Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...27.03.2019
Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге университеттың икенсе курсына алырға тәҡдим итте.

Был хаҡта ул Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәте һәм кеше хоҡуҡтары буйынса советтың пленар ултырышында белдерҙе. Радий Фәрит улы үҙ сығышында дауаханаларға һәм поликлиникаларға табиптар етешмәүҙең дөйөм федераль проблема булыуын билдәләне.

Республика һаулыҡ һаҡлау тармағында белгестәргә мохтажлыҡты йыл аҙағында кәметеү планлаштырыла, был маҡсатта төрлө саралар эшләнгән һәм ҡабул ителгән. Әммә, етәксе фекеренсә, парадокс шунда: БДМУ студенттарының бер йыллыҡ сығарылышы медицинала кадрҙарға ҡытлыҡты шунда уҡ бөтөрә ала. Ләкин, анализ күрһәтеүенсә, был уҡыу йортон тамамлағандарҙың күбеһе һөнәре буйынса эшкә бармай.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, бөгөн республика медицина училищеларын тамамлаған, шәфҡәт туташтары булып эшләгән һәм тормошон ысынлап та ошо тармаҡ менән бәйләргә теләгәндәргә ярҙам итергә планлаштыра.

Төбәк етәкселеге федераль үҙәктән медицина училищеһын тамамлағандарға ошо йүнәлештәге университеттарҙың икенсе йәки өсөнсө курсына инеү мөмкинлеген булдырыуҙы һорарға теләй.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика