Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гүзәл зат өсөн ят спорт төрө түгел
Балтас районында командировкала саҡта төбәк менән танышыуҙы Иҫке Балтас ауылындағы 1-се мәктәптән башланыҡ. Бында балалар тәрән белем һәм күркәм тәрбиә алһын өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа тыуҙырылған. Кем әйтмешләй, тырышып уҡымау хилаф һаналыр. “Районды ғына түгел, Башҡортостанды ситтәргә танытҡан бер уҡыусыбыҙ Мәскәү яҡтарынан еңеү менән ҡайтты. Бәлки, юлайҡан танышып сығырһығыҙ?” – тине оҙатып йөрөгән ҡыҙ.

Башҡортостан данын яҡлаусыбыҙ XI класс уҡыусыһы Розанна Кашапова һөйләүенсә, ул бәләкәйҙән спорт менән әүҙем шөғөлләнгән. Мәктәп тормошондағы төрлө ярыштарҙа ҡатнашыуҙан тыш, һабантуйҙарҙа спорт буйынса ойошторолған бәйгеләрҙә лә алдынғылыҡты бирмәгән. Бәғзе берәүҙәр уны гүзәл зат өсөн ят спорт төрө һанаһа ла (әммә бер ҙә улай түгел), гер күтәреүгә ныҡлап ылыҡҡан. Ҡыҙ әңгәмәләшеүгә әүәҫ булғас, бер аҙ тотҡарландыҡ һәм һорау артынан һорау яуҙырҙыҡ.

– Розанна, билдәлелек яулау өсөн күп кәрәкме?
– Әхирәттәрем араһында үҙҙә­ренең күңеленә ятҡан төрлө шөғөл табыусылар бар. Кемдәрҙер бәйләргә ярата йәки сигеүгә бирелгән, икенсе берәүҙәр сәйәхәт итеү яҡлы, шулай уҡ китап уҡыу ҙа үҙенә күрә ҙур эш бит. Әйткәндәй, уҡыусы балаларға килгәндә, тырышып уҡыу ҙа етә тип әйтер күптәр. Белем эстәү һәр саҡ кәрәк, дөрөҫ, әммә физик яҡтан көслө булыу ҙа артыҡ түгел. Һис кенә лә мине белһендәр тигән уй менән йәшәмәйем, дан артынан ҡыумайым, тип әйтмәксемен.

– Әле генә алыҫтан ҡайтып төшкәнһең. Ошо ярыш тураһында ҡыҫҡаса ғына һөйләп үтһәңсе?
– Калуга ҡалаһында тотош илебеҙ кимәлендә Калуга өлкәһе губернаторы исеменә ярыш үткәрелде. Унда Рәсәйҙең ҡайһы ғына мөйөшөнән килмәгәндәр! 24 килограмм ауыр­лыҡтағы герҙе 81 тапҡыр күтәреп, береһен дә алдыма сығарманым. Һөҙөмтәлә спорт мастерлығына кандидат нормативын үтәнем. Ҡыҙыҡ, ныҡ ҡыҙып киткәнмен дә тренерҙың “туҡта” тигән һүҙҙәрен дә ишетмә­гәнмен. Уның ҡул хәрәкәттәрен шәйләгәс кенә, герҙе иҙәнгә ултыр­тырға кәрәк икәнде аңланым, юғиһә 100-гә еткерергә лә иҫәп юҡ түгел ине. Хәйер, нормативты үтәү өсөн ауырлыҡты 71 тапҡыр күтәреү ҙә етә!

– Гер булһынмы, штанга ти­һеңме, тимерҙе күтәргәндә башты эшләтеү кәрәкмәй шикелле, көс беләктә булһа, шул еткән...
– Ситтән ҡарағанда ғына ябай күренәлер, элек минең дә фекерем шулайыраҡ ине. Унда башың йомро түгел икән, эш харап. Иң мөһиме, йөрәк тибешен дөрөҫ көйләргә кәрәк, герҙе күтәргән саҡ менән уны төшөргән ваҡытта бер иш тын алыу дөрөҫ түгел. Һәр спорт төрөнөң шулай үҙенә күрә серҙәре була инде ул...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 764

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 197

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 627

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 169

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 388

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 163

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 220

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 219

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 171

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 150

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 159

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 302