Өфөлә төбәк-ара һәм республика олимпиадалары үтте.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында өс көн дауам иткән сара ысын мәғәнәһендә рух һәм туған тел байрамына әйләнде. Еңеүселәр башҡорт мәктәптәрендә белем алған, башҡорт телен дәүләт йәки туған тел булараҡ өйрәнгән уҡыусылар араһында айырым билдәләнде.
– Башҡа йылдар менән сағыштырғанда, быйыл олимпиадала ҡатнашыусылар күберәк булды, быны ҡыуаныслы күренеш тип билдәләп үтер инем. Барлығы 300-ҙән ашыу уҡыусы тел байлығы буйынса белемен һынаны, – тине республиканың мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева.
Башҡорт теле менән бер рәттән Башҡортостан мәктәптәрендә уҡытылған татар, сыуаш, мари, удмурт телдәре буйынса ла төбәк-ара һәм республика олимпиадалары үтте. Уларҙа 200-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренән килеп, туған башҡорт теленә тоғролоғон раҫлап, яҡшы һөҙөмтә күрһәткән уҡыусыларға маҡтау грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ижади ярышта Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районынан, Ырымбур өлкәһенең Новосергиевск, Түлгән, Александровск, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан 12 уҡыусы призерҙар иҫәбенә инде.
– Телһөйәр ҙә булығыҙ, сәләмәт тормош та алып барығыҙ. Бөгөн милләтебеҙгә тап шундай йәштәр кәрәк, – тип белдерҙе башҡарма комитет рәйесе Данир Ғәйнуллин тәбрикләү телмәрендә.
Бөрйән районының Байназар мәктәбенән Гүзәлиә Төлкөбаева, Миәкә районы үҙәгендәге 2-се урта мәктәптән Азалия Камалетдинова, ошо уҡ райондың Илсеғол мәктәбенән Ғәлиә Шәйәхмәтова, Баймаҡ районының Ҡолсора мәктәбенән Нәфисә Мостафина – үҙ төркөмдәрендә еңеү яулаған уҡыусылар. Олимпиаданы тантаналы ябыу сараһында Нәфисә, тиңдәштәре исеменән сығыш яһап, телмәр байлығы, фекер төплөлөгө менән күптәрҙе һоҡландырҙы.
– Мин быйыл XI класты тамамлайым. Олимпиада еңеүсеһе булараҡ, башҡорт филологияһы факультетына имтиханһыҙ инеү хоҡуғын яуланым. Был – минең өсөн оло бәхет, сөнки мотлаҡ шул йүнәлеш буйынса китәсәгемде, киләсәктә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы буласағымды күптән хәл иткән инем, – ти телһөйәр Баймаҡ ҡыҙы.
Бөрйән районының Байназар урта мәктәбенән XI класс уҡыусыһы Гүзәлиә Төлкөбаеваның еңеүенә уҡытыусыһы Рәсимә Баязитова ла шат.
– Гүзәлиә башҡорт теле буйынса олимпиадала йыл һайын ҡатнашты. Быға тиклем район кимәлендә еңеүҙәр яуланы, ә быйыл республикала I урын алып ҡыуандырҙы. Киләсәген ул икенсе өлкәлә күрә, әммә туған теленә һөйөүе, уны яҡшы белеүе Гүзәлиәгә тормошта ярҙам ғына итер, тип уйлайым, – ти Рәсимә Рауил ҡыҙы.
Эйе, телен һөйгән илен дә һөйөр. Тап бына ошо рухлы балаларға бәйле бит халҡыбыҙҙың һәм илебеҙҙең киләсәге.