Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡабарып та бешә икмәге
Ҡабарып та бешә икмәгеӨҫтәлдә ниндәй генә ризыҡ булыуға ҡарамаҫтан, икмәктән олоһо юҡ. Ошо ризығыбыҙ барҙа эш тә, дәрт тә етерлек. Шуғалыр ҙа күптән түгел үҙ эшен асҡан Гөлсәриә Байназарованың тап икмәк бешереүгә тотоноуын аңларға мөмкин.
Яңы ғына мейестән сыҡҡан, ҡабарып бешкән икмәк еҫе таралған бинаның ишеген асып инеүем юҡҡа түгел: Баймаҡ районының Күсей ауылына юл төшкәндә, ауылдаштарын ғына түгел, ә күрше Басай, Иҫәнбәт ауылдары халҡын йылы икмәге менән ҡыуандырған эшҡыуарҙың үҙен күреү ине теләгем. Бында эшҡыуарлыҡҡа тотоноусылар күп түгел — кемеһелер магазин асҡан, икенселәре малсылыҡ менән шөғөлләнә. Эшһеҙлектән тамам йонсоған йәш ғаилә — Гөлсәриә менән Юлдаш Байназаровтар үҙҙәренең ғаилә бизнесын асырға күптән хыяллана. Тик эште ниҙән башларға, ниндәй йүнәлеште һайларға белмәй баш вата. Ауылда барыһы ла бар кеүек: һәр кем мал тота, һөтө-ҡатығы ла етерлек, магазинда теләгәнеңде һатып алырға мөмкин. Әммә Сибай ҡалаһынан килтерелгән икмәк бер ваҡытта ла яңы булмай сыға. Бәлки, ошонан башларғалыр, тигән уйға килә Гөлсәриә ханым.
Тормош иптәше менән уртаҡ фекергә килеп, икмәк бешереү цехы асыу ниәтенән район үҙәгенә юллана. Ниндәй документтар кәрәклеген, бизнес-планды нисек төҙөргә икәнлеген белешеп, дәртләнеп ҡайта Гөлсәриә Ғәйфулла ҡыҙы. Тик башланғысты тормошҡа ашырыу йылдарға һуҙылыр тип башына ла килтермәй. Бер ҡағыҙ артынан икенсеһен алып барыу, бер документ өсөн генә әллә күпме көн йөрөүҙән һуң, ниһайәт, уларҙың бизнес-планы хуплау таба. Райондың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенән 58 мең 800 һум субсидия алыуға өлгәшә. Артабан элекке совхоздан ҡалған бинаны ҡуртымға алырға ҡарар итә. Әммә ул ҡот осҡос хәлдә була: иҙәндәре аҡтарылған, түшәм бөтөнләй емерек, тәҙрәләр ватыҡ, стеналары ҡойолған. Ремонтлау өсөн сығымдарҙың күплегенә, ваҡыттың оҙаҡҡа һуҙыласағына ла иғтибар итмәй, дәртләнеп эшкә тотона улар.
Ауылдаштарының “ай-һай, еңеп сыға алырҙармы?” тигән һүҙҙәренә лә ҡарамай, туғандары менән бергәләп, бинаны ремонтлайҙар. Тиҙерәк үҙ эштәрен асырға теләгән Гөлсәриә Байназарова тағы ла район хакимиәтенә юл ала. Быныһында уны кире бормайҙар: кәрәкле документтарын алып килергә ҡушалар. Күрше Әбйәлил районына барып, ошо йүнәлештә эш асҡан йүнселдәр менән кәңәшләшеп, шөғөлдәре менән танышып ҡайта. Ҡамыр баҫа торған махсус һауыт, икмәк бешереү мейесе һәм башҡа кәрәк-яраҡ алыу өсөн һәм үҙҙәре бешергән икмәкте күрше ауылдарға алып барып һатыуға кәрәкле техника — “Соболь” автомашинаһын субсидияға алалар. Барыһы ла әҙер кеүек, әммә электр энергияһын үткәреү мәшәҡәте генә әллә күпме айға һуҙыла. Эштәрен асырға мөмкинлек булмаһа ла, ҡағыҙҙар буйынса, улар күптән эшҡыуар булараҡ иҫәпләнеп, һалым түләй. Сығымдарҙың иҫәбенә лә сығырлыҡ түгел, көн дә береһе өҫтәлеп кенә тора. Ауырлыҡтар булған һайын әҙәм балаһы бешегә, ныҡлы була тигәндәре шулдыр, күрәһең, һәр ҡаршылыҡты еңә-еңә Гөлсәриә Ғәйфулла ҡыҙы аҡрынлап эшҡыуарлыҡ серҙәренә төшөнә бара. Күсей ауылы хакимиәте башлығы Сәриә Йыһаншинаның ярҙамы, үҙҙәренең ныҡыш һәм сәмле булыуҙары арҡаһында, бар мәшәҡәттәрҙе лә йырып сыға. Бөгөн улар көнөнә 60 икмәк бешереп, өс ауылды хеҙмәтләндерә.

Икмәге лә, икмәге...

Әлбиттә, бешереүҙең бар мәшәҡәте йорт хужабикәһенең иңенә төшә. Ошоғаса бер кешегә эш урыны булдырылһа ла, һәр көн тиерлек янында ире Юлдаш Ғәлимйән улы ярҙам итә. Шунһыҙ булмай ҙа: онон йүнләһенме, бешкән икмәкте һатыуға сығарһынмы, заказдар ҡабул итһенме, барыһын да йорт хужаһы башҡара.
— Һәр хужабикәгә билдәле булыуынса, икмәгең уңып бешһен өсөн, иртә таңдан тороп, ҡамыр баҫыу кәрәк, — ти эшҡыуар Гөлсәриә Байназарова. — Башта икмәгебеҙ ҡабармай ыҙалатты. Хәҙер өйрәнеп алдыҡ, күпереп бешкән йылы икмәкте һораусылар көндән-көн күбәйә. Яңы ғына мейестән сыҡҡан эҫе икмәкте хатта икмәкхананан уҡ килеп алыусылар ҙа байтаҡ. Ассортиментты төрләндереп, булка, бәлештәр ҙә бешереп алабыҙ. Әле һалма һораусылар бар, шуға күрә киләсәктә бишбармаҡ, туҡмас киҫергә лә иҫәп тотабыҙ, — тине әңгәмәсем.
Эштәрен йәйелдерергә хыяллана ул. Бинаның ҡалған өлөшөн ремонтлап, унда үҙ магазиндарын асып, халыҡты йылы икмәк менән ҡыуандырмаҡсылар. Күңелендә йөрөткән бер хыялын да асып һалды Гөлсәриә Ғәйфулла ҡыҙы:
— Һәр саҡ ярҙамы һәм кәңәше менән булышлыҡ иткән, әммә үҙ эшебеҙҙе асыуҙы күрә алмай ваҡытһыҙ вафат булған ҡәйнәм Әлмирә Байназарованың теләген — ҡомалаҡта әсетелгән икмәк бешереүҙе тормошҡа ашырыу — иң ҙур теләгем, — ти ул.
Күсей уңғандарының башланғысы яҡшы, эштәре көйлө, икмәктәре тәмле, ҡулдары ҡамырлы, үҙҙәре сабырлы һәм, иң мөһиме — киләсәккә ышаныстары ҙур. Теләк-маҡсаттары бар икән, алға ынтылырға тырыша икән, тимәк, улар был өлкәне тиккә һайламаған.
Кәримә УСМАНОВА
Баймаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. ЛИЛИЭ
    ЛИЛИЭ от 24.02.2012, 03:41
    Ш Э П Я З А К Э Р И М Э У С М А Н О В А !






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 209

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 399

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 507

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 219

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 201

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 508

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 699

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 741

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 1 487

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 520