Яңауыл ҡалаһы һуңғы йылдарҙа ҙур төҙөлөш майҙансығын хәтерләтә, әле бында, әле тегендә күп ҡатлы йорттар ҡалҡа, социаль объекттар сафҡа инә. Шәхси йорт һалып ингән кешеләр ҙә байтаҡ.
Ҡаланың иҫке коррекцион мәктәп-интернаты урынлашҡан майҙанда бөгөн төҙөлөш киң ҡолас менән бара, ҡеүәтле техника геүләүе иртә таңдан ҡара кискә тиклем тынмай. Әле интернаттың яңы корпустары төҙөлә. Республика өсөн мөһим төҙөлөштө Өфө ҡалаһының “Эстра” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡара. Әйткәндәй, йәмғиәт республика өсөн мөһим социаль объекттарҙы тәүгә төҙөмәй, күптән инде төҙөлөш баҙарында үҙҙәрен ышаныслы һәм тотороҡло эшләгән ойошма итеп танытҡан. Шуға ла уларҙың эшмәкәрлегенән бөгөн күптәр ҡәнәғәт. Ә йәмғиәтте республика капиталь төҙөлөш идаралығы үҙ ҡанатына алған. Был ғәйәт ҙур объект “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — 100 объект” программаһы нигеҙендә бойомға ашырыла. Проект хаҡы — 337 миллион һумдан ашыу.
Генераль подрядсы әҙерлекте октябрҙә үк башлаған. Шуныһы мөһим: был эшкә, нигеҙҙә, төбәк төҙөүселәре менән урындағы ҡеүәтле техника йәлеп ителгән.
Яңы коррекцион мәктәп-интернат сафҡа инһә, киләсәктә ул ҙур майҙанды биләйәсәк, бөтә корпустар ҙа бер ҡыйыҡ аҫтында буласаҡ. Өс ҡатлы бинаны П хәрефе рәүешендә урынлаштырыу ҡаралған. Унда 190 урынға иҫәпләнгән мәктәп үҙ ишектәрен асасаҡ. Ул иһә спорт һәм тренажер залдарын, күп һанлы уҡыу кабинеттары менән оҫтаханаларҙы, китапхананы үҙ эсенә аласаҡ. Бынан тыш, 170 балаға иҫәпләнгән заманса интернат бинаһында балалар ял итәсәк. Ашхана, аш бешереү блогы һәм медицина кабинеттары асыу күҙаллана. Проект буйынса инженер селтәрҙәре һәм ҡоролмалары һалынасаҡ. Тағы ла гимнастика, физкультура менән шөғөлләнеү өсөн махсус урындар, волейбол, футбол майҙансыҡтары төҙөү күҙаллана. Тәрбиәләнеүселәргә баҡса үҫтереү мөмкинлеге лә буласаҡ, сөнки мәктәп ихатаһында уҡыу-тәжрибә участкаһы урынлашасаҡ.
Бында йылы автотуҡталҡа сафҡа ингән. Бөгөн төҙөүселәр уҡыу корпустарының стеналарын күтәреү менән мәшғүл. Башҡа блоктарҙа ла нигеҙ ҡаҙыу эштәре алып барыла. Шуныһы ҡыуаныслы: генераль подрядсылар ваҡыт менән иҫәпләшмәй, тәбиғәттең көйһөҙләнеүенә лә ҡарамай, бурысын намыҫлы, теүәл башҡара. Былтыр 47 миллион һумдан ашыу аҡса үҙләштерелгән. Тимәк, төҙөүселәр ошондай тығыҙ графикта һәм тотороҡло эшләһә, коррекцион мәктәп-интернат тәрбиәләнеүселәре киләсәктә яңы һәм заманса биналарҙа белем, тәрбиә аласаҡ.