Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Беренсе”ләр һәр ерҙә лә беренсе!
“Беренсе”ләр һәр ерҙә лә беренсе!
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының сығарылыш уҡыусылары тарафынан ойошторолған “Беренсе” ассоциацияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ошо көндәрҙә “Ташлы” ял базаһында интернат тарихында тәүгә “Беренселәр ял итә!” тип исемләнгән һабантуй үткәрҙе.



Класташтар менән ҡабаттан осрашыу, аралашыу, барлыҡ сығарылыш уҡыусыларының үҙ-ара танышыуы маҡсатында ойошторолған сараға 200-ҙән ашыу кеше килде. Шулай уҡ уҡытыусы-ветерандар саҡырылды.
Интернатты 1985 йылда тамамла­ған, әлеге көндә “Беренсе” ассоциация­һын етәкләгән Рәүфә Рәхимова бай­рам­ды асып, ойошманың барлыҡҡа килеү тарихы, уның маҡсаттары хаҡында һөйләне.
– “Беренсе”ләр һәр ерҙә лә беренсе булырға тейеш! – тине ул.
Гимназия-интернат директоры Әлфир Ғайсин уҡыу йортоноң бөгөнгө эшмәкәрлеге, ҡаҙаныштары тураһында һөйләне. Тәрбиәсе-ветеран, Башҡорт­остандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәриҙә Бәхти­йәрова улар өсөн һәр быуын балаларының ҡәҙерле булыуын билдәләһә, Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәүзәнә Аҡманова әле республика интеллигенция­һының күпселек өлөшөн тәшкил иткән үҙенең уҡыусылары менән ғорурланыуын белдерҙе.
Сығарылыш уҡыусылары исеменән интернатты 1957 йылда тамамлаған Альбина менән Фәнис Исхаҡовтар, Салауат Килдин сығыш яһаны. Улар барлыҡ уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә рәхмәт әйтте һәм Ассоциация ойоштороуҙың изге баш­ланғыс булыуын билдәләне.
Артабан байрамда ҡатнашыусылар төрлө уйындарҙа, бәйгеләрҙә көс һынашты. Еңеүселәргә почет грамоталары, бүләктәр тапшырылды. Ойоштороусылар һәм бағыусылар рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Көн дауамында сәхнәлә республиканың билдәле һәм йәш йырсылары, Ф. Ғәс­кәров исемен­дәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡатнаш­лығында концерт барҙы.
Сара күңелле дискотека һәм фейерверк менән тамамланды. Барыһы ла байрамдан ҡәнәғәт ҡалды, күңел асып, ял итеп, киләһе йылда тағы ла осрашырға вәғәҙәләшеп таралышты.

Сәүиә ҒӘЗИЗОВА,
“Беренсе” ассоциацияһының координаторы.



Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519