“Тормоштары йырға оҡшаш” тиҙәр ҡайһы бер ғаиләләр хаҡында. Сания һәм Ишемйәр Әхтәмовтар менән танышҡас, уларҙың ғаиләһен “күңел түренән урғылып сыҡҡан моңло бер йырға” оҡшаттым. Алтмыш өс йылдан ашыу бер-береһенә терәк булып, бер-береһен ҡәҙерләп һәм хөрмәт итеп, ете бала үҫтереп, уларҙың барыһын да уҡытып, оло тормош юлына сығарып, башлы-күҙле итеп, бөгөн 15 ейән-ейәнсәргә, 12 бүлә-бүләсәргә бәхетле олатай һәм өләсәй улар. Иҫке Балапан ауылының абруйлы аҡһаҡалы һәм ағинәйе дәрәжәһенә еткән Әхтәмовтарҙы ауылдаштары хөрмәт итә, уларҙың кәңәшенә ҡолаҡ һала.
Иҫке Балапан ауылында донъяға килгән Ишемйәр Әхтәмов мәктәпте тамамлап, әрме сафында йөрөп ҡайтҡас, туған колхозында эш башлай. Колхоздың төрлө эшен башҡарырға тура килә уға, әммә тырыш һәм уңған егет һынатмай: һәр ерҙә алдынғылыҡты бирмәй. Уның тырыш хеҙмәте тураһында бөгөн дә ҡәҙерләп һаҡланған бихисап Маҡтау ҡағыҙы һәм Рәхмәт хаттары һөйләй. Колхозда 52 йыл тир түгеп, хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ булып, хаҡлы ялға сыға ул.
Күрше Ниязғол ауылы ҡыҙы Сания менән 1953 йылда өйләнешә. Бер-бер артлы балалары тыуа, уларҙы тәрбиәләү күбеһенсә ҡатыны иңенә төшә. Йорт хужабикәһе лә колхоз ҡайҙа ҡушһа, шунда эшләй.
– Элек эш һайлап торманыҡ, колхоз рәйесе ни тиһә, шуны һүҙһеҙ үтәр инек. Эш тә күп булды, аш та булды. Хатта эшләргә кеше табылмай торғайны, өйҙә буш ултырған әҙәм булманы. Ауыл гөрләп торор ине, – тип хәтерләп алды ул саҡты Әхтәмовтар.
Нисек кенә ауыр булмаһын, оло быуын үҙҙәре күргән нужаларҙы ла, кисергән һөйөнөс-көйөнөстәрҙе лә йыш иҫләп алыусан. Хәтер тигәнең тағатылған йомғаҡ кеүек, бер ысҡынһа, осона тиҙ генә сығырмын, тимә. Сания инәй менән Ишемйәр апаның да һөйләр һүҙҙәре күп ине, әммә мине иң ныҡ һоҡландырғаны һәм ғәжәпкә ҡалдырғаны ошо ике оло кешенең бер-береһенә ҡарата тәрән ихтирамы, үҙ-ара йылы мөнәсәбәте булды. Һикһәнде үткәндә лә бер-береңде ялҡытмай, ҡартлығыңдың һәр көнөнән йәм табып, бер-береңде шаяртып, мәрәкәләшеп йәшәп ҡара әле! Шуға күрә олоғайған көндәрендә бәхетле ҡартлыҡтарын кисереп ултыралар, хатта һорауымды бирергә лә ҡыйманым. “Оҙаҡ һәм бәхетле йәшәү сере нимәлә?” – тип һорарға ынтылдым да туҡтап ҡалдым. Нисек яуап бирерҙәрен һүҙһеҙ аңлағандай булдым, геройҙарымдың нур һәм наҙ тулы күҙҙәренә ҡарап.
Инәйебеҙ йәй ихата тултырып сәскә үҫтерә, йорт хужаһы иһә үҙе яһаған түтәлдәренә төрлө йәшелсә ултырта. “Йәй көнө бала-саға килеп тула, йорт эсе умарталай гөрләп тора”, – тип йылмая Сания инәй.
– Ошоға тиклем мал тоттоҡ, балалар әсәйгә һыйыр һауыуы ҡыйын тигәс кенә малды тотондоҡ. Шулай ҙа тауыҡ көтәбеҙ. Хәрәкәт тә кәрәк бит, – ти Әхтәмовтар.
Бына шундай матур һәм өлгөлө ғаилә йәшәй Әбйәлил тарафтарында. Иҫән саҡтарында бер-береһенә терәк-таяныс булып, балаларына ярҙам итеп, улар янында бәхетле ҡартлыҡ кисереүҙән дә олораҡ бәхет юҡтыр донъяла! Хәйер, үҙҙәре генә балаларына, туғандарына, ауылдаштарына ни тиклем оло тормош һабаҡтары биргәндәрен үҙҙәре лә белмәйҙер әле.