Хоҙай унан бер ниҙе лә йәлләмәгән: һомғол буй, матурлыҡ, зирәклек, аҡыл, егәрлелек, ныҡышмалылыҡ... БДУ-ның филология факультетында белем алған был ҡыҙға күптәр сәнғәт юлын һайларға ла тәҡдим итеп ҡарай. Тик ул үҙ һөнәренә тоғро ҡала. Һүҙем – күптәргә билдәле йәмәғәт эшмәкәре, алдынғы педагог Әнүзә Йомағолова хаҡында. Белорет районының Манышты ауылы ҡыҙы ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә бағышланы, йәш быуынға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирҙе. Вазифаһын мөкиббән яратып башҡарҙы ул. Шунлыҡтан да балаларҙың, ата-әсәләрҙең, мәктәп коллективының ҙур хөрмәтенә лайыҡ булды. Бер хаттан өҙөк килтерәм: “Мөләйем йөҙлө сибәр ҡатындың яғымлы тауышын ишеткәс тә, уның беҙҙе алмаштыра алырына ышандыҡ. Өмөтөбөҙ аҡланды. Беҙ, Республика иҡтисад лицей-интернатында уҡыған ҡыҙҙарҙың әсә-атаһы, Әнүзә Ишдәүләт ҡыҙынан бик ҡәнәғәтбеҙ. Балаларыбыҙ быйыл IX класты тамамлай. Киләсәктә ҡайҙа ғына барһалар ҙа, Әнүзә апайҙарының кәңәштәрен, хәстәрлеген, ул уҙғарған йөкмәткеле кисәләрҙе, театрға, музейҙарға экскурсияларҙы онотмаҫ. Уҡытыусы һәр баланың күңеленә юл, барыһына ла яҡшы һүҙ таба белә”.
Әнүзә Йомағолова тураһында “Башҡортостан” гәзитендә билдәле педагог, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева ифрат фәһемле итеп яҙғайны. Мәҡәләне ғорурланып уҡыным. Замандашымдың күркәм сифаттарына, һәр кемгә ярҙам итергә әҙер тороуына хайран ҡалам. Әйтәйек, ике йыл элек мине үҙе йөрөгән “Өфө хәтирәләре” исемле фольклор ансамбленә саҡырғайны. Унда һәр саҡ шатланып барам.
Тормоштоң матурлығын күреп, бар ергә өлгөрөп йәшәргә тырышҡан Әнүзә Ишдәүләт ҡыҙы ижад менән дә шөғөлләнә, моңло итеп йырлай ҙа, һүрәт тә төшөрә. Уңған хужабикә лә ул. Ҡул эштәре, ҡәҙерләп үҫтергән гөлдәре күҙҙең яуын алырлыҡ. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, халҡының, теленең киләсәге өсөн янып йәшәгән Әнүзә Ишдәүләт ҡыҙынан өлгө алырға ғына ҡала.