәмәсем.
Былай булғас, тәмле һәм ҡуйы һөт килтергән Венер Вахитов менән яҡындан танышырға кәрәк! Ул Ишембай районының Ҡыяуыҡ ауылы егете булып сыҡты. Фермерҙарыбыҙҙың үҙ продукцияһын районда ғына түгел, башҡа ҡалаларға ла һатырға йөрөүенә ҡыуанырға ғына ҡала. Һатып алыусыға ғына түгел, продукция етештереүсегә лә отошло был алым – ярты хаҡҡа тиерлек күмәртәләп тапшырмайһың бит, көндәлек табыш та кеҫәңә инеп тора. Тик һөтөң сифатлы булыуы ғына шарт. Бынан тыш, крәҫтиән-фермерҙың мал ҡарау оҫталығына ғына ҡайтып ҡалмай эш, ә йүнсел булып йүгереп йөрөп сауҙа нөктәһен ойоштора белеү һәм клиент базаһын нығытыу ҙа талап ителә. Ғөмүмән, һатыуҙы ла, продукцияны ташыуҙы ла хәстәрләргә кәрәк.
Егет тип ни, иллегә етеп килгән типһә тимер өҙөрлөк уҙаман икән яңы танышым. Ғаиләһе менән оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында йәшәгән, хәҙер иһә тыуған төйәгенә ҡайтып төпләнгән:
– Ышанаһығыҙмы-юҡмы, ҡалыплашҡан һүҙҙәр менән булһа ла яуап бирәм – ғәзиз тупраҡ барыбер ҙә тарта икән ул. Өс йыл элек күсенеп ҡайттыҡ, – тип теҙеп алып китте Венер ағай.
Себерҙә оҙаҡ йылдар тир түгеп, хаҡлы ялға сығып, тыуған төйәгендә өй һалып йәшәп ятҡандар һирәк күренеш түгел. Вахитовтар иһә пенсия йәшен көтөп торма­ған, ҡайта һалып, өй төҙөгән, таныш бул­маған фермерлыҡ эшенә тотоноп киткән.
Хәйер, аҙаҡҡы йылдарҙа бындай “сәйерҙәрҙе” әлеге бер Ишембай районы миҫалында ғына ла күп осратырға була. Ҡайтып иген сәсәләр, мал үрсетәләр, такси хеҙмәте асалар, хатта юлға түшәй торған таш етештереүселәр ҙә бар. Тик шуныһы: Себерҙә лә эш урыны, хеҙмәт хаҡы кеүек мәсьәләләрҙең ҡырҡыулашыуы менән генә бәйле түгел был. Вахитов­тарҙың тегендә фатиры булған (әйткәндәй, улар Стәрлетамаҡта ла бынан бер нисә йыл элек ипотекаға торлаҡ хәстәрләп ҡуйған), ғаилә башлығы – һирәк осрай торған һөнәр эйәһе, өҫтәүенә эш хаҡы ла мул. Тик табышы икеле, әммә мәшәҡәте менән бай тармаҡҡа тотонған улар бер көн. Әллә бәхет аҡсала түгел тигәндәре ысын инде...
– Бөтә байлыҡты ла йыйып бөтөп булмай, – тип ҡырт киҫә уңғандар. – Хәйер, Себерҙә генә түгел, үҙебеҙҙә лә тырыш­лығың, сыҙамлылығың һәм эске ныҡлығың ярҙамында мул табыш алып була.
Мал­сылыҡ – бының бер миҫалы, тигән һы­ғымтаға килә улар. Күрәһең, ошо уй ир менән ҡатындың икеһенең дә төйәге булған Ҡыяуыҡҡа алып ҡайтҡандыр.
Алыҫ Себерҙә йылдар буйы йыйған аҡсаларына ҡайтҡас та 20 баш һауын һыйыры һатып алғандар, хәҙер иһә улар 35 булып киткән. Алдағы маҡсат – Ғаилә һөтсөлөк фермаһы программаһы буйынса грант ярҙамында һәүкәшкәйҙәрҙе алты тиҫтәгә еткереү. Әйткәндәй, былтыр уңған хужалар дәүләт программаларында ҡатнашып ҡараған да инде, тик уңыш йыл­­маймаған. Быйыл йәнә үҙҙәренең көстәрен һынамаҡсылар. Ғөмүмән, был йәһәттән Вахитовтар әүҙем – әле бер, әле икенсе конкурста ҡатнашып ҡына торалар. Мәҫә­лән, ғаилә февраль айында Мәскәүҙән ноутбук, һөт һауыу ҡорамалдары һатып алыу өсөн ташламалы сертификат һәм башҡа бүләктәр тейәп ҡайтҡан. Быларҙы Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы уларға ил буйынса 30 – 50 баш һыйыр аҫраған фермерҙар араһында үткән конкурста икенсе урынды яулаған өсөн тапшырған!
Хәйер, конкурс-бәйгеләрҙә ҡатнашыу түгел, фермерҙың төп мәшәҡәте – ҡырҡ яҡҡа һибелгән көндәлек бурысы ла етерлек. Йәйен, билдәле, пайсылар менән килешеү нигеҙендә ҡуртымға алған яланда бесән әҙерләп, баҫыуҙа иген (малға аҙыҡ) етештереп көнө үтә, көтөүҙе хәстәрләргә кәрәк. Ярай әле Вахитовтар яйлап техника паркы булдырып килә – уныһы ҙур ярҙам. Ҡышын да эш кәмемәй, әлбиттә, әҙерләгән аҙыҡты бәҫләп ашатырға, мал ҡураһын ҡарарға кәрәк. Һәм... етештерелгән продукцияны эшкәртергә. Ҡыш һауым аҙайған ваҡытта ла һөт күләме көнөнә 200 литрға тиклем барып етә. Әлбиттә, фермерҙар бер ҙур мискә продукцияһын һөт сүрәтендә һатып бөтмәй, иртәнге һауым ғына баҙарға сығарыла, ә кискеһе ҡаймаҡ, май, ҡорот итеп етештерелә.
Хужалыҡты Вахитовтар үҙҙәре алып бара. Улдарының береһе әлегә мәктәптә уҡыһа, икенсеһе Себерҙә эшләй. Әммә һауын һыйырҙары ғына өс тиҫтәнән артҡан мал-тыуарҙы икәүҙән-икәү генә бағып булмағаны көн кеүек асыҡ. Һөт-ҡаймаҡ килтереп һатыу өсөн генә лә ярты көн ваҡыт сарыф ителә. Шуға ауылдаштары һәм күрше-тирә ауылдарҙан йыйылған бер төркөм ярҙамсылары бар фермер­ҙарҙың – һигеҙ кеше эш урыны тапҡан. Кемдер көн дә эшкә йөрөй, башҡа ауылдарҙан килгәндәр вахта ысулын үҙ итә.
– Иң мөһиме – хеҙмәткәрҙәр эш хаҡынан ҡәнәғәт, шуға тырышлыҡ күрһәтә, – тип йылмая Вахитовтар.
Һәр кем үҙ бурысын белеп башҡарғанға күрә, эштәр уң бара икән был хужалыҡта. Ғаилә башлығы һыйырҙарҙы аҙыҡ менән тәьмин итеү, малды ҡарау һымаҡ мәсьәләләр менән шөғөлләнһә, хужабикә иңендә – һауым һәм һөт-ҡаймаҡты һатыу.
– Себерҙә магазин мөдире булып эшләгән ваҡытта туплаған тәжрибәм сауҙаны алып барырға ярҙам итә, – тип әңгәмәгә ҡушылды Гүзәлиә апай ҙа һатып алыусыларҙы хеҙмәтләндергән арала. – Мал ҡарауға килгәндә, элек, Аллаға шөкөр, ауыл балаһы эш араһында үҫте, ауыр хеҙмәттән бер ҡасан да ҡурҡып торманыҡ. Ғөмүмән, төрлө яҡлап таһыллыҡ кәрәк.
“Эшҡыуар өсөн ял көндәре лә, байрамдар ҙа юҡ ул”, – ти үҙенең “Аҙғын тәүбәһе” романында Флүр Ғәлимов. Был һүҙҙәр крәҫтиән-фермер өсөн дә һәр саҡ көнүҙәк – хужамдың бөгөн ялы, бесән ашамай торам, тип һарайҙа тик ятмай бит һыйыр. Эшсе булған осраҡта ла, “контроль” тигән төшөнсә йәшәй. Шуға продукцияларын (күҙ асып йомған арала!) һатып бөтөүгә уңған хужалар йыйына ла башланы. Тимәк, танышыуҙы ла түңәрәкләргә ваҡыт. Шундай яҡташтарым барлығына ғорурлыҡ белдереп, һөт алырға торған сираттың кәмемәүен теләп хушлашырға ғына ҡалды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 363

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503