Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡырҡ тонна бал алған!
Ҡырҡ тонна бал алған!
Һиҙәһегеҙҙер, һуңғы йылдарҙа умарта тотоусылар күбәйә бара. Кемдер үҙе өсөн тырыша, артҡанын күршеһенә һатҡандар ҙа бар, әммә араларында был тармаҡты ҙур производствоға әйләндереүселәр ҙә юҡ түгел. Шундайҙарҙың береһе Стәрлетамаҡ районында йәшәй: Рөстәм Ризбаев бына инде ике тиҫтә йылдан ашыу ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә.


…Телдән төшмәгән 90-сы йылдар. Илдең арҡыс-торҡос тарҡалған ваҡыты. “Кемдең ҡулында – шуның ауыҙында” икәнлеген аңлап ҡалған Рөстәм исемле башҡорт егете лә үҙ эшен асырға була. Быға тиклем республиканың ул саҡтағы ауыл хужалығы институтын (хәҙерге БДАУ) тамамлап, Иглин районында урынлашҡан Оло Тәләк бал ҡорто тәжрибә станцияһында умартасылыҡ буйынса бер аҙ тәжрибә туплаһа ла, йүнселлектәге аң-белеме “сабый” була уның. Әммә йәшлек дәрте, көс-ҡеүәт һәм ҙур теләк еңеп сыға – кешенән бурысҡа 3 000 һум аҡса алып тороп, Ризбаев бер нисә умарта һатып ала. Ошонан башлана инде барыһы ла.
Элекке хеҙмәт урынында туплаған тәжрибәһен дә, атаһынан өйрәнгән умартасылыҡ серҙәрҙен дә эшкә ҡуша йәш йүнсел. Әлбиттә, һөйләүе генә һәм балды ашауы ғына татлы ул – бер йыл ҡорт уңмай, икенсе йыл һатып алыусы уңмай тигәндәй, Рөстәм Таһир улының эшҡыуарлыҡ юлында төрлө ҡаршылыҡ сығып тора, әммә әлеге шул дәрт менән теләк кире боролорға ирек бирмәй. Һөҙөмтәлә Рөстәм Ризбаев – республикала иң уңышлы эшләп килгән умартасы-эшҡыуарҙарҙың береһе. Әле 800-ҙән ашыу умартаһы бар, былтыр 40 тонна бал алған!
40 тонна тигәс, шунда уҡ өс литрлыҡ банкаларҙағы балдың хаҡын күҙаллап, әңгәмәсемдең килемен иҫәпләй башланым. Шуны һиҙепмелер, бал ҡорто психологияһын ғына түгел, кеше холоҡ-фиғелен дә яҡшы өйрәнгән эшҡыуар (тауарҙы һатыу өсөн быныһы ла кәрәк, әлбиттә) йылмая биреп ҡуйҙы һәм эшмәкәрлегендәге ыңғай һәм кире яҡтарҙы барлап сыҡты:
— Бер кешегә 800 умартаны ҡарауы ла, унан алған балды һатыуы ла еңел түгел. Илдар Килдейәров, Фидан Абдразаҡов һәм Динар Яхин исемле егеттәр менән эшләйем. Эш хаҡы түләүҙән тыш, яҡшы һөҙөмтә күрһәткәндәргә мөмкин тиклем өҫтәмә ярҙам күрһәтәм. Әле, мәҫәлән, Илдарға өй һалабыҙ. Бынан тыш, хужалыҡҡа йыл да Өфөләге 83-сө һөнәрселек лицейынан практиканттар килә. Килешеү нигеҙендә мул ғына аҡса эшләп алалар. Былтыр Искәндәр Насиров менән Рәйес Итбаев исемле егеттәр тәжрибә тупланы.
Йүкә балына өҫтөнлөк бирәбеҙ. Ул ҡиммәт тә, файҙалы ла, тауар булараҡ үтемле лә. Әммә ундай уңыш төрөн алыр өсөн умартаңды баҡсаға сығарып ултырттың да, эш бөттө түгел. Урманды, тәбиғәтте өйрәнергә, нескәлектәрен тойомлай белергә кәрәк. Йүкә балын йыйыр өсөн Башҡортостан тәбиғәте бар яҡлап та килешле. Мәҫәлән, умарталарҙы Ишембай, Ғафури, Белорет, Архангел районындағы урмандарға – ҡуртымға алған урындарға алып барабыҙ. Юл аҙабы, юл сығымы – айырым мажара.
Йүкә сәскә аттымы, бал тултырҙың да ҡайтып киттең түгел. Мәҫәлән, тау битләүендә үҫкән йүкә – бер ваҡытта, соҡорҙа ултырғаны икенсе мәлдә сәскәгә төрөнә. Башта, әйтәйек, тау янындағы биләмәлә эшләйбеҙ, шунан эскәрәк инә барабыҙ. Шуны ла күҙ уңында тоторға кәрәк: ҡорт айыра башлаһа, үҙе бер мәшәҡәт… Ғөмүмән, иртә яҙҙан ҡышҡа ингәнсе тәбиғәт ҡосағында “ял итәбеҙ”. Ҡышын да тик торорға ваҡыт юҡ – умарталар яһарға кәрәк.
Балды һатыуға килгәндә, башлыса күмәртәләп алыусылар менән эш итәм. Осһоҙораҡ, әммә, мәҫәлән, 40 тонна уңышты киң баҙарҙа һатып бөтөүҙе күҙ алдына ла килтереп булмай. Шуның өсөн бал йыйыу миҙгеле тамамландымы, икенсеһе башланғанға тиклем ошо мәсьәлә менән бер туҡтауһыҙ сабырға тура килә (60 процент ваҡыт клиенттар менән эшләүгә китә). Ләкин, ҡустым, ҡорт менән кеше араһында гөжләү – үҙе бәхет бит ул. Башҡаса тормошто күҙ алдына ла килтермәйем, — тип сәменең серен дә бушатты эшҡыуар.
Рөстәм Таһир улы атаған “плюс-минустар”, әлбиттә, йылғаның өҫтө генә, бынан тыш бихисап һорауға ла яуап эҙләргә кәрәк. Эшҡыуар үҙе лә бит: “Башлағанда бурыслы инем, һаман да бурыслы”, — тип юҡҡа ярым шаяртмай. Тимәк, аҡса һәр саҡ әйләнештә, тимәк, талап та, яуаплылыҡ та бар.
Әңгәмәсемдең эшҡыуарлыҡтағы тағы бер ҡыҙыҡ яғын асырға насип булды. Баҡтиһәң, ул Көнбайыш бизнесын өйрәнә икән. Хатта, АҠШ-та, Канадала йәшәүсе умартасылар менән аралаша, уларҙың уңыш серҙәрен төшөнөргә ынтыла. “Улар булдырғанды ни өсөн беҙ эшләй алмайбыҙ?” – тип баш вата Рөстәм Ризбаев. Киләсәктә башҡорт оҫталығы нигеҙендә Көнбайыш эшҡыуарлығы системаһына бөтөнләй күсеп, ҡорт ғаиләләрен ике меңгә, йыллыҡ табышты 100 тоннаға еткерергә уйлай ул. Әйтергә кәрәк, йүнсел өйрәнеү-аралашыу, фекер һәм тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән буш ваҡытында тик ятмай. Мәҫәлән, күптән түгел Киевта Бөтә донъя умартасылар съезында ҡатнашҡан.
— Умартасылыҡ менән башҡорт борондан шөғөлләнә. Әммә был тармаҡты бөгөн килемле, файҙалы итер өсөн дә бер эш (ҡортто ҡарау) менән генә булашыу етмәй. Тауарыңды етештерер алдынан һатып алыусыны эҙләргә кәрәк. Был йәһәттән республикала, әлбиттә, ыңғай үҙгәрештәр бихисап: мәҫәлән, “башҡорт балы” бренды үҙе ни тора, шул уҡ ваҡытта умартсылыҡ серҙәренә өйрәтәләр, шөғөлгә яңы тотоноусыларға ярҙам йөҙөнән махсус программа ла эшләп килә. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ районында эшҡыуарҙарға ҙур иғтибар бүленә, ләкин кеше шәхсән рәүештә үҙе лә ынтылырға тейеш, минеңсә. Һәр эшҡыуар, сәйнәп ҡаптырғанды көтөп ятмай, эҙләнергә, йөрөргә бурыслы! — тип йәш коллегаларына кәңәш тә еткерҙе Рөстәм Таһир улы. Был теләккә ихласлап ҡушылырға ғына ҡалалыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 387

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 364

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503