Нимә ул аслыҡ?14.12.2016
Бынан байтаҡ йылдар булды был хәл. Уландарым менән фотолар ҡарап ултырабыҙ.
– Атай, ниңә аяҡ-ҡулдарың нәҙек кенә, Әҡсән ағайҙыҡы һинекенән дә нәҙегерәк, икегеҙ ҙә ябыҡ ҡына? – тип һорап ҡуйҙы улым.
– Сөнки ул саҡта һуғыш бара ине, ашарға булманы, шуға күрә ябығып бөткәйнек. Аслыҡ, ҡаты аслыҡ ине.
Яуабым уларҙы ҡәнәғәтләндермәҫен белеп, һүҙҙе икенсе юҫыҡҡа борорға тырыштым.
– Бөгөн садикта ниндәй уйындар уйнанығыҙ, нимәләр ашанығыҙ?
– Уйнаныҡ инде. Бутҡа ашаттылар. Майлы ҡоймаҡ менән кәнфитләп сәй эсерҙеләр.
Малайҙарҙың тауышында ҡәнәғәтһеҙлек һиҙелде.
– Ә нимә һуң ул аслыҡ? – тине лә олорағы, минең яҡҡа әйләнеп, яуап көтә башланы. Нимә әйтергә белмәй аптырабыраҡ торҙом да аңлатырға тырышып:
– Бына өйгә ҡайтып инәһең, ә өйҙә ашарға бер нәмә лә юҡ. Өҫтәлдә лә, кәштәлә лә, бер ерҙә лә.
– Ә ниңә, магазинға бараһың да икмәк алаһың, – тине бәләкәйе.
– Магазинда ла юҡ.
– Икмәк тә юҡмы? Нисек инде “юҡ”?
– Икмәк тә бөткән, ашарға һатып алырға магазинда бер ризыҡ та юҡ. Аҡса ла юҡ.
Малайҙар бөтөнләй аптырауға ҡалды.
– Улай нисек була инде – бер нәмә лә юҡ?
– Магазинда ағас ялғаш, ағас көрәк кенә була торғайны.
– Икмәк бешерергәме?
– Ялғашы көл тоноғо менән кер йыуырға.
Малайҙар аслыҡтың нимә икәнен барыбер төшөнөп етмәне, хәҙерге йәштәр ҙә ышанмаған шикелле.
Мин үҙем дә ҡайһы ваҡытта бер телем икмәккә тилмергән саҡтарымды онотоп ебәрәм, ләкин хәтерҙе нисек юҡҡа сығараһың?! Ауыр кисергән был хәҡиҡәтте тормоштан нисек һыҙып ташлайһың?
Әҡсән энем менән урмандан балтырған күтәреп ҡайтҡан мәлдәр иҫкә төшә. Күтәргән йөгөбөҙ ауыр түгел, урман гиҙеп күпме генә йөрөһәк тә, ыратып йыя алманыҡ. Бөтә кеше балтырған менән йәшәгәс, йыйып бөтөргәндәр. Ярар, әсәйебеҙ кесерткән, алабута ҡушып бешерер әле тип үҙебеҙҙе йыуаттыҡ.
Һуғыш осоро һәм унан һуңғы йылдар ауыр булды шул. Атайҙары, оло ағайҙары һуғыштан ҡайта алмаған ғаиләлә үҫкән балаларға бигерәк тә ҡыйын ине. Беҙҙең атай ҙа илебеҙ азатлығы өсөн яу яланында 1943 йылдың 30 авгусында ҡорбан булды.
Тол ҡалған әсәйҙәр балаларын аслыҡтан үлтермәҫкә күпме генә тырышһа ла, көнө-төнө колхозда эшләһә лә, аяныс хәлгә тарығандар ҙа булды. Минең дә Әҡсән туғанымдан һуң һуғыш алдынан ғына тыуған Иҡсан, Хоҙайбирҙе исемле энекәштәрем аслыҡтан үлде.
Оноторға ине аслыҡ йылдарын. Юҡ, ярамай. Уны онотмау моңһоҙ йәшәргә, вайымһыҙ булырға ирек бирмәйәсәк. Тормошҡа айыҡ аҡыл менән ҡарарға, дөрөҫ баһаларға, уйлыраҡ булырға өйрәтәсәк, намыҫлы йәшәргә саҡырасаҡ.
Хәҙер балалар ҙа үҙгәрҙе. Һорауҙары ла бихисап, ләкин улар икмәк, аслыҡ хаҡында һорамай. Эйе, һорамаһындар, белмәһендәр. Яңы, тормошсан, ҡыҙыҡлы һорауҙар бирһендәр.