Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының сығарылыш уҡыусылары тарафынан ойошторолған “Беренсе” ассоциацияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ошо көндәрҙә “Ташлы” ял базаһында интернат тарихында тәүгә “Беренселәр ял итә!” тип исемләнгән һабантуй үткәрҙе.
Класташтар менән ҡабаттан осрашыу, аралашыу, барлыҡ сығарылыш уҡыусыларының үҙ-ара танышыуы маҡсатында ойошторолған сараға 200-ҙән ашыу кеше килде. Шулай уҡ уҡытыусы-ветерандар саҡырылды.
Интернатты 1985 йылда тамамлаған, әлеге көндә “Беренсе” ассоциацияһын етәкләгән Рәүфә Рәхимова байрамды асып, ойошманың барлыҡҡа килеү тарихы, уның маҡсаттары хаҡында һөйләне.
– “Беренсе”ләр һәр ерҙә лә беренсе булырға тейеш! – тине ул.
Гимназия-интернат директоры Әлфир Ғайсин уҡыу йортоноң бөгөнгө эшмәкәрлеге, ҡаҙаныштары тураһында һөйләне. Тәрбиәсе-ветеран, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәриҙә Бәхтийәрова улар өсөн һәр быуын балаларының ҡәҙерле булыуын билдәләһә, Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәүзәнә Аҡманова әле республика интеллигенцияһының күпселек өлөшөн тәшкил иткән үҙенең уҡыусылары менән ғорурланыуын белдерҙе.
Сығарылыш уҡыусылары исеменән интернатты 1957 йылда тамамлаған Альбина менән Фәнис Исхаҡовтар, Салауат Килдин сығыш яһаны. Улар барлыҡ уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә рәхмәт әйтте һәм Ассоциация ойоштороуҙың изге башланғыс булыуын билдәләне.
Артабан байрамда ҡатнашыусылар төрлө уйындарҙа, бәйгеләрҙә көс һынашты. Еңеүселәргә почет грамоталары, бүләктәр тапшырылды. Ойоштороусылар һәм бағыусылар рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Көн дауамында сәхнәлә республиканың билдәле һәм йәш йырсылары, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡатнашлығында концерт барҙы.
Сара күңелле дискотека һәм фейерверк менән тамамланды. Барыһы ла байрамдан ҡәнәғәт ҡалды, күңел асып, ял итеп, киләһе йылда тағы ла осрашырға вәғәҙәләшеп таралышты.
Сәүиә ҒӘЗИЗОВА,
“Беренсе” ассоциацияһының координаторы.