Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туған телен һаҡлаған — халҡының киләсәген яҡлаған
Туған телен һаҡлаған — халҡының киләсәген яҡлағанБашҡортостан Республикаһында туған телдәрҙе уҡытыуҙың төплө ойошторолоуы унда йәшәгән халыҡтарҙың да үҙ-ара татыу йәшәү гаранты булыуын илебеҙ Президенты билдәләп киткәйне. Ошо үтә яуаплы бурыстың төп күрһәткесе — туған телдәрҙе өйрәнгән балаларҙың белем кимәлен олимпиадалар аша билдәләү. Мәктәп программаһындағы башҡа предметтар кеүек үк, башҡорт теле ныҡлы өйрәнелергә, киләсәк быуындың аралашыу ҡоралы булараҡ, грамоталылыҡҡа йүнәлеш биреүсе төп фән булырға тейеш. Туған телде өйрәнеү мәсьәләһенең рухи ҡиммәттәрҙе нығытыуға, әхлаҡи бейеклектәрҙе тотоуға, быуаттар буйына яуланған тарихи үрҙәребеҙҙе һаҡлауға булышлыҡ итеүен дә оноторға ярамай. Тиҙ үҙгәреүсән, мәғлүмәт селтәрҙәре менән тығыҙланған заманда ошо мөҡәддәс бурысты башҡарыу өсөн яңы юлдар, мөмкинлектәр табыу – киләсәгебеҙгә битараф булмағандар эше.

Ошо арала Ишембай ҡалаһының Ә. Вәлиди исемендәге 2-се республика башҡорт гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән 7-8 кластар араһында үткән рес­публика бәйгеһе – тап ошондай сара­ларҙан.
Уның төп ойоштороусылары — Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы, Ишембай ҡалаһының Ә. Вәлиди исемендәге 2-се республика башҡорт гимназия-интернаты һәм Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы Башҡарма комитеты — олимпиаданы туған тел байрамына әйлән­дереү, балалар күңелендә онотолмаҫ бер хәтирә итеп ҡалдырыу өсөн күп көс һалды. Бигерәк тә 2-се республика башҡорт гимназия-интернатының директоры, Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әлфис Фәйзуллин, директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары Рифат Әйүпов, тәжрибәле педагогтар булараҡ, уҡыусы­ларҙың ынтылышын тормошҡа ашырыу өсөн юғары уҡыу йорттары менән бәйләнеш булдырып, олимпиаданың аныҡ программаһын төҙөнө, уҡытыусы, тәрбиәселәр ярҙамы менән сараны юғары кимәлдә үткәрә алды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы, шағирә Ғәлиә Фәйзуллина әҙерләгән ғәжәйеп матур ҡаршылау һәм олимпиаданы ябыу тантанаһы бәйгегә килгән балаларға матур тәьҫир итте. Республиканың төрлө район һәм ҡала мәктәптәренән килгән 80 бала олимпиадала ихлас ҡатнашып, аралашыу шатлығын кисереүе сараның бик урынлы булыуын күрһәтте.
Уҡыусыларҙың эштәрен баһалау өсөн Өфөнән, Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайынан, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалынан уҡытыусылар, тел-әҙәбиәт белгестәре, ғалимдар килгәйне. Тәүге көндә үк бәйгенең ике иң яуаплы туры – тексҡа анализ, бирелгән темалар буйынса инша яҙыу үтте. Ярыш ҡыҙыу барҙы.Туған телен һаҡлаған — халҡының киләсәген яҡлаған
Бәйгегә балаларын оҙатып килгән уҡытыусылар өсөн дә ҡыҙыҡлы саралар ҡаралғайны: Ҡаҙағстан, Таулы Алтайҙан килгән студенттар һәм уҡытыусылар ҡатнашлығындағы “түңәрәк өҫтәл” телдәр туғанлығын күрһәтте, тағы ла бер тапҡыр туған телебеҙ матурлығын танытты, уға ихтирамды арттырҙы.
Кисен бәйге ғәме менән янған, дуҫла­шырға өлгөргән уҡыусыларҙы гимназияның Тамашалар залында ҡыҙыҡлы сара – “Үҙ уйының” бәйгеһе көтә ине. Бынан һуң барыһының күңеленә дуҫлыҡ дискотекаһы, башҡорт моңо хуш килде.
Олимпиада уҡытыусыларға ла бик оҡшаны. Көйөргәҙе, Ғафури, Миәкә районы уҡытыусылары әйткәнсә, ул балаларҙы ла, уҡытыусыны ла үҫтереүсе буласаҡ. “Беҙҙең тулы булмаған мәктәптән район олимпиадаһына бер бала ғына сыға ала, башҡарған эшебеҙҙе тейешенсә күрһәтә алмайбыҙ. Ә аттестация үтергә, педагогик яҡтан үҫергә кәрәк. Бына хәҙер эшебеҙҙе күрһәтеү, балаларыбыҙҙы үҫтереү өсөн дә мөмкинлек бар. Ишембайҙарҙың матур башланғысы йыл һайын дауам итһен ине,” – тиҙәр улар. Мәҡәлә авторҙары ла, тап шул фекерҙе ҡеүәтләп, туған тел һәм башҡорт әҙәбиәте буйынса белемле, рухлы, сәмле уҡыусылар үҫһен ине тигән теләктә ҡала.
Республикабыҙҙың балалар, йәштәр өсөн баҫмалары — “Йәншишмә”, “Аманат” гәзит­тәре вәкилдәре, етәкселәре бәйгеселәргә маҡтау ҡағыҙҙары, матур бүләктәр тап­шырҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетынан да олимпиада еңеүселәренә махсус бүләктәр бирелде. Ҡоролтай аппаратының баш белгесе Рәйсә Күзбәкова бәйгенең ойоштороу кимәлен юғары баһалап, киләсәктә уның тағы ла юғарыраҡ кимәлдә үтеренә ышаныс белдерҙе.
Сара һуңында барыһын да гимназияның кескәй артистары йыр-моң, бейеүҙәр, тасуири һүҙ менән алҡышланы. Бәйге ысын мәғәнәһендә туған тел байрамына әүерелде һәм барса ҡатнашыусылар ҙа ҡәнәғәтлек, рухи күтәренкелек менән таралышты.



Автор: Р. КУЗЕЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523