Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҫтерә лә, һата ла беләләр
Үҫтерә лә,  һата ла беләләр
Йылы тарафтарҙан килеүселәр элегерәк беҙҙең яҡты шаярыу ҡатыш: “Йәшел помидорҙар иле”, – ти торғайны. Уйлап ҡараһаң, ысынлап шулай ине бит: помидор үҫентеһе һуң ултыртыла, сөнки ҡырау һуға, йәшелсә бешеп өлгөрмәй – йәй аҙаҡтарында тағы һалҡындар көтөлә. Ҡыяр менән дә шул уҡ хәл булды. Хәҙер генә ул теплица, парниктарҙа нимә генә үҫтерелмәй! Хатта күрше өлкәләргә, Себергә, башҡа тарафтарға оҙатыла. Аҙ ғына республика тормошо менән таныш һәр кем беҙҙә тотош “ҡыярлы төбәк” барлығын беләлер.


– Ассоциациябыҙ 167 фермерҙы берләштерә. Район буйынса теплицалар 330 гектар ерҙе биләй. Шуларҙа 51 мең тонна йәшелсә үҫтерелә. Был бөтә Рәсәй теплицаларында үҫтерелгәндең 10 процентын тәшкил итә, – ти Туймазы фермерҙар ассоциацияһы рәйесе Миңзаһит Шәнгәрәев. – Ҙур күләмдә газ ҡулланыла – бер йылда 283 миллион кубометр яндырабыҙ. Бик күп аҡса түләйбеҙ. Хәҙер газға хаҡ күтәрелә, шуға күрә лә теплицалар һаны, уларҙың майҙаны кәмей, ләкин хәл киҫкен тип әйтмәҫ инем...
Туймазылар нисек тә килеп тыуған ауырлыҡтарҙан сығырға тырыша: яңы технологиялар ҡуллана, ышаныслы, элиталы орлоҡтар һатып ала, энергия, йылылыҡ һаҡлағыс генераторҙар ҡуя.
Беҙ булған теплицаны Әмин Ибраһимов ҡорған. Барлығы дүрт гектар майҙанды биләгән ҡыяр плантациялары тәбиғи газ менән йылытыла. Орлоҡтар февраль аҙағында айырым шыттырылып, март башында барлыҡ ергә рәт менән ултыртылған, һәр төпкә еп һуҙылған.
– Һыуҙы, ашламаны күпләп сарыф итмәҫ өсөн тамсылап ҡына, кәрәгенсә бирәбеҙ. Дүрт гектарҙың икеһе “ҡышҡы” – иртә сәселә, ә икеһе “йәйге” иҫәпләнә. Был алым миҙгел буйы йәшелсә үҫтерергә мөмкинлек бирә, – ти Әмин.
Әйтергә кәрәк, теплицаларҙа эш еңелдән түгел. Мәшәҡәтенән бигерәк эҫе, тынсыу, һауа дымлы. Шуғалырмы, урындағы халыҡ ылығып бармай икән. Мәҫәлән, Ибраһимовтың биләмәһендә 21 кеше эшләй. Башлыса Үзбәкстандан килгән ирҙәр, ҡатындар. Миңзаһит Шәнгәрәев әйтеүенсә, Рәсәйгә мигранттар килеүенә ҡаршылар бар, ә бына йәшелсәселек тармағында уларһыҙ булмай. Туймазы районында 500-ләп кеше эшһеҙ тип иҫәпләнә. Ләкин байтағының һаулығы шәптән түгел – теплицала эшләй алмай. Ә был тармаҡта ғына ла 4-5 меңләп кеше талап ителә, сөнки 167 фермерҙың күпселеге теплица тота. Мәҫәлән, Латиповтарҙың тотош династияһы барлыҡҡа килгән – хәҙер өсөнсө быуын йәшелсә менән шөғөлләнә тиһәң дә була. Марат Ғәйфуллиндың өс урында 68 гектар майҙанлыҡ теплицалары бар. Туймазылар үҫтерергә лә, һатырға ла өйрәнгән. Көнө-төнө “фура”лар ағыла: ҡыярҙы Пермь, Төмән тарафтарынан да килеп алалар. Байтаҡ райондарҙа фермерҙарҙың урындағы бюджетҡа индергән килеме 5-10 проценттан артмаһа, туймазыларҙыҡы 25-28 процентҡа барып баҫа. Ҡасандыр тиндәр генә торған электр уты менән тәбиғи газдың хаҡы күтәрелеүе бәкәлгә һуға. Ярай әле федераль һәм республика бюджетынан гектарына 49 мең һумлыҡ субсидия биргәндәр. Был күләмле биләмәлә хужалыҡ алып барғандарға бик ҙур ярҙам булған.
– Фермерҙар йәшәгән ауылдарҙың киләсәге бар, – ти Миңзаһит Мөзәғәт улы. – Сөнки бөгөн фермер йәшелсә, ит, һөт етештереп кенә ҡалмай, эш урындары ла булдыра, ауылдаштарына техника менән ярҙам итә. Бигерәк тә бәләкәй ауылдар яҙмышы уға бәйле. Фермер бит ул килемен диңгеҙ буйында ҡомда ҡыҙынып ятыуға тотонмай, хужалығын нығыта, яңы йүнәлеш булдыра...




Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ.
Фото: А. Нурмөхәмәтов.
Район: Туймазы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 386

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 625

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 591

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 330

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 281

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 657

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 894

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 939

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 1 570

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 668