Күптән түгел Сибайҙа үткән сарала сәхнә тулып баҫҡан кадеттарҙың сығышын ҡараныҡ. Бер сафҡа теҙелгән, бер иштән кейенгән ҡыҙ һәм малайҙар сағыу тауыш менән патриотик рухта йыр башҡарҙы. Әйткәндәй, уларҙың барыһы ла ҡаланың 7-се мәктәбенең кадет класында белем алған уҡыусылар булып сыҡты. Мәктәп директоры Владимир Рысин әйтеүенсә, үткән уҡыу йылынан теләүселәр өсөн 1, 5, 10-сыла кадет полиция кластары асылған. Башҡа уҡыусыларҙан айырмалы, кадеттар өҫтәмә рәүештә ҡаланың Балалар ижад үҙәгендә хор, театр, хореография, йөҙөү, туризм буйынса түңәрәккә йөрөй. Шулай уҡ ҡала эске эштәр бүлеге офицерҙары ойошторған “Айкидо һәм дзюдо” ойошмаһында шөғөлләнә.
Кадет класын һайлаусыларҙы матур хәрби кейемдәр, парадтар, погондағы йондоҙҙар түгел, ә киләсәктә илде һаҡлау теләге алып килгән. Әлбиттә, кадет булыу еңелдән түгел. Был исемде лайыҡлы йөрөтөү өсөн, яҡшы уҡыуҙан тыш, һәйбәт физик әҙерлек, хәрби дисциплинаны белеү мөһим. Илһөйәрлек һәм сикһеҙ тырышлыҡ – улар өсөн төп сифаттарҙың береһе. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: кадет булыусылар араһында ҡыҙҙар ҙа байтаҡ ҡына. Гүзәл заттарға бер ниндәй ташлама ҡаралмаған: улар башҡалар кеүек йүгерергә, бейеклеккә һикерергә, ҡаршылыҡтар аша үтергә, утты-һыуҙы кисергә, кадет антын ятларға, илһөйәрлек тәрбиәһе нигеҙҙәрен белергә тейеш, сөнки кадеттар – Тыуған илебеҙ киләсәге, буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар. Шунлыҡтан уларҙың һәр аҙымы етди күҙәтеү аҫтында, белеме, әхлаҡи сифаты һәм физик әҙерлеге юғары кимәлдә булыуы мөһим. Был тәңгәлдә ҡала хакимиәте, ҡала мәғариф бүлеге менән берлектә мәктәптә маҡсатлы эш алып барыла. Кадет сығарылыш уҡыусыһының артабан хоҡуҡ һаҡлау йәки хәрби өлкәне һайлауы мөһим түгел, әммә уның йөҙөндә үҙенең Тыуған иле өсөн ғорурлыҡ балҡыуы, күңелендә илһөйәрлек һәм ватансылыҡ сифаттары тәрбиәләнеүе киләсәктә күк йөҙөнөң тыныс буласағына ышаныс уята.