Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Осраҡлы күренеш түгел
– Беҙҙең ғәйнә башҡорт­тарының телендә, әҙәби телдән айырмалы рәүештә, үҙенсәлекле ҡылым фор­маһы бар: әҙәбисә бармаҫ-килмәҫ, ҡайһы бер диалект­тарҙа (һәм татар телендә лә) бармас-килмәс тип әйтһәләр, ғәйнәләр бармар-килмәр тип һөйләй. Был ҡайҙан килеп сыҡҡан, осраҡлы күренеш түгелме икән?

Фазыл КӘРИМОВ,
ветеран-уҡытыусы.



Хаттың авторы урынлы һорау бирә: күренекле диалектолог С.Ф. Миржанова ла был үҙенсәлекле форманың ғәйнә һөйләшендә эҙмә-эҙлекле ҡулланылыуын билдәләп үткән. Бына ул килтергән миҫалдар: Ғүмергә бармарым аңҡа (В жизни не пойду к нему); Мин килмәрем (Я не приду) (Миржанова С.Ф. “Северо-западный диалект башкирского языка” – Өфө, 2006, 248-249-сы биттәр).
Был үҙенсәлекле ҡылым формаһы башҡорт һәм татар телдәренең бер диалектында ла осрамай. Уның ҡайҙан һәм нисек барлыҡҡа килгәнен, йәғни тарихи нигеҙен асыҡлау өсөн ҡәрҙәш телдәрҙең күренештә­ренә мөрәжәғәт итергә (тарихи-сағыштырма методта ҡулла­нырға) кәрәк була. Әйтәйек, хәҙерге төркмән телендә лә ғәйнә һөйләшендәге ҡылым төрө бар: алмарым (я не возьму), алмарсың (ты не возьмешь), алмаз (он не возьмет). Күренеүенсә, бында ҡылымдың 1-се һәм 2-се заты -р күрһәт­кесе, 3-сө заты -з күрһәткесе менән яһала. Алмаз формаһы татар телендә һәм башҡорттоң ҡайһы бер диалекттарында алмас төрөнә күскән, сөнки, профессор Ж.Ғ. Кейекбаевтың раҫлауынса, “ҫ һәм һ өндә­ренең ... с, з, ҙ өндәренә мөнәсәбәте бар” (“Башҡорт теленең фонетика­һы”, Өфө, 2002, 130-сы бит). Йәғни башҡорт диалекттарында һәм татар телендә ҡул­ла­нылған с өнө (бармас-килмәс) з өнөнән килеп сыҡҡан (бармаз-килмәз-бармас-килмәс).
Бөгөнгө ғағауыз теленә был ҡылымдың 1-се һәм 2-се затында -р күрһәткесе (алмарым-алмарсын) әммә 2-се һәм 3-сө заттарына -з күрһәткесе менән параллель рәүештә ҡулла­нылған варианттары ла бар: алмарсын-алмазсын, алмар-алмаз. Уларҙың икеһе лә әҙәби телгә алынған. Хәҙерге азербайжан телендә лә үҙенсәлек бар: 1-се затында -р, ә 2-се һәм 3-сө заттарында -з күрһәткестәре файҙаланыла: алмарам (я не возьму), алмазсан (ты не возьмешь), алмаз (он не возьмет).
Миҫалдарҙан күренеүенсә, хәбәр ҡылымдың был төрө төрлө телдәрҙә затына ҡарап йә -р, йә -з күрһәткесе менән яһалған, сөнки алмаҫ, алмас, алмаз, алмар формалары киләсәк заман хәбәр ҡылымдың билдәһеҙ төрө булып һанала. Тәбиғи, улар янында шиклә­неүҙе, икеләнеүҙе белдергән модель һүҙҙәр генә килә ала: ул, бәлки, алмаҫ. Ул, моғайын, ҡайтмаҫ. Ә хәбәр ҡылымдың билдәле төрө янында бындай һүҙҙәр килә алмай, йәғни “ул, бәлки, алмаясаҡ”, “ул, моғайын, ҡайтмаясаҡ” кеүек әйтемдәр телдә барлыҡҡа килмәй. Ә билдәһеҙлек мәғәнәһен белдереү өсөн борон-борондан күплек аффикстары йәки күрһәткестәре хеҙмәт иткән. Бөгөнгө телдә лә шул дауам итә. Әйтәйек, аттар формаһы икенән алып һаны сикһеҙ булған йылҡы малын күҙ алдына баҫтыра.
Күплек аффикстары боронғо алтай телендә бик ябай булған, йәғни бер генә күрһәткестән (өндән) торған. Был үҙенсәлек хәҙерге монгол һәм тунгус-маньчжур телдәрендә һаҡлан­ған. Мәҫәлән, монгол телдә­ренә ҡараған бөгөнгө ҡалмыҡ телендә күплек аффиксы булып ябай -т йәки -с күрһәт­кестәре хеҙмәт итә: эмчи (лекарь) – эмчи-т (лекари), баш­ҡорт телендә яҡын мәғәнәле имсе һүҙе һаҡланған; эме (жена) – эме-с (жены); эре (муж) – эре-с (мужья), башҡорт телендә ир һүҙе һаҡланған. Тунгус-маньчжур телдәренә ҡараған эвенк телендә: үрә (горка) – үрә-л (горки), када (гора) – када-л (горы), башҡорт телендә үр һәм ҡая (ҡайа) һүҙҙәре һаҡланған.
Профессор Ж.Ғ. Кейекбаев­тың раҫлауынса, “бик боронғо телдәрҙә ябай йәки беренсел күплек аффикстары ... түбәндә­геләр: -т (-д), -с, -з, -л...” (“Основы исторической грамматики урало-алтайских языков”, Өфө, 1996, 153-сө бит). Тимәк, -р һәм -з күрһәткестәре бик борон замандарҙа үҙаллы һәм тиң мәғәнәле күплек аффикстары булып хеҙмәт иткән. Ә күплек аффикстары бер үк ваҡытта билдәһеҙлек мәғәнәһен дә белдерә. Шуға күрә лә ҡайһы бер телдәрҙә йәки уларҙың диалекттарында хәбәр ҡылымдың билдәһеҙ төрөн яһау өсөн боронғо -р күплек, йәки билдәһеҙлек күрһәткесе, икенселәрендә -з күрһәткесе файҙаланылған. Ул ғына ла түгел, ҡылымдарҙың бер затында -р, икенсеһендә -з күрһәткесе ҡулланылған. Был хәлде беҙ азербайжан, төркмән һәм ғағауыз телдәрендә күрҙек. Оҡшаш хәл ғәйнә һөйләшендә лә булған. Тимәк, ул осраҡлы хәл түгел, ә билдәле тел закондары арҡаһында барлыҡҡа килгән.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523