Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Татыулыҡтың сере нимәлә?
Татыулыҡтың сере нимәлә? Бала саҡтан бергә уйнап үҫеп, бер класта белем алған Роза, Айгөл һәм Эльвираның бер ваҡытта ла баштарына “ҡасандыр килендәш булырбыҙ” тигән уй кереп сыҡмағандыр, моғайын. Бөгөн улар — өс әхирәт, өс килен, һәр береһе өсәр балаға һөйөклө әсәй ҙә.


Мәмбәт ауылында йәшәгән һылыуҙар мәктәп йылдарында уҡ бер-береһенән айырылмай: бейеү түңәрәгенә бергә йөрөй, баскетбол секцияһында шөғөл­лә­нә, уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәй. Тик холоҡтары ғына бер аҙ айырыла: Роза торғаны менән лидер булһа, Айгөл ут сәсрәтер шаян һүҙле, артислыҡ һәләтенә эйә, ә бына Эльвира һәр аҙымын үлсәп баҫыр, бик тыныс. Әммә уларҙы бер-береһенә тартҡан дуҫлыҡ хисе ба­ры­һынан да көслөрәк була, һәр саҡ бергә йөрөүҙәренә уҡы­тыу­сы­лары ла, класташтары ла, хатта ауылдаштары ла өйрәнеп бөтә.
Туғыҙынсы класты тамам­ла­ғас, әхирәттәргә айырылышып то­рорға тура килә, әммә аралашыу ептәре өҙөлмәй. Каникул ваҡыттарын һағынышып көтөп алып, бер-береһе менән серҙә­рен уртаҡлашалар. Шул мәлдәрҙең береһендә Эльвира күрше Әҙел ауылындағы Илшат исемле егет менән дуҫлашыуын белдерә.
– Тыныс холоҡло, ярҙамсыл егет беҙҙең менән дә ихлас мөғәмәлә итте, – тип хәтерләй әхирәттәрҙең береһе Роза. – Артабан беҙҙең аралашыу даирәһе уның дуҫтары, ҡустылары менән киңәйҙе. Һәр саҡ бергәләшеп ялдарыбыҙҙы үткәрер, төрлө мә­ҙәни сараларҙа ҡатнашыр инек. Аҡрынлап дуҫлығыбыҙ – оло мөхәббәткә, ә үҙебеҙ килендәш­тәргә әйләндек. Айгөл – Данис ҡәйнешкә, мин Рәфискә тор­мош­ҡа сыҡтым. Хатта бер мәл Эльвира менән бер ҡыйыҡ аҫтында торорға ла тура килде, бер аҙҙан Айгөл менән Эльвира ла бейемем янында йәшәп алды.
Бала саҡтан нисек кенә яҡын әхирәт булһағыҙ ҙа, ағалы-ҡус­ты­лыларҙы тормош юлдашы итеп һайлаһағыҙ ҙа, һауыт-һаба шылтырамайынса булмай, тигә­немә апһындар, бер-бе­реһенә ҡарашып, йылмайышып ҡуйҙы.
– Төрлө саҡ була, әммә беҙ­ҙең дуҫлыҡ һәр саҡ көслөрәк, – тип яуапланы улар. – Шулай ҙа килендәштәр булараҡ үҙ-ара та­тыулыҡ Рафиға бейемебеҙҙең (ул хәҙер мәрхүмә инде) килен­дәренә ҡарата мөнәсәбәтенән киләлер, тип уйлайбыҙ. Беҙҙән башҡа тағы ла оло улының Ай­һылыу исемле кәләше бар. Бейемебеҙ 35 йәштә генә тол ҡалып, бер үҙе биш балаһын тәрбиәләп үҫтергән. Ире йәшләй генә вафат булһа ла, уның ту­ған­дарын ныҡ хөрмәт итте, аралашып, ҡатышып йәшәне. Беҙ­ҙең һәр беребеҙҙе әсәләрсә хәстәр­ләп, ҡыҙы кеүек ҡараны, ти­геҙ мөнәсәбәттә булды, килендәрен һәр саҡ яҡлар, ярҙам итер ине.
Ысынлап та, бөгөн ҡайһы бер ғаиләләрҙә туғандар аралашмай, балалары бер-береһен белмәй үҫә. Ә бына Рәсембәтовтарҙа, киреһенсә, ту­ғанлыҡ хисе көслө: һәр байрамды – балаларының тыуған көн­дәре тиһеңме, ҡаҙ йолҡоу, һуғым өмәләре бул­һын­мы, йәй тәбиғәт ҡосағына сы­ғыу­мы – гелән бергәләшеп, кү­мәк­ләшеп, ҙур татыу ғаилә булып үткәрә улар.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 334

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521