Уҡыуҙар тамам, ауыр тойолған имтихандар ҙа артта ҡалды. Быйыл да Йәрмәкәй районында уҡыу алдынғыларына (бөтәһе 14 ҡыҙ һәм егет) миҙал тапшырыу тантанаһы юғары кимәлдә үтте.– Бөгөн шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа кисә. Ҡыуанмаҫлыҡмы ни: һеҙҙең түшегеҙҙе сыңлап торған миҙал биҙәйәсәк, шул уҡ ваҡытта тиҙҙән төрлө яҡҡа таралышасаҡһығыҙ, – тине район хакимиәте башлығы Илшат Райманов. – Мәктәптә үткән йылдар – һеҙҙең өсөн тәүге тормош баҫҡысы ул, киләсәктә иһә тағы ла мөһимерәк һынауҙар көтә.
Илшат Әмир улы белдереүенсә, был уңышҡа өлгәшеүҙә сығарылыш класс уҡыусыларының үҙҙәренең, шулай уҡ ата-әсәләрҙең һәм бигерәк тә педагогтарҙың өлөшө ҙур.
Быйыл Йәрмәкәй, Тарҡаҙы һәм Уҫман-Ташлы урта мәктәптәре уҡыусылары алдынғылыҡты бирмәгән. Мәҫәлән, Әлмир Абдулхаҡов (Йәрмәкәй), тик “бишле” билдәләренә уҡыуҙан тыш, төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡан. “Уйна, гармун!” Бөтә Рәсәй бәйгеһендә гран-при яулаған. Тарҡаҙынан Яҙгөл Ноғоманова иһә география фәненән Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйған.
– Тәбиғәтте яратам, киләсәктә геолог булырға теләйем. Ҡазан ҡалаһындағы юғары уҡыу йортона документтарымды тапшырасаҡмын, – тип уй-хыялдары менән уртаҡлашты ҡыҙ. – Апайым Наҙгөл дә мәктәпте миҙалға тамамлағайны, әле Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала. VIII класҡа күскән Айгизәр ҡустым беҙгә эйәреп яҡшы уҡый, ә балалар баҡсаһына йөрөгән Иҙел, президент булам, ти.
Ата-әсәләр исеменән сығыш яһаған Флүзә Шәмсетдинова билдәләүенсә, яуаплылыҡ менән тырышлыҡ сифаттары булғанда ғына еңеүҙәр яулана, әлеге үҫмерҙәр өсөн был миҙал – тормоштағы тәүге оло “бишле” билдәһе.
Бүләкләнеүселәр Анастасия Ефимова менән Әлмир Абдулхаҡов ышаныс белдереүселәрҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә һүҙ бирҙе.
Ниндәй байрам йыр-моңһоҙ булһын инде! Ҡурай моңон да ишетте тамашасылар, кинәнеп йыр ҙа тыңланы.