Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йәйләү” балаларҙы көтә
“Йәйләү”  балаларҙы көтә
Бәләкәй саҡта күркәм йәй миҙгеленең яҡынлашыуын түҙем­һеҙләнеп көтөп ала торғайныҡ. Май аҙаҡтарында мөғжизәле урындар буйлап сәфәргә сығабыҙ, унан инде оҙайлы күңелле осор – каникул башлана. Улай ғына ла түгел, тағы бер шат­лыҡлы ваҡиға буласаҡ – тиҫтерҙәр менән пионер лагерында ял итәсәкбеҙ.


Республика етәксе­леге уҡыусы балалар­ҙың йәйге ялын ойош­­тороуға ҙур иғти­бар бирә, Мәғариф ми­нис­тр­лығы был тәң­­гәл­дә айырыуса оло хәс­тәрлек күрә. Мәҫә­лән, быйыл йәш­­тәр­ҙең, үҫмер­ҙәрҙең һәм ба­ла­ларҙың ялын ойош­тороу һәм улар­ҙың һаулығын нығы­тыу маҡсатында төр­­лө йүнәлештәге 2 832 лагерь үҙ ишек­тәрен асты. Хәйер, тәүге смена күптән түгел тамамланды, сираттағыһының асылыуы көтөлә.
Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева билдәләүенсә, быйыл малай һәм ҡыҙҙарҙың ялын ойоштороу бүтән йылдарҙағынан профилле сменаға өҫтөнлөк бирелеүе менән айырыла. Һәр бала үҙенсәлекле: әйтәйек, кемдер теүәл фәндәрҙе ярата, икенселәр гуманитар йүнәлеште һайлаған, бүтәндәр иһә сәнғәтте үҙ итә йәки спорт менән дуҫ.
Республикабыҙҙың 42 муниципаль берәмеге профилле сменала ҡатнашыусыларҙы ҡабул итеп алды, бөгөн 50 стационар һа­уыҡ­тырыу лагеры балаларға онотолмаҫ ял бүләк итә. Уларҙа йәмғеһе 5 меңдән ашыу ҡыҙ һәм малай һаулығын нығытыр тип күҙаллана. Хәҙер иһә “Красноусол” шифахана-һауыҡтырыу лагерының “Йәйләү” програм­маһы нигеҙендә эшләүе, шулай уҡ ҡала янындағы “Зарница” лагерына теүәл фәндәрҙән яҡшы өлгәшкәндәрҙең урынлашыуы – шуға асыҡ миҫал.
Башҡортостандың тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса лагерь (һәләтле балалар өсөн) йыл һайын ойошторола. Әйткәндәй, ял өсөн ата-әсә кеҫәһенән бер тин дә түләмәй. Уға башланғысты яҙыусы һәм ғалимә Мәрйәм Бураҡаеваның һалыуын күптәр белә. Әлегәсә ул Стәрлебаш (“Орленок” лагеры), Ейәнсура (“Аҡ елкән”), Ғафури (“Имәнкәй”) райондарында һәм Күмертау (“Йәшел имән”) ҡалаһында ойошторолдо. Быйыл ул Бәләбәй районында үтәсәк. Әйткәндәй, бөгөн балалар ял итергә юлланды.
Өс аҙна “һә” тигәнсе үтә лә китә. Етәкселек һәм пионер­вожатыйҙар был көндәр һәр баланың хәтерендә оҙаҡ һаҡланһын тигән изге маҡсатты күҙ уңында тота. Белем туплау, ваҡытты дөрөҫ файҙаланырға өйрәнеү һәм, әлбиттә, һаулыҡты нығытыу, көс йыйыу өсөн барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылған. Үҫмерҙәр сәнғәт һәм мәҙәниәт әһелдәренең сығышын ҡарай, үҙҙәре лә йырлай, бейей, ижади кисәләргә йөрөй, өҫтәүенә шул төбәктең тарихи урындарына сәфәр ҡыла, шулай уҡ башҡа күп төрлө тәрбиәүи сараларҙа ҡатнаша.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521