Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормоштары йырға оҡшаш
Тормоштары йырға оҡшаш “Тормоштары йырға оҡшаш” тиҙәр ҡайһы бер ғаиләләр хаҡында. Сания һәм Ишемйәр Әхтәмовтар менән танышҡас, уларҙың ғаиләһен “күңел түренән урғылып сыҡҡан моңло бер йырға” оҡшаттым.
Алтмыш өс йылдан ашыу бер-береһенә терәк булып, бер-бере­һен ҡәҙерләп һәм хөрмәт итеп, ете бала үҫтереп, уларҙың бары­һын да уҡытып, оло тормош юлына сығарып, башлы-күҙле итеп, бөгөн 15 ейән-ейәнсәргә, 12 бүлә-бүләсәргә бәхетле олатай һәм өлә­сәй улар. Иҫке Балапан ауы­лы­ның абруйлы аҡһа­ҡалы һәм ағи­нәйе дәрәжәһенә еткән Әхтә­мов­тарҙы ауылдаштары хөрмәт итә, уларҙың кәңә­шенә ҡолаҡ һала.
Иҫке Балапан ауылында донъя­ға килгән Ишемйәр Әхтә­мов мәк­тәпте тамамлап, әрме са­фында йө­рөп ҡайтҡас, туған кол­хозында эш башлай. Колхоз­дың төрлө эшен башҡарырға тура килә уға, әммә тырыш һәм уңған егет һы­натмай: һәр ерҙә алдын­ғы­лыҡты бирмәй. Уның тырыш хеҙмәте ту­ра­һында бөгөн дә ҡә­ҙерләп һаҡ­ланған бихисап Маҡ­тау ҡағыҙы һәм Рәхмәт хаттары һөйләй. Колхозда 52 йыл тир тү­геп, хеҙмәт ветераны исе­менә ла­йыҡ булып, хаҡлы ялға сыға ул.
Күрше Ниязғол ауылы ҡыҙы Са­ния менән 1953 йылда өйлә­нешә. Бер-бер артлы балалары тыуа, улар­ҙы тәрбиәләү күбеһен­сә ҡа­ты­ны иңенә төшә. Йорт ху­жа­бикәһе лә колхоз ҡайҙа ҡушһа, шунда эшләй.
– Элек эш һайлап торманыҡ, колхоз рәйесе ни тиһә, шуны һүҙ­һеҙ үтәр инек. Эш тә күп булды, аш та булды. Хатта эшләргә кеше табылмай торғайны, өйҙә буш ул­тырған әҙәм булманы. Ауыл гөрләп торор ине, – тип хә­терләп алды ул саҡты Әхтәмовтар.
Нисек кенә ауыр булмаһын, оло быуын үҙҙәре күргән нужа­ларҙы ла, кисергән һөйөнөс-кө­йөнөстәрҙе лә йыш иҫләп алыу­сан. Хәтер тигәнең тағатылған йомғаҡ кеүек, бер ысҡынһа, осона тиҙ генә сығырмын, тимә. Сания инәй менән Ишемйәр апаның да һөйләр һүҙҙәре күп ине, әммә ми­не иң ныҡ һоҡландырғаны һәм ғәжәпкә ҡалдырғаны ошо ике оло кешенең бер-береһенә ҡарата тәрән ихтирамы, үҙ-ара йылы мө­нәсәбәте булды. Һикһәнде үткән­дә лә бер-береңде ялҡытмай, ҡартлығыңдың һәр көнөнән йәм табып, бер-береңде шаяртып, мәрәкәләшеп йәшәп ҡара әле! Шуға күрә оло­ғайған көндәрендә бәхетле ҡарт­лыҡтарын кисереп ултыралар, хатта һора­уымды бирергә лә ҡый­маным. “Оҙаҡ һәм бәхетле йәшәү сере нимәлә?” – тип һорарға ынтылдым да туҡтап ҡалдым. Нисек яуап бирерҙәрен һүҙһеҙ аңла­ған­дай булдым, геройҙарымдың нур һәм наҙ тулы күҙҙәренә ҡарап.
Инәйебеҙ йәй ихата тултырып сәскә үҫтерә, йорт хужаһы иһә үҙе яһаған түтәлдәренә төрлө йә­шел­сә ултырта. “Йәй көнө бала-саға ки­леп тула, йорт эсе умарталай гөрләп тора”, – тип йылмая Сания инәй.
– Ошоға тиклем мал тоттоҡ, ба­лалар әсәйгә һыйыр һауыуы ҡы­йын тигәс кенә малды тотон­доҡ. Шулай ҙа тауыҡ көтәбеҙ. Хәрә­кәт тә кәрәк бит, – ти Әхтәмовтар.
Бына шундай матур һәм өлгө­лө ғаилә йәшәй Әбйәлил тарафтарында. Иҫән саҡтарында бер-бе­реһенә терәк-таяныс булып, бала­ларына ярҙам итеп, улар янын­да бәхетле ҡартлыҡ кисе­реү­ҙән дә олораҡ бәхет юҡтыр донъяла! Хә­йер, үҙҙәре генә балаларына, ту­ған­дарына, ауылдаштарына ни тик­лем оло тормош һабаҡтары бир­гән­дәрен үҙҙәре лә белмәйҙер әле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523