Балтас районында командировкала саҡта төбәк менән танышыуҙы Иҫке Балтас ауылындағы 1-се мәктәптән башланыҡ. Бында балалар тәрән белем һәм күркәм тәрбиә алһын өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа тыуҙырылған. Кем әйтмешләй, тырышып уҡымау хилаф һаналыр. “Районды ғына түгел, Башҡортостанды ситтәргә танытҡан бер уҡыусыбыҙ Мәскәү яҡтарынан еңеү менән ҡайтты. Бәлки, юлайҡан танышып сығырһығыҙ?” – тине оҙатып йөрөгән ҡыҙ.
Башҡортостан данын яҡлаусыбыҙ XI класс уҡыусыһы Розанна Кашапова һөйләүенсә, ул бәләкәйҙән спорт менән әүҙем шөғөлләнгән. Мәктәп тормошондағы төрлө ярыштарҙа ҡатнашыуҙан тыш, һабантуйҙарҙа спорт буйынса ойошторолған бәйгеләрҙә лә алдынғылыҡты бирмәгән. Бәғзе берәүҙәр уны гүзәл зат өсөн ят спорт төрө һанаһа ла (әммә бер ҙә улай түгел), гер күтәреүгә ныҡлап ылыҡҡан. Ҡыҙ әңгәмәләшеүгә әүәҫ булғас, бер аҙ тотҡарландыҡ һәм һорау артынан һорау яуҙырҙыҡ.
– Розанна, билдәлелек яулау өсөн күп кәрәкме?
– Әхирәттәрем араһында үҙҙәренең күңеленә ятҡан төрлө шөғөл табыусылар бар. Кемдәрҙер бәйләргә ярата йәки сигеүгә бирелгән, икенсе берәүҙәр сәйәхәт итеү яҡлы, шулай уҡ китап уҡыу ҙа үҙенә күрә ҙур эш бит. Әйткәндәй, уҡыусы балаларға килгәндә, тырышып уҡыу ҙа етә тип әйтер күптәр. Белем эстәү һәр саҡ кәрәк, дөрөҫ, әммә физик яҡтан көслө булыу ҙа артыҡ түгел. Һис кенә лә мине белһендәр тигән уй менән йәшәмәйем, дан артынан ҡыумайым, тип әйтмәксемен.
– Әле генә алыҫтан ҡайтып төшкәнһең. Ошо ярыш тураһында ҡыҫҡаса ғына һөйләп үтһәңсе?
– Калуга ҡалаһында тотош илебеҙ кимәлендә Калуга өлкәһе губернаторы исеменә ярыш үткәрелде. Унда Рәсәйҙең ҡайһы ғына мөйөшөнән килмәгәндәр! 24 килограмм ауырлыҡтағы герҙе 81 тапҡыр күтәреп, береһен дә алдыма сығарманым. Һөҙөмтәлә спорт мастерлығына кандидат нормативын үтәнем. Ҡыҙыҡ, ныҡ ҡыҙып киткәнмен дә тренерҙың “туҡта” тигән һүҙҙәрен дә ишетмәгәнмен. Уның ҡул хәрәкәттәрен шәйләгәс кенә, герҙе иҙәнгә ултыртырға кәрәк икәнде аңланым, юғиһә 100-гә еткерергә лә иҫәп юҡ түгел ине. Хәйер, нормативты үтәү өсөн ауырлыҡты 71 тапҡыр күтәреү ҙә етә!
– Гер булһынмы, штанга тиһеңме, тимерҙе күтәргәндә башты эшләтеү кәрәкмәй шикелле, көс беләктә булһа, шул еткән...
– Ситтән ҡарағанда ғына ябай күренәлер, элек минең дә фекерем шулайыраҡ ине. Унда башың йомро түгел икән, эш харап. Иң мөһиме, йөрәк тибешен дөрөҫ көйләргә кәрәк, герҙе күтәргән саҡ менән уны төшөргән ваҡытта бер иш тын алыу дөрөҫ түгел. Һәр спорт төрөнөң шулай үҙенә күрә серҙәре була инде ул...