Башҡортостан Республикаһында туған телдәрҙе уҡытыуҙың төплө ойошторолоуы унда йәшәгән халыҡтарҙың да үҙ-ара татыу йәшәү гаранты булыуын илебеҙ Президенты билдәләп киткәйне. Ошо үтә яуаплы бурыстың төп күрһәткесе — туған телдәрҙе өйрәнгән балаларҙың белем кимәлен олимпиадалар аша билдәләү. Мәктәп программаһындағы башҡа предметтар кеүек үк, башҡорт теле ныҡлы өйрәнелергә, киләсәк быуындың аралашыу ҡоралы булараҡ, грамоталылыҡҡа йүнәлеш биреүсе төп фән булырға тейеш. Туған телде өйрәнеү мәсьәләһенең рухи ҡиммәттәрҙе нығытыуға, әхлаҡи бейеклектәрҙе тотоуға, быуаттар буйына яуланған тарихи үрҙәребеҙҙе һаҡлауға булышлыҡ итеүен дә оноторға ярамай. Тиҙ үҙгәреүсән, мәғлүмәт селтәрҙәре менән тығыҙланған заманда ошо мөҡәддәс бурысты башҡарыу өсөн яңы юлдар, мөмкинлектәр табыу – киләсәгебеҙгә битараф булмағандар эше.Ошо арала Ишембай ҡалаһының Ә. Вәлиди исемендәге 2-се республика башҡорт гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән 7-8 кластар араһында үткән республика бәйгеһе – тап ошондай сараларҙан.
Уның төп ойоштороусылары — Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы, Ишембай ҡалаһының Ә. Вәлиди исемендәге 2-се республика башҡорт гимназия-интернаты һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты — олимпиаданы туған тел байрамына әйләндереү, балалар күңелендә онотолмаҫ бер хәтирә итеп ҡалдырыу өсөн күп көс һалды. Бигерәк тә 2-се республика башҡорт гимназия-интернатының директоры, Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әлфис Фәйзуллин, директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары Рифат Әйүпов, тәжрибәле педагогтар булараҡ, уҡыусыларҙың ынтылышын тормошҡа ашырыу өсөн юғары уҡыу йорттары менән бәйләнеш булдырып, олимпиаданың аныҡ программаһын төҙөнө, уҡытыусы, тәрбиәселәр ярҙамы менән сараны юғары кимәлдә үткәрә алды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, шағирә Ғәлиә Фәйзуллина әҙерләгән ғәжәйеп матур ҡаршылау һәм олимпиаданы ябыу тантанаһы бәйгегә килгән балаларға матур тәьҫир итте. Республиканың төрлө район һәм ҡала мәктәптәренән килгән 80 бала олимпиадала ихлас ҡатнашып, аралашыу шатлығын кисереүе сараның бик урынлы булыуын күрһәтте.
Уҡыусыларҙың эштәрен баһалау өсөн Өфөнән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалынан уҡытыусылар, тел-әҙәбиәт белгестәре, ғалимдар килгәйне. Тәүге көндә үк бәйгенең ике иң яуаплы туры – тексҡа анализ, бирелгән темалар буйынса инша яҙыу үтте. Ярыш ҡыҙыу барҙы.
Бәйгегә балаларын оҙатып килгән уҡытыусылар өсөн дә ҡыҙыҡлы саралар ҡаралғайны: Ҡаҙағстан, Таулы Алтайҙан килгән студенттар һәм уҡытыусылар ҡатнашлығындағы “түңәрәк өҫтәл” телдәр туғанлығын күрһәтте, тағы ла бер тапҡыр туған телебеҙ матурлығын танытты, уға ихтирамды арттырҙы.
Кисен бәйге ғәме менән янған, дуҫлашырға өлгөргән уҡыусыларҙы гимназияның Тамашалар залында ҡыҙыҡлы сара – “Үҙ уйының” бәйгеһе көтә ине. Бынан һуң барыһының күңеленә дуҫлыҡ дискотекаһы, башҡорт моңо хуш килде.
Олимпиада уҡытыусыларға ла бик оҡшаны. Көйөргәҙе, Ғафури, Миәкә районы уҡытыусылары әйткәнсә, ул балаларҙы ла, уҡытыусыны ла үҫтереүсе буласаҡ. “Беҙҙең тулы булмаған мәктәптән район олимпиадаһына бер бала ғына сыға ала, башҡарған эшебеҙҙе тейешенсә күрһәтә алмайбыҙ. Ә аттестация үтергә, педагогик яҡтан үҫергә кәрәк. Бына хәҙер эшебеҙҙе күрһәтеү, балаларыбыҙҙы үҫтереү өсөн дә мөмкинлек бар. Ишембайҙарҙың матур башланғысы йыл һайын дауам итһен ине,” – тиҙәр улар. Мәҡәлә авторҙары ла, тап шул фекерҙе ҡеүәтләп, туған тел һәм башҡорт әҙәбиәте буйынса белемле, рухлы, сәмле уҡыусылар үҫһен ине тигән теләктә ҡала.
Республикабыҙҙың балалар, йәштәр өсөн баҫмалары — “Йәншишмә”, “Аманат” гәзиттәре вәкилдәре, етәкселәре бәйгеселәргә маҡтау ҡағыҙҙары, матур бүләктәр тапшырҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетынан да олимпиада еңеүселәренә махсус бүләктәр бирелде. Ҡоролтай аппаратының баш белгесе Рәйсә Күзбәкова бәйгенең ойоштороу кимәлен юғары баһалап, киләсәктә уның тағы ла юғарыраҡ кимәлдә үтеренә ышаныс белдерҙе.
Сара һуңында барыһын да гимназияның кескәй артистары йыр-моң, бейеүҙәр, тасуири һүҙ менән алҡышланы. Бәйге ысын мәғәнәһендә туған тел байрамына әүерелде һәм барса ҡатнашыусылар ҙа ҡәнәғәтлек, рухи күтәренкелек менән таралышты.