Осраҡлы күренеш түгел27.07.2016
– Беҙҙең ғәйнә башҡорттарының телендә, әҙәби телдән айырмалы рәүештә, үҙенсәлекле ҡылым формаһы бар: әҙәбисә бармаҫ-килмәҫ, ҡайһы бер диалекттарҙа (һәм татар телендә лә) бармас-килмәс тип әйтһәләр, ғәйнәләр бармар-килмәр тип һөйләй. Был ҡайҙан килеп сыҡҡан, осраҡлы күренеш түгелме икән?
Фазыл КӘРИМОВ,
ветеран-уҡытыусы.
Хаттың авторы урынлы һорау бирә: күренекле диалектолог С.Ф. Миржанова ла был үҙенсәлекле форманың ғәйнә һөйләшендә эҙмә-эҙлекле ҡулланылыуын билдәләп үткән. Бына ул килтергән миҫалдар: Ғүмергә бармарым аңҡа (В жизни не пойду к нему); Мин килмәрем (Я не приду) (Миржанова С.Ф. “Северо-западный диалект башкирского языка” – Өфө, 2006, 248-249-сы биттәр).
Был үҙенсәлекле ҡылым формаһы башҡорт һәм татар телдәренең бер диалектында ла осрамай. Уның ҡайҙан һәм нисек барлыҡҡа килгәнен, йәғни тарихи нигеҙен асыҡлау өсөн ҡәрҙәш телдәрҙең күренештәренә мөрәжәғәт итергә (тарихи-сағыштырма методта ҡулланырға) кәрәк була. Әйтәйек, хәҙерге төркмән телендә лә ғәйнә һөйләшендәге ҡылым төрө бар: алмарым (я не возьму), алмарсың (ты не возьмешь), алмаз (он не возьмет). Күренеүенсә, бында ҡылымдың 1-се һәм 2-се заты -р күрһәткесе, 3-сө заты -з күрһәткесе менән яһала. Алмаз формаһы татар телендә һәм башҡорттоң ҡайһы бер диалекттарында алмас төрөнә күскән, сөнки, профессор Ж.Ғ. Кейекбаевтың раҫлауынса, “ҫ һәм һ өндәренең ... с, з, ҙ өндәренә мөнәсәбәте бар” (“Башҡорт теленең фонетикаһы”, Өфө, 2002, 130-сы бит). Йәғни башҡорт диалекттарында һәм татар телендә ҡулланылған с өнө (бармас-килмәс) з өнөнән килеп сыҡҡан (бармаз-килмәз-бармас-килмәс).
Бөгөнгө ғағауыз теленә был ҡылымдың 1-се һәм 2-се затында -р күрһәткесе (алмарым-алмарсын) әммә 2-се һәм 3-сө заттарына -з күрһәткесе менән параллель рәүештә ҡулланылған варианттары ла бар: алмарсын-алмазсын, алмар-алмаз. Уларҙың икеһе лә әҙәби телгә алынған. Хәҙерге азербайжан телендә лә үҙенсәлек бар: 1-се затында -р, ә 2-се һәм 3-сө заттарында -з күрһәткестәре файҙаланыла: алмарам (я не возьму), алмазсан (ты не возьмешь), алмаз (он не возьмет).
Миҫалдарҙан күренеүенсә, хәбәр ҡылымдың был төрө төрлө телдәрҙә затына ҡарап йә -р, йә -з күрһәткесе менән яһалған, сөнки алмаҫ, алмас, алмаз, алмар формалары киләсәк заман хәбәр ҡылымдың билдәһеҙ төрө булып һанала. Тәбиғи, улар янында шикләнеүҙе, икеләнеүҙе белдергән модель һүҙҙәр генә килә ала: ул, бәлки, алмаҫ. Ул, моғайын, ҡайтмаҫ. Ә хәбәр ҡылымдың билдәле төрө янында бындай һүҙҙәр килә алмай, йәғни “ул, бәлки, алмаясаҡ”, “ул, моғайын, ҡайтмаясаҡ” кеүек әйтемдәр телдә барлыҡҡа килмәй. Ә билдәһеҙлек мәғәнәһен белдереү өсөн борон-борондан күплек аффикстары йәки күрһәткестәре хеҙмәт иткән. Бөгөнгө телдә лә шул дауам итә. Әйтәйек, аттар формаһы икенән алып һаны сикһеҙ булған йылҡы малын күҙ алдына баҫтыра.
Күплек аффикстары боронғо алтай телендә бик ябай булған, йәғни бер генә күрһәткестән (өндән) торған. Был үҙенсәлек хәҙерге монгол һәм тунгус-маньчжур телдәрендә һаҡланған. Мәҫәлән, монгол телдәренә ҡараған бөгөнгө ҡалмыҡ телендә күплек аффиксы булып ябай -т йәки -с күрһәткестәре хеҙмәт итә: эмчи (лекарь) – эмчи-т (лекари), башҡорт телендә яҡын мәғәнәле имсе һүҙе һаҡланған; эме (жена) – эме-с (жены); эре (муж) – эре-с (мужья), башҡорт телендә ир һүҙе һаҡланған. Тунгус-маньчжур телдәренә ҡараған эвенк телендә: үрә (горка) – үрә-л (горки), када (гора) – када-л (горы), башҡорт телендә үр һәм ҡая (ҡайа) һүҙҙәре һаҡланған.
Профессор Ж.Ғ. Кейекбаевтың раҫлауынса, “бик боронғо телдәрҙә ябай йәки беренсел күплек аффикстары ... түбәндәгеләр: -т (-д), -с, -з, -л...” (“Основы исторической грамматики урало-алтайских языков”, Өфө, 1996, 153-сө бит). Тимәк, -р һәм -з күрһәткестәре бик борон замандарҙа үҙаллы һәм тиң мәғәнәле күплек аффикстары булып хеҙмәт иткән. Ә күплек аффикстары бер үк ваҡытта билдәһеҙлек мәғәнәһен дә белдерә. Шуға күрә лә ҡайһы бер телдәрҙә йәки уларҙың диалекттарында хәбәр ҡылымдың билдәһеҙ төрөн яһау өсөн боронғо -р күплек, йәки билдәһеҙлек күрһәткесе, икенселәрендә -з күрһәткесе файҙаланылған. Ул ғына ла түгел, ҡылымдарҙың бер затында -р, икенсеһендә -з күрһәткесе ҡулланылған. Был хәлде беҙ азербайжан, төркмән һәм ғағауыз телдәрендә күрҙек. Оҡшаш хәл ғәйнә һөйләшендә лә булған. Тимәк, ул осраҡлы хәл түгел, ә билдәле тел закондары арҡаһында барлыҡҡа килгән.