Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ир-ат бар ерҙә тәртип түрҙә
Күпселектә ниндәй мәктәптең сығарылыш уҡыусылары белем алыуын техник йүнәлештәге мәғариф учреждениеһында дауам итә? Әлбиттә, остаздары ир-ат булһа. Талбазы лицейы тап ошо өҫтөнлөгө менән айырылып тора.


Уның уҡыусылары техник йү­нә­лештәге конкурстарҙа, олим­пиадаларҙа даими уңыш яулай, мәктәптән һуң белем алыуын шул юлдан дауам итә. Ҡаҙаныштың ниге­ҙендә, һис шикһеҙ, физика уҡытыусыһы Филхәт Хөсәйе­новтың ныҡышмал хеҙмәте ята. Һәр яҡлап өлгөлө, тәрән белемле, алдынғы фекерле педагогтың тәрбиәләнеүселәрен заманса ҡарашлы, аныҡ маҡсатлы итеп үҫтереүҙә өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Беренсе дәресен 17 йәшлек сағында үткәрә ул: Талбазы мәктә­бен тамамлаған егетте, математиканан уҡытыусылар етешмә­гәнлектән, райондағы бер уҡыу йортона эшкә ебәрәләр. Предметты яҡшы белгән Филхәт Талип улы хеҙмәткә ҙур дәрт-дарман менән тотона, тәрбиәлә­неүселәре тиҙ арала олимпиа­даларҙа урын яулай башлай.
Һөҙөмтәлә “уҡытыусы буласаҡ­мын” тигән ныҡлы фекергә килә йәш белгес һәм Стәрлетамаҡтағы педагогия институтына уҡырға инә. Диплом алғас, Семенкин мәктәбендә эшләй, унан район хакимиәтенең мәғариф идара­лығына методист итеп алына.
Тырыш йәш белгесте етәкселек тиҙ арала күреп, партияның район комитетына инструктор вазифа­һына тәғәйенләй. Ләкин Филхәт Талип улының күңеле һәр саҡ белем биреү өлкәһенә тартыла. Һөҙөмтәлә партияға байтаҡ хеҙмәт иткәндән һуң ул 1987 йылда тыуған ауылы мәктәбенә директор булып ҡайта.
Шул осорҙан алып йәш быуын вәкилдәренә төплө белем биреүен дауам итә ул. Ир-ат ҡулы аҫтындағы уҡыусыларҙың тәртибе лә яҡшы.
– Үҙ фәнен, балаларҙы яратҡан педагог ҡына уңышҡа өлгәшә ала, – ти Филхәт Талип улы. – Мәктәпкә ир-ат уҡытыусыларҙың күпләп килеүен теләйем. Ҡаты ҡул, ышаныслы иң кәрәк бөгөнгө белем усаҡтарына.
“Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусы­лары” конкурсында еңгән, ил Президенты премияһына лайыҡ булған, “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” исемен йөрөткән Филхәт Хөсәйенов – өйөндә лә ышаныслы терәк, оҫта ҡуллы хужа, ейән-ейәнсәрҙәренә өлгөлө олатай.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523