Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бала күңеленә юл нисек һалына?
Бала күңеленә юл нисек һалына? Хоҙай унан бер ниҙе лә йәлләмәгән: һомғол буй, матурлыҡ, зирәклек, аҡыл, егәрлелек, ныҡышмалылыҡ... БДУ-ның филология факультетында белем алған был ҡыҙға күптәр сәнғәт юлын һайларға ла тәҡдим итеп ҡарай. Тик ул үҙ һөнәренә тоғро ҡала.

Һүҙем – күптәргә билдәле йәмәғәт эшмә­кәре, алдынғы педагог Әнүзә Йо­мағолова хаҡында. Белорет районы­ның Манышты ауылы ҡыҙы ҡырҡ йыл­дан ашыу ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә бағышланы, йәш бы­уынға баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирҙе. Вазифаһын мөкиббән яратып баш­ҡар­ҙы ул. Шунлыҡтан да балалар­ҙың, ата-әсә­ләрҙең, мәктәп коллективының ҙур хөр­мә­тенә лайыҡ булды. Бер хаттан өҙөк килтерәм: “Мөләйем йөҙлө сибәр ҡатындың яғымлы тауышын ишет­кәс тә, уның беҙҙе алмаштыра алы­рына ышандыҡ. Өмөтөбөҙ аҡлан­ды. Беҙ, Республика иҡтисад лицей-интернатында уҡыған ҡыҙҙарҙың әсә-ата­һы, Әнүзә Ишдәүләт ҡыҙынан бик ҡәнә­ғәтбеҙ. Балаларыбыҙ быйыл IX класты тамамлай. Киләсәктә ҡайҙа ғына барһа­лар ҙа, Әнүзә апайҙарының кәңәштә­рен, хәстәрлеген, ул уҙғарған йөк­мәт­келе кисәләрҙе, театрға, музейҙарға экскур­сияларҙы онотмаҫ. Уҡы­тыу­сы һәр ба­ланың күңеленә юл, барыһына ла яҡшы һүҙ таба белә”.
Әнүзә Йомағолова тураһында “Баш­ҡорт­остан” гәзитендә билдәле педагог, яҙыусы Мәр­йәм Бураҡаева ифрат фә­һемле итеп яҙғайны. Мәҡәләне ғорур­ла­нып уҡыным. Замандашымдың күр­кәм сифаттарына, һәр кемгә ярҙам итергә әҙер тороуына хайран ҡалам. Әйтәйек, ике йыл элек мине үҙе йөрөгән “Өфө хә­тирәләре” исемле фольклор ансамбле­нә саҡырғайны. Унда һәр саҡ шатланып барам.
Тормоштоң матурлығын күреп, бар ергә өлгөрөп йәшәргә тырышҡан Әнүзә Ишдәүләт ҡыҙы ижад менән дә шөғөл­лә­нә, моңло итеп йырлай ҙа, һүрәт тә төшөрә. Уңған хужабикә лә ул. Ҡул эштәре, ҡәҙерләп үҫтергән гөлдә­ре күҙ­ҙең яуын алырлыҡ. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, халҡының, теленең киләсәге өсөн янып йәшәгән Әнүзә Ишдәүләт ҡыҙынан өлгө алырға ғына ҡала.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 330

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519