Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәүге оло һынау
Тәүге оло һынауУҡыуҙар тамам, ауыр тойолған имтихандар ҙа артта ҡалды. Быйыл да Йәрмәкәй районында уҡыу алдынғыларына (бөтәһе 14 ҡыҙ һәм егет) миҙал тапшырыу тантанаһы юғары кимәлдә үтте.
– Бөгөн шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа кисә. Ҡыуанмаҫлыҡмы ни: һеҙҙең түшегеҙҙе сыңлап торған миҙал биҙәйәсәк, шул уҡ ваҡытта тиҙҙән төрлө яҡҡа таралышасаҡһығыҙ, – тине район хакимиәте башлығы Илшат Райманов. – Мәктәптә үткән йылдар – һеҙҙең өсөн тәүге тормош баҫҡысы ул, киләсәктә иһә тағы ла мөһимерәк һынауҙар көтә.
Илшат Әмир улы белдереүенсә, был уңышҡа өлгәшеүҙә сығарылыш класс уҡыусыларының үҙҙәренең, шулай уҡ ата-әсәләрҙең һәм бигерәк тә педагогтарҙың өлөшө ҙур.


Тәүге оло һынауБыйыл Йәрмәкәй, Тарҡаҙы һәм Уҫман-Ташлы урта мәктәптәре уҡыусылары алдынғылыҡты бирмәгән. Мәҫәлән, Әлмир Абдулхаҡов (Йәрмәкәй), тик “бишле” билдәләренә уҡыуҙан тыш, төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡан. “Уйна, гармун!” Бөтә Рәсәй бәйгеһендә гран-при яулаған. Тарҡаҙынан Яҙгөл Ноғоманова иһә география фәненән Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйған.
– Тәбиғәтте яратам, киләсәктә геолог булырға теләйем. Ҡазан ҡалаһындағы юғары уҡыу йортона документтарымды тапшырасаҡмын, – тип уй-хыялдары менән уртаҡлашты ҡыҙ. – Апайым Наҙгөл дә мәктәпте миҙалға тамамлағайны, әле Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала. VIII класҡа күскән Айгизәр ҡустым беҙгә эйәреп яҡшы уҡый, ә балалар баҡсаһына йөрөгән Иҙел, президент булам, ти.



Тәүге оло һынауАта-әсәләр исеменән сығыш яһаған Флүзә Шәмсетдинова бил­дәләүенсә, яуаплылыҡ менән тырышлыҡ сифаттары булғанда ғына еңеүҙәр яулана, әлеге үҫмерҙәр өсөн был миҙал – тормоштағы тәүге оло “бишле” билдәһе.
Бүләкләнеүселәр Анастасия Ефимова менән Әлмир Абдулхаҡов ышаныс белдереүселәрҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә һүҙ бирҙе.
Ниндәй байрам йыр-моңһоҙ булһын инде! Ҡурай моңон да ишетте тамашасылар, кинәнеп йыр ҙа тыңланы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521