Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Тимергә йән өрәләр
Тимергә йән өрәләрРайон хакимиәтендә Илһам Бәғҙәнуров хаҡында булдыҡлы ир-аттың береһе булыуы, тәүәккәлләп, үҙ эшен асыуы һәм уны уңышлы ғына алып барыуы хаҡында йылы һүҙҙәр менән телгә алғайнылар.
Ишеткән менән күргән бер түгел, тиҙәр. Беҙ ҙә оҙаҡҡа һуҙып тормай, сатлама һыуыҡта ла осҡон сәсрәтеүсе Илһамдың үҙе менән танышырға ашыҡтыҡ.
Оҫтахана урынлашҡан бинаны ул күптән түгел аукцион аша һатып алған. Шуға ла ҡул тейҙерәһе урындары байтаҡ. Әммә күңеле күтәренке эшҡыуарҙың, иң мөһиме — иркен һәм аныҡ урыны бар. Тышта терегөмөш бағанаһы —28–30 градус күрһәтеүгә ҡарамаҫтан, тимерселәрҙең ҡыштың зәһәр һалҡынлығына иҫтәре лә китмәй булып сыҡты. Илһам менән ярҙамсыһы Раушан янып-бешеп сираттағы заказды өлгөртөргә тырыша ине. Тимер һындырыла, бөгөлә, ялғана, сүкелә һәм һөҙөмтәлә ҡабатланмаҫ биҙәкле ҡойма, ҡапҡа ҡыйыҡтары, эскәмйә кеүек һәр йортҡа кәрәкле тауар хасил була. Хәҙер ауыл халҡы кәртә-ҡураһын бер эшләгәндә оҙаҡҡа етерлек һәм әллә ҡайҙан күҙгә ташланып торорлоҡ итергә тырыша. Нигеҙҙә тимерҙән яһатыуҙы хуп күрәләр.
Оҫталарҙың әҙер һәм ҡайһыһы буялыуҙы йәки шымартыуҙы көткән тауарҙарына беҙ ҙә күҙ һалдыҡ. Һәр береһе үҙенсәлекле биҙәкле ҡапҡа-ҡоймалар, ысынлап та, иғтибарҙы йәлеп итерлек.
Илһам Әхмәтзыя улына тимер “ене” ҡағылыуы, бер уйлаһаң, ғәжәп тә түгел һымаҡ. “Уртакүл” совхозында 20 йыл шофер булып эшләгән. Ә бына ата-әсәһе бөтөнләй икенсе һөнәр эйәләре. Атаһы — профессиональ рәссам, әсәһе — балалар баҡсаһы хеҙмәткәре.
Йыш ҡына үҙгәртеп ҡороу осороноң кире яҡтарын күрһәтергә яратабыҙ, әммә ыңғайҙары ла юҡ түгел. Быны Илһам миҫалында ла күрергә мөмкин. Эшһеҙ ҡалғас, аптырап ҡалмаған, ағастан ҡойоп ҡуйғандай итеп йорт йыһаздары яһай башлаған, бура бураған, йорттар һалған. Ҡыҫҡаһы, ҡулынан балта-бысҡы төшөрмәгән. Булдыра алыуына ышанғас, тимергә тотонорға баҙнат иткән. Башлаусыһы булһа, хуплаусыһы табыла, тиҙәр. Район хакимиәтендә лә эшҡыуарҙы дәртләндергәндәр һәм фатиха биргәндәр.
— Һыҙмаларҙы үҙем яһайым. Минең өсөн әллә ни ауырлығы юҡ, рәссам улымын бит. Күрәһең, атайымдың һәләте күскәндер. Электән үк ағасты биҙәкләү-һырлау теләге тыуа торғайны. Эшһеҙ ҡалғас, ошо хыялымды тормошҡа ашырырға тотондом, — ти оҫта.
Тәүҙәрәк ҡул станогы ярҙамында эшләһәләр, хәҙер конкурс нигеҙендә ике автоматлаштырылған станокка эйә булғандар. Силәбелә етештерелгән был ҡорамал хеҙмәттәрен күпкә еңеләйткән һәм уны ышаныслыраҡ, тип тә иҫәпләйҙәр. Тимерҙе Өфөгә барып һатып алалар.
— Күңел һалып, клиенттарҙың теләген иҫәпкә алып яһайбыҙ. Үҙебеҙ үк алып барабыҙ, ҡорабыҙ һәм урынлаштырабыҙ. Заказ биреүселәр күп. Район халҡынан тыш, күрше төбәктәрҙән дә юллап киләләр, — ти Илһам Бәғҙәнуров.
Яҡшы тауар үҙе үк реклама, тиҙәр бит. Хаҡты ла ҡайырып алыу маҡсатын ҡуймағандар. Пенсионерҙарға ташлама яһауҙары ла — ауыл халҡының хәлен аңлауҙан.
Һөнәрселек училищеһын тамамлаған ике егет эш урынлы булған. “Әлегеләй һыуыҡта ла тик торғаныбыҙ юҡ, бер генә көн ял итергә тура килә. Заказдарҙы килешкән ваҡытҡа өлгөртөргә тырышабыҙ”, — ти эшҡыуарҙар. Әлбиттә, оҫтахана өсөн байтаҡ ҡорамалдар кәрәк. Мәҫәлән, буяу камераһы булғанда эш ырамлыраҡ барыр ине, бинаға ремонт та яһағылары килә. Шулай ҙа тимерселәрҙең артҡа сигенергә иҫәптәре юҡ. Илһам Өфөлә ойошторолған күргәҙмәләрҙә ҡатнашырға, яңылыҡтарға күҙ һалырға ла ваҡыт таба икән.
“Ялҡауланмаһаң, ғаиләң өсөн яуаплылыҡтың ир-атта булыуын яҡшы аңлаһаң, донъя көтөү өсөн йүн табырға була. Кемдәндер күреп йәки сәмләнеп тә ҡуҙғалырға мөмкин. Ике балабыҙ бар, ҡатыным Тамара Айрат ҡыҙы менән донъябыҙҙы түңәрәкләндерергә тырышып йәшәйбеҙ. Үҙең ҡуҙғалһаң, дәрт итһәң, хакимиәттә лә ярҙамлашырға әҙерҙәр. Ғөмүмән, эшҡыуарлыҡҡа “йәшел ут” асылыуы, Хөкүмәттең ошо йүнәлеште үҫтереүҙе дәртләндереүе, субсидия биреүе һәйбәт, әлбиттә. Ошо мәлде файҙаланып ҡалырға ашығырға ғына кәрәк. Уңыштарым әлегә ҙур түгел, сөнки эш асыуыма бер йыл ғына. Шулай ҙа тәүккәлләүемә үкенмәйем, — тине ул.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА
Бүздәк районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә