Ир-ат бар ерҙә тәртип түрҙә27.07.2016
Күпселектә ниндәй мәктәптең сығарылыш уҡыусылары белем алыуын техник йүнәлештәге мәғариф учреждениеһында дауам итә? Әлбиттә, остаздары ир-ат булһа. Талбазы лицейы тап ошо өҫтөнлөгө менән айырылып тора.
Уның уҡыусылары техник йүнәлештәге конкурстарҙа, олимпиадаларҙа даими уңыш яулай, мәктәптән һуң белем алыуын шул юлдан дауам итә. Ҡаҙаныштың нигеҙендә, һис шикһеҙ, физика уҡытыусыһы Филхәт Хөсәйеновтың ныҡышмал хеҙмәте ята. Һәр яҡлап өлгөлө, тәрән белемле, алдынғы фекерле педагогтың тәрбиәләнеүселәрен заманса ҡарашлы, аныҡ маҡсатлы итеп үҫтереүҙә өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Беренсе дәресен 17 йәшлек сағында үткәрә ул: Талбазы мәктәбен тамамлаған егетте, математиканан уҡытыусылар етешмәгәнлектән, райондағы бер уҡыу йортона эшкә ебәрәләр. Предметты яҡшы белгән Филхәт Талип улы хеҙмәткә ҙур дәрт-дарман менән тотона, тәрбиәләнеүселәре тиҙ арала олимпиадаларҙа урын яулай башлай.
Һөҙөмтәлә “уҡытыусы буласаҡмын” тигән ныҡлы фекергә килә йәш белгес һәм Стәрлетамаҡтағы педагогия институтына уҡырға инә. Диплом алғас, Семенкин мәктәбендә эшләй, унан район хакимиәтенең мәғариф идаралығына методист итеп алына.
Тырыш йәш белгесте етәкселек тиҙ арала күреп, партияның район комитетына инструктор вазифаһына тәғәйенләй. Ләкин Филхәт Талип улының күңеле һәр саҡ белем биреү өлкәһенә тартыла. Һөҙөмтәлә партияға байтаҡ хеҙмәт иткәндән һуң ул 1987 йылда тыуған ауылы мәктәбенә директор булып ҡайта.
Шул осорҙан алып йәш быуын вәкилдәренә төплө белем биреүен дауам итә ул. Ир-ат ҡулы аҫтындағы уҡыусыларҙың тәртибе лә яҡшы.
– Үҙ фәнен, балаларҙы яратҡан педагог ҡына уңышҡа өлгәшә ала, – ти Филхәт Талип улы. – Мәктәпкә ир-ат уҡытыусыларҙың күпләп килеүен теләйем. Ҡаты ҡул, ышаныслы иң кәрәк бөгөнгө белем усаҡтарына.
“Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары” конкурсында еңгән, ил Президенты премияһына лайыҡ булған, “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” исемен йөрөткән Филхәт Хөсәйенов – өйөндә лә ышаныслы терәк, оҫта ҡуллы хужа, ейән-ейәнсәрҙәренә өлгөлө олатай.