Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр баланың ҡәҙере бар
Яңауыл ҡалаһы һуңғы йылдарҙа ҙур төҙөлөш майҙансығын хәтерләтә, әле бында, әле тегендә күп ҡатлы йорттар ҡалҡа, социаль объекттар сафҡа инә. Шәхси йорт һалып ингән кешеләр ҙә байтаҡ.

Ҡаланың иҫке коррекцион мәктәп-интернаты урынлашҡан майҙанда бөгөн төҙөлөш киң ҡолас менән бара, ҡеүәтле техника геүләүе иртә таңдан ҡара кискә тиклем тынмай. Әле интернаттың яңы корпустары төҙөлә. Республика өсөн мөһим төҙөлөштө Өфө ҡалаһының “Эстра” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡара. Әйткәндәй, йәмғиәт республика өсөн мөһим социаль объекттарҙы тәүгә төҙөмәй, күптән инде төҙөлөш баҙарында үҙҙәрен ышаныслы һәм тотороҡло эшләгән ойошма итеп танытҡан. Шуға ла уларҙың эшмә­кәрлегенән бөгөн күптәр ҡәнәғәт. Ә йәмғиәтте республика капиталь төҙө­лөш идаралығы үҙ ҡанатына алған. Был ғәйәт ҙур объект “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — 100 объект” программаһы нигеҙендә бойомға ашырыла. Проект хаҡы — 337 миллион һумдан ашыу.

Генераль подрядсы әҙерлекте октябрҙә үк башлаған. Шуныһы мөһим: был эшкә, нигеҙҙә, төбәк төҙөүселәре менән урындағы ҡеүәтле техника йәлеп ителгән.

Яңы коррекцион мәктәп-интернат сафҡа инһә, киләсәктә ул ҙур майҙанды биләйәсәк, бөтә корпустар ҙа бер ҡыйыҡ аҫтында буласаҡ. Өс ҡатлы бинаны П хәрефе рәүешендә урынлаштырыу ҡаралған. Унда 190 урынға иҫәпләнгән мәктәп үҙ ишек­тәрен асасаҡ. Ул иһә спорт һәм тренажер залдарын, күп һанлы уҡыу кабинеттары менән оҫтаханаларҙы, китапхананы үҙ эсенә аласаҡ. Бынан тыш, 170 балаға иҫәпләнгән заманса интернат бинаһында балалар ял итәсәк. Ашхана, аш бешереү блогы һәм медицина кабинеттары асыу күҙаллана. Проект буйынса инженер селтәрҙәре һәм ҡоролмалары һа­лынасаҡ. Тағы ла гимнастика, физкультура менән шөғөлләнеү өсөн махсус урындар, волейбол, футбол майҙансыҡтары төҙөү күҙаллана. Тәрбиәләнеүселәргә баҡса үҫтереү мөмкинлеге лә буласаҡ, сөнки мәктәп ихатаһында уҡыу-тәжрибә участкаһы урынлашасаҡ.

Бында йылы автотуҡталҡа сафҡа ингән. Бөгөн төҙөүселәр уҡыу корпустарының стеналарын күтәреү менән мәшғүл. Башҡа блоктарҙа ла нигеҙ ҡаҙыу эштәре алып барыла. Шуныһы ҡыуаныслы: генераль подрядсылар ваҡыт менән иҫәпләшмәй, тәбиғәттең көйһөҙләнеүенә лә ҡара­май, бурысын намыҫлы, теүәл башҡара. Былтыр 47 миллион һумдан ашыу аҡса үҙләштерелгән. Тимәк, төҙөүселәр ошондай тығыҙ графикта һәм тотороҡло эшләһә, коррекцион мәктәп-интернат тәрбиәләнеүселәре килә­сәктә яңы һәм заманса биналарҙа белем, тәрбиә аласаҡ.


Автор: Самат ҒӘЛИН
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523