Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Бынан байтаҡ йылдар булды был хәл. Уландарым менән фотолар ҡарап ултырабыҙ.
– Атай, ниңә аяҡ-ҡулдарың нәҙек кенә, Әҡсән ағайҙыҡы һинекенән дә нәҙегерәк, икегеҙ ҙә ябыҡ ҡына? – тип һорап ҡуйҙы улым.
– Сөнки ул саҡта һуғыш бара ине, ашарға булманы, шуға күрә ябығып бөткәйнек. Аслыҡ, ҡаты аслыҡ ине.

Яуабым уларҙы ҡәнәғәтләндер­мәҫен белеп, һүҙҙе икенсе юҫыҡҡа борорға тырыштым.
– Бөгөн садикта ниндәй уйындар уйнанығыҙ, нимәләр ашанығыҙ?
– Уйнаныҡ инде. Бутҡа ашаттылар. Майлы ҡоймаҡ менән кәнфитләп сәй эсерҙеләр.
Малайҙарҙың тауышында ҡәнәғәт­һеҙлек һиҙелде.
– Ә нимә һуң ул аслыҡ? – тине лә олорағы, минең яҡҡа әйләнеп, яуап көтә башланы. Нимә әйтергә белмәй аптырабыраҡ торҙом да аңлатырға тырышып:
– Бына өйгә ҡайтып инәһең, ә өйҙә ашарға бер нәмә лә юҡ. Өҫтәлдә лә, кәштәлә лә, бер ерҙә лә.
– Ә ниңә, магазинға бараһың да икмәк алаһың, – тине бәләкәйе.
– Магазинда ла юҡ.
– Икмәк тә юҡмы? Нисек инде “юҡ”?
– Икмәк тә бөткән, ашарға һатып алырға магазинда бер ризыҡ та юҡ. Аҡса ла юҡ.
Малайҙар бөтөнләй аптырауға ҡалды.
– Улай нисек була инде – бер нәмә лә юҡ?
– Магазинда ағас ялғаш, ағас көрәк кенә була торғайны.
– Икмәк бешерергәме?
– Ялғашы көл тоноғо менән кер йыуырға.
Малайҙар аслыҡтың нимә икәнен барыбер төшөнөп етмәне, хәҙерге йәштәр ҙә ышанмаған шикелле.
Мин үҙем дә ҡайһы ваҡытта бер телем икмәккә тилмергән саҡтарымды онотоп ебәрәм, ләкин хәтерҙе нисек юҡҡа сығараһың?! Ауыр кисергән был хәҡиҡәтте тормоштан нисек һыҙып ташлайһың?
Әҡсән энем менән урмандан бал­тырған күтәреп ҡайтҡан мәлдәр иҫкә төшә. Күтәргән йөгөбөҙ ауыр түгел, урман гиҙеп күпме генә йөрөһәк тә, ыратып йыя алманыҡ. Бөтә кеше балтырған менән йәшәгәс, йыйып бөтөргәндәр. Ярар, әсәйебеҙ ке­серткән, алабута ҡушып бешерер әле тип үҙебеҙҙе йыуаттыҡ.
Һуғыш осоро һәм унан һуңғы йылдар ауыр булды шул. Атайҙары, оло ағайҙары һуғыштан ҡайта алмаған ғаиләлә үҫкән бала­ларға бигерәк тә ҡыйын ине. Беҙҙең атай ҙа илебеҙ азатлығы өсөн яу яланында 1943 йылдың 30 авгусында ҡорбан булды.
Тол ҡалған әсәйҙәр балаларын аслыҡтан үлтермәҫкә күпме генә тырышһа ла, көнө-төнө колхозда эшләһә лә, аяныс хәлгә тарығандар ҙа булды. Минең дә Әҡсән туғанымдан һуң һуғыш алдынан ғына тыуған Иҡсан, Хоҙайбирҙе исемле энекәш­тәрем аслыҡтан үлде.
Оноторға ине аслыҡ йылдарын. Юҡ, ярамай. Уны онотмау моңһоҙ йәшәргә, вайымһыҙ булырға ирек бирмәйәсәк. Тормошҡа айыҡ аҡыл менән ҡарарға, дөрөҫ баһаларға, уйлыраҡ булырға өйрәтәсәк, намыҫлы йәшәргә саҡырасаҡ.
Хәҙер балалар ҙа үҙгәрҙе. Һорау­ҙары ла бихисап, ләкин улар икмәк, аслыҡ хаҡында һорамай. Эйе, һорамаһындар, белмәһендәр. Яңы, тормошсан, ҡыҙыҡлы һорауҙар бирһендәр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521