Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Тәүәккәл Ғариф
Тәүәккәл ҒарифМаҡсаттары булғандар ғына тормошта бейеклектәр яулай. Ә уның нигеҙендә хыял ята. Манышты ауылында йәшәүсе эшҡыуар Ғариф Сафа улы Мырҙағәлин күптәнге хыялдарын тормошҡа эҙмә-эҙлекле ашыра.
Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, депола машинист ярҙамсыһы булып эшләп йөрөгән Ғариф Сафа улы 90-сы йылдарҙа эштән китеп, үҙенең шәхси предприятиеһын асырға баҙнат итә. Ағас менән шөғөлләнә: таҡта яра, бура бурай. Ул саҡта ағасҡа ҡытлыҡ булмағас, аяҡҡа баҫырға ла өлгөрә.
Ниндәй башҡорт атһыҙ булһын инде: Ғариф та йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеү хыялын йөрөтә. 1998 йылдан аҙлап ҡына йылҡы тота башлай. Ә 2006 йылда ҡатыны Рима Нурмөхәмәт ҡыҙы Мырҙағәлина исеменә крәҫтиән (фермер) хужалығын асалар. Асы ауылына киткән юл буйында ҡуртымға ер алып, ныҡлап йылҡы үрсетә, ҡымыҙ етештерә башлайҙар.
Ғариф Мырҙағәлиндең хыялдары күп. Шуларҙың береһе — башҡорт атын үрсетеү. Ошо ниәттә ул Әбйәлил районынан бейәләр, айғыр һатып ала. “Был йылҡының үҙенсәлектәре, үлсәмдәре бар. Мәҫәлән, бейеклеге буйынса 1,5 метрҙан артмаҫҡа тейеш”, — ти хужа. Ғариф Сафа улы йылҡыларына бонитировка (сифат яғынан баһалау) үткәрткән. Мәскәүҙән раҫлау килһә, ул тоҡомсолоҡ хужалығы асырға йыйына. Былтыр йәй буйы 16 бейә һауып, ҡымыҙ бешеп һатҡандар. Бейәләрҙе тормош иптәше Рима Нурмөхәмәт ҡыҙы ла һауа, икенсе йыл Зөбәржәт Ғәләметдин ҡыҙы Фазылова ярҙамлаша. Улар етештергән продукцияларын Асыға киткән юл буйындағы махсус урында һата.
Йылҡы ирек ярата, шуға ла хужа уларҙы бикләмәҫкә тырыша. Әммә һуңғы ваҡытта бүреләр йонсота икән. “Ветеринар ярҙамы кәрәк булған саҡта Инйәрҙән Илгиз Шәрәфетдинов менән Берештән Фират Ҡунаҡбаев ярҙамға килә. Уларға рәхмәт”, — ти Ғариф Мырҙағәлин.
“Күптәр ауыл хужалығы, эшҡыуарлыҡты үҫтереү маҡсатында дәүләттән субсидия, ташламалы кредиттар менән файҙалана. Ә һеҙҙең ошондай ярҙам алғанығыҙ булдымы?” — тип ҡыҙыҡһынабыҙ.
— Ундай матди ярҙам алған юҡ. Үҙ көсөбөҙ менән тырышабыҙ. Төрлө тикшереү органдары ыҙалата. Яңыраҡ сүп-сар өсөн 20 мең һум штраф һалып киттеләр. Асының тирә-яғы ла ял итеү зонаһына әйләнде. Өфө, Магнитогорск ҡалаларынан ял итеүселәр күпләп килә һәм арттарынан тау-тау сүп-сар ҡалдыралар. Былтыр ике автомашина ҡый, сүп-сар сығарып түктем. Инйәр буйы сүплеккә әйләнгән. Экологтар бына шундай тәртипһеҙ ял итеүселәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырһын ине, — тип үҙен борсоғаны менән дә уртаҡлашты Ғариф Сафа улы.
Үҙенсәлекле кешеләр иҫәбенә индерергә мөмкин Мырҙағәлинде. Уның менән аралашҡанда уҡ үҙ еренә ереккән булыуы, ата-бабалар кәсебен тергеҙеү хыялы менән янып йәшәүе күренеп тора. Әле лә солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеү, ял итеүселәрҙе атта йөрөтөү маршруты асыу кеүек хыялдары бар. Әйткәндәй, Ғариф Сафа улы йәмәғәт эшендә лә әүҙемлеге менән айырылып тора. Ауылдаштары уны Инйәр Советына депутат итеп һайлаған.
Тыуған ауылына мәсет, хоккей ҡабы төҙөүе лә фиҙакәрлеге хаҡында һөйләй. Былтыр өмә ойоштороп, зыяратты ла ипләткән. “Ағас бирһәләр, мин ауылға клуб та төҙөр инем”, — ти ул, изге ниәттәре менән уртаҡлашып.
Мырҙағәлиндәр ғаиләһендә өс бала үҫә. Өлкән ҡыҙҙары Лира Башҡортостан дәүләт аграр университетында белем ала. Улдары Юлай — ХI класс уҡыусыһы, ә Аҫылғужа I класта белем ала. Улар ҙа ата-әсәһенең уң ҡулы, буш ваҡыттарында хужалыҡта ярҙамлашалар. Тимәк, ата-әсәһенә алмаш үҫә.
Ғариф Сафа улы менән хушлашҡанда: “Йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеү һәр кемдең көсөнән килә. Шуға башҡалар ҙа был эшкә ҡыйыу тотонһон ине”, — тигән изге теләктәрен әйтеп ҡалды. Ысынлап та, ниңә тәүәккәлләмәҫкә?..
Рәмилә МУСИНА.
Белорет районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 11.06.2026 // Иҡтисад

«Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың популяр маркалары 10 тингә ҡиммәтләнгән. ......

Тотош уҡырға 3

12 июндә Башҡортостандың 20 районында  «ҡоро закон» ғәмәлдә

12 июндә Башҡортостандың 20 районында «ҡоро закон» ғәмәлдә 11.06.2026 // Иҡтисад

Рәсәй көнөндә, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында һабантуйҙар ойошторола, тимәк, был ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә 11.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды 08.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистары республикалағы уртаса эш хаҡы күләмен атаны....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Технониколь» менән Башҡортостанда яңы сәнәғәт проекттарын тикшерҙе
Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә 04.06.2026 // Иҡтисад

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөлә күләмле инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында ......

Тотош уҡырға 5

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны 04.06.2026 // Иҡтисад

Абхазия президенты Бадра Гунба 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе 04.06.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта форумда ҡатнашыусы – Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты ......

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне 04.06.2026 // Иҡтисад

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан  Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы 03.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә