Бала саҡтан бергә уйнап үҫеп, бер класта белем алған Роза, Айгөл һәм Эльвираның бер ваҡытта ла баштарына “ҡасандыр килендәш булырбыҙ” тигән уй кереп сыҡмағандыр, моғайын. Бөгөн улар — өс әхирәт, өс килен, һәр береһе өсәр балаға һөйөклө әсәй ҙә.Мәмбәт ауылында йәшәгән һылыуҙар мәктәп йылдарында уҡ бер-береһенән айырылмай: бейеү түңәрәгенә бергә йөрөй, баскетбол секцияһында шөғөлләнә, уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәй. Тик холоҡтары ғына бер аҙ айырыла: Роза торғаны менән лидер булһа, Айгөл ут сәсрәтер шаян һүҙле, артислыҡ һәләтенә эйә, ә бына Эльвира һәр аҙымын үлсәп баҫыр, бик тыныс. Әммә уларҙы бер-береһенә тартҡан дуҫлыҡ хисе барыһынан да көслөрәк була, һәр саҡ бергә йөрөүҙәренә уҡытыусылары ла, класташтары ла, хатта ауылдаштары ла өйрәнеп бөтә.
Туғыҙынсы класты тамамлағас, әхирәттәргә айырылышып торорға тура килә, әммә аралашыу ептәре өҙөлмәй. Каникул ваҡыттарын һағынышып көтөп алып, бер-береһе менән серҙәрен уртаҡлашалар. Шул мәлдәрҙең береһендә Эльвира күрше Әҙел ауылындағы Илшат исемле егет менән дуҫлашыуын белдерә.
– Тыныс холоҡло, ярҙамсыл егет беҙҙең менән дә ихлас мөғәмәлә итте, – тип хәтерләй әхирәттәрҙең береһе Роза. – Артабан беҙҙең аралашыу даирәһе уның дуҫтары, ҡустылары менән киңәйҙе. Һәр саҡ бергәләшеп ялдарыбыҙҙы үткәрер, төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашыр инек. Аҡрынлап дуҫлығыбыҙ – оло мөхәббәткә, ә үҙебеҙ килендәштәргә әйләндек. Айгөл – Данис ҡәйнешкә, мин Рәфискә тормошҡа сыҡтым. Хатта бер мәл Эльвира менән бер ҡыйыҡ аҫтында торорға ла тура килде, бер аҙҙан Айгөл менән Эльвира ла бейемем янында йәшәп алды.
Бала саҡтан нисек кенә яҡын әхирәт булһағыҙ ҙа, ағалы-ҡустылыларҙы тормош юлдашы итеп һайлаһағыҙ ҙа, һауыт-һаба шылтырамайынса булмай, тигәнемә апһындар, бер-береһенә ҡарашып, йылмайышып ҡуйҙы.
– Төрлө саҡ була, әммә беҙҙең дуҫлыҡ һәр саҡ көслөрәк, – тип яуапланы улар. – Шулай ҙа килендәштәр булараҡ үҙ-ара татыулыҡ Рафиға бейемебеҙҙең (ул хәҙер мәрхүмә инде) килендәренә ҡарата мөнәсәбәтенән киләлер, тип уйлайбыҙ. Беҙҙән башҡа тағы ла оло улының Айһылыу исемле кәләше бар. Бейемебеҙ 35 йәштә генә тол ҡалып, бер үҙе биш балаһын тәрбиәләп үҫтергән. Ире йәшләй генә вафат булһа ла, уның туғандарын ныҡ хөрмәт итте, аралашып, ҡатышып йәшәне. Беҙҙең һәр беребеҙҙе әсәләрсә хәстәрләп, ҡыҙы кеүек ҡараны, тигеҙ мөнәсәбәттә булды, килендәрен һәр саҡ яҡлар, ярҙам итер ине.
Ысынлап та, бөгөн ҡайһы бер ғаиләләрҙә туғандар аралашмай, балалары бер-береһен белмәй үҫә. Ә бына Рәсембәтовтарҙа, киреһенсә, туғанлыҡ хисе көслө: һәр байрамды – балаларының тыуған көндәре тиһеңме, ҡаҙ йолҡоу, һуғым өмәләре булһынмы, йәй тәбиғәт ҡосағына сығыумы – гелән бергәләшеп, күмәкләшеп, ҙур татыу ғаилә булып үткәрә улар.