Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Телен һөйгән илен һөйөр
Өфөлә төбәк-ара һәм республика олимпиадалары үтте.

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында өс көн дауам иткән сара ысын мәғәнәһендә рух һәм туған тел байрамына әйләнде. Еңеүселәр башҡорт мәктәптәрендә белем алған, башҡорт телен дәүләт йәки туған тел булараҡ өйрәнгән уҡыусылар араһында айырым билдәләнде.

– Башҡа йылдар менән сағыш­тырғанда, быйыл олимпиадала ҡатнашыусылар күберәк булды, быны ҡыуаныслы күренеш тип билдәләп үтер инем. Барлығы 300-ҙән ашыу уҡыусы тел байлығы буйынса белемен һынаны, – тине республиканың мәға­риф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева.
Башҡорт теле менән бер рәттән Башҡортостан мәктәптәрендә уҡытылған татар, сыуаш, мари, удмурт телдәре буйынса ла төбәк-ара һәм республика олимпиадалары үтте. Уларҙа 200-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәлә­ренән килеп, туған башҡорт те­ленә тоғролоғон раҫлап, яҡшы һөҙөмтә күрһәткән уҡыусыларға маҡтау грамоталары һәм иҫтә­лекле бүләктәр тапшырҙы. Ижади ярышта Ҡурған өлкәһенең Са­факүл районынан, Ырымбур өлкәһе­нең Новосергиевск, Түлгән, Александровск, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан 12 уҡыусы призерҙар иҫәбенә инде.

– Телһөйәр ҙә булығыҙ, сәләмәт тормош та алып барығыҙ. Бөгөн милләтебеҙгә тап шундай йәштәр кәрәк, – тип белдерҙе башҡарма комитет рәйесе Данир Ғәйнуллин тәбрикләү телмәрендә.

Бөрйән районының Байназар мәктәбенән Гүзәлиә Төлкөбаева, Миәкә районы үҙәгендәге 2-се урта мәктәптән Азалия Камалетдинова, ошо уҡ райондың Илсеғол мәктәбенән Ғәлиә Шәйәхмәтова, Баймаҡ районының Ҡолсора мәктәбенән Нәфисә Мостафина – үҙ төркөмдәрендә еңеү яулаған уҡыусылар. Олимпиаданы тантаналы ябыу сараһында Нәфисә, тиңдәштәре исеменән сығыш яһап, телмәр байлығы, фекер төплөлөгө менән күптәрҙе һоҡландырҙы.

– Мин быйыл XI класты тамамлайым. Олимпиада еңеүсеһе бу­лараҡ, башҡорт филологияһы факультетына имтиханһыҙ инеү хоҡуғын яуланым. Был – минең өсөн оло бәхет, сөнки мотлаҡ шул йүнәлеш буйынса китәсәгемде, киләсәктә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы буласа­ғымды күптән хәл иткән инем, – ти телһөйәр Баймаҡ ҡыҙы.

Бөрйән районының Байназар урта мәктәбенән XI класс уҡыу­сыһы Гүзәлиә Төлкөбаеваның еңеүенә уҡытыусыһы Рәсимә Баязитова ла шат.
– Гүзәлиә башҡорт теле буйынса олимпиадала йыл һайын ҡатнашты. Быға тиклем район кимәлендә еңеүҙәр яуланы, ә быйыл республикала I урын алып ҡыуандырҙы. Киләсәген ул икенсе өлкәлә күрә, әммә туған теленә һөйөүе, уны яҡшы белеүе Гүзәлиәгә тормошта ярҙам ғына итер, тип уйлайым, – ти Рәсимә Рауил ҡыҙы.

Эйе, телен һөйгән илен дә һө­йөр. Тап бына ошо рухлы ба­лаларға бәйле бит халҡыбыҙҙың һәм илебеҙҙең киләсәге.


Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 2

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 2

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды 08.06.2026 // Йәмғиәт

Сараларҙы көсәйтеүгә хәүефле статистика сәбәпсе булды....

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә