Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кадеттар – мәктәптең ғорурлығы
Кадеттар – мәктәптең ғорурлығыКүптән түгел Сибайҙа үткән сарала сәхнә тулып баҫҡан кадеттарҙың сығышын ҡараныҡ. Бер сафҡа теҙелгән, бер иштән кейенгән ҡыҙ һәм малайҙар сағыу тауыш менән патриотик рухта йыр башҡарҙы. Әйткәндәй, уларҙың барыһы ла ҡаланың 7-се мәктәбенең кадет класында белем алған уҡыусылар булып сыҡты.
Мәктәп директоры Владимир Рысин әйтеүенсә, үткән уҡыу йылынан теләүселәр өсөн 1, 5, 10-сыла кадет полиция кластары асылған. Башҡа уҡыусы­ларҙан айырмалы, кадеттар өҫтәмә рәүештә ҡаланың Балалар ижад үҙә­гендә хор, театр, хореография, йөҙөү, туризм буйынса түңәрәк­кә йөрөй. Шулай уҡ ҡала эске эштәр бүлеге офицерҙары ойошторған “Айкидо һәм дзюдо” ойошмаһында шөғөлләнә.
Кадет класын һайлаусы­ларҙы матур хәрби кейемдәр, парадтар, погондағы йондоҙҙар түгел, ә киләсәктә илде һаҡлау теләге алып килгән. Әлбиттә, кадет булыу еңелдән түгел. Был исемде лайыҡлы йөрөтөү өсөн, яҡшы уҡыуҙан тыш, һәйбәт физик әҙерлек, хәрби дисциплинаны белеү мөһим. Илһөйәрлек һәм сикһеҙ тырышлыҡ – улар өсөн төп сифаттарҙың береһе. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: кадет булыусылар араһында ҡыҙҙар ҙа байтаҡ ҡына. Гүзәл заттарға бер ниндәй ташлама ҡарал­маған: улар башҡалар кеүек йүгерергә, бейеклеккә һикерер­гә, ҡаршылыҡтар аша үтергә, утты-һыуҙы кисергә, кадет антын ятларға, илһөйәрлек тәрбиәһе нигеҙҙәрен белергә тейеш, сөнки кадеттар – Тыуған илебеҙ киләсәге, буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар. Шунлыҡ­тан уларҙың һәр аҙымы етди күҙәтеү аҫтында, белеме, әхлаҡи сифаты һәм физик әҙерлеге юғары кимәлдә булыуы мөһим. Был тәңгәлдә ҡала хакимиәте, ҡала мәғариф бүлеге менән берлектә мәктәптә маҡсатлы эш алып барыла. Кадет сығарылыш уҡыусыһының артабан хоҡуҡ һаҡлау йәки хәрби өлкәне һайлауы мөһим түгел, әммә уның йөҙөндә үҙенең Тыуған иле өсөн ғорурлыҡ балҡыуы, күңелендә илһөйәрлек һәм ватансылыҡ сифаттары тәрбиәләнеүе киләсәктә күк йөҙөнөң тыныс буласағына ышаныс уята.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521