Бәләкәй саҡта күркәм йәй миҙгеленең яҡынлашыуын түҙемһеҙләнеп көтөп ала торғайныҡ. Май аҙаҡтарында мөғжизәле урындар буйлап сәфәргә сығабыҙ, унан инде оҙайлы күңелле осор – каникул башлана. Улай ғына ла түгел, тағы бер шатлыҡлы ваҡиға буласаҡ – тиҫтерҙәр менән пионер лагерында ял итәсәкбеҙ.
Республика етәкселеге уҡыусы балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға ҙур иғтибар бирә, Мәғариф министрлығы был тәңгәлдә айырыуса оло хәстәрлек күрә. Мәҫәлән, быйыл йәштәрҙең, үҫмерҙәрҙең һәм балаларҙың ялын ойоштороу һәм уларҙың һаулығын нығытыу маҡсатында төрлө йүнәлештәге 2 832 лагерь үҙ ишектәрен асты. Хәйер, тәүге смена күптән түгел тамамланды, сираттағыһының асылыуы көтөлә.
Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева билдәләүенсә, быйыл малай һәм ҡыҙҙарҙың ялын ойоштороу бүтән йылдарҙағынан профилле сменаға өҫтөнлөк бирелеүе менән айырыла. Һәр бала үҙенсәлекле: әйтәйек, кемдер теүәл фәндәрҙе ярата, икенселәр гуманитар йүнәлеште һайлаған, бүтәндәр иһә сәнғәтте үҙ итә йәки спорт менән дуҫ.
Республикабыҙҙың 42 муниципаль берәмеге профилле сменала ҡатнашыусыларҙы ҡабул итеп алды, бөгөн 50 стационар һауыҡтырыу лагеры балаларға онотолмаҫ ял бүләк итә. Уларҙа йәмғеһе 5 меңдән ашыу ҡыҙ һәм малай һаулығын нығытыр тип күҙаллана. Хәҙер иһә “Красноусол” шифахана-һауыҡтырыу лагерының “Йәйләү” программаһы нигеҙендә эшләүе, шулай уҡ ҡала янындағы “Зарница” лагерына теүәл фәндәрҙән яҡшы өлгәшкәндәрҙең урынлашыуы – шуға асыҡ миҫал.
Башҡортостандың тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса лагерь (һәләтле балалар өсөн) йыл һайын ойошторола. Әйткәндәй, ял өсөн ата-әсә кеҫәһенән бер тин дә түләмәй. Уға башланғысты яҙыусы һәм ғалимә Мәрйәм Бураҡаеваның һалыуын күптәр белә. Әлегәсә ул Стәрлебаш (“Орленок” лагеры), Ейәнсура (“Аҡ елкән”), Ғафури (“Имәнкәй”) райондарында һәм Күмертау (“Йәшел имән”) ҡалаһында ойошторолдо. Быйыл ул Бәләбәй районында үтәсәк. Әйткәндәй, бөгөн балалар ял итергә юлланды.
Өс аҙна “һә” тигәнсе үтә лә китә. Етәкселек һәм пионервожатыйҙар был көндәр һәр баланың хәтерендә оҙаҡ һаҡланһын тигән изге маҡсатты күҙ уңында тота. Белем туплау, ваҡытты дөрөҫ файҙаланырға өйрәнеү һәм, әлбиттә, һаулыҡты нығытыу, көс йыйыу өсөн барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылған. Үҫмерҙәр сәнғәт һәм мәҙәниәт әһелдәренең сығышын ҡарай, үҙҙәре лә йырлай, бейей, ижади кисәләргә йөрөй, өҫтәүенә шул төбәктең тарихи урындарына сәфәр ҡыла, шулай уҡ башҡа күп төрлө тәрбиәүи сараларҙа ҡатнаша.