Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормош яҡшырыр, тип ышаналар
Тормош яҡшырыр, тип ышаналар
Илебеҙгә ҡушылған яңы төбәккә – Ҡырым Республикаһына – һәр яҡтан ярҙам күрһәтеү дауам итә. Уларға беҙҙәге тормош-көнкүреш шарттарына яраҡлашырға, ҡанундарға төшөнөргә булышлыҡ ҡылыу мөһимлеге көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Ошо йәһәттән мәғариф тармағы вәкилдәренә яңы ватандаштарыбыҙҙы илдәге белем, тәрбиә биреү үҙенсәлектәре, заманса уҡытыу алымдары менән таныштырыу, аңламаған урындарҙы төшөндөрөү, кәңәштән айырмау бурысы ҡуйылды.
Уңышлы хеҙмәттәшлектең нигеҙе – бер-береңдең тормош шарттарын, уй-теләген, кисерештәрен яҡындан белеүҙә. Ошоно күҙ уңында тотоп, Ҡырымға сәфәрҙәр йыш ойошторола. Мәҫәлән, ундағы мәғариф тармағының торошо менән Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитов танышып ҡайтты. Уның республикабыҙға беркетелгән Белогорск районынан алған тәьҫораттары менән таныштырмаҡсыбыҙ. Һүҙ – Рәмил Ғиниәт улына.


Тормош яҡшырыр, тип ышаналарБелогорск районына беҙҙең инсти­туттың кафедра мөдире Сергей Пичугин, Башҡортостан Мәғариф министрлы­ғы­ның бүлек етәксе­һе Эмиль Хәбиров менән барҙыҡ. Маҡсат, әлбиттә, бил­дәле: ундағы белем биреү шарттары менән танышыу ине.
Районда 18 мәғариф учреждение­һының торошон ҡараныҡ. Бело­горсктың үҙендә лә, төпкөл ауылдарҙа ла булдыҡ. Иң тәүҙә шул күҙгә салынды: райондың иҡтисади хәле бик ауыр. Беҙҙәге кеүек һәйбәт юлдар юҡ, баҫыуҙар эшкәртелмәй ята, элекке бай колхоздарҙың ерҙәре ташландыҡ хәлдә. Мәғариф учреждениелары ла Совет осоронан ҡалған бина­ларҙа эшләп килә. Яңы төҙөлгән мәктәп юҡ. Күбеһе күптән ремонт күрмәгән, түшәменән һыу аға, тәҙрәләр, йылытыу системаһы иҫкергән. Районда газ үткән мәғариф учреждениеһын күрмәнек, биналар утын, ташкүмер яғып йылытыла. Ғөмүмән, йәш быуын бик ауыр шарттарҙа белем ала, тәрбиәләнә.
Тормош яҡшырыр, тип ышаналарӘ бына Ҡырым татарҙарының балалары уҡыған белем усаҡ­тарының хәле күпкә яҡшы. Мәктәптәрендә лә, балалар баҡса­ларында ла – төҙөклөк, тәртип, таҙа­лыҡ. Баҡтиһәң, улар хаҡында Ҡырым татарҙарына ярҙам итеү фонды хәстәр­лек күрә икән.
Уҡытыусылар беҙҙе бик йылы, яҡты йөҙ менән ихлас ҡаршы алды. Мәғлүм булыуынса, уларҙың эш хаҡы Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәгенән күпкә аҙ, әммә был йәһәттән зарланғандарын ишетмә­нек. Ҡырым татарҙарының теле, беҙҙең татарҙарҙыҡы кеүек үк булмаһа ла, аңлашыла. Һорауҙары ифрат күп. Айырыуса яңы шарттарҙа телдәрен һаҡлап ҡалыу, үҫтереү мәсьәләһе борсой уларҙы. “Был йәһәттән һеҙҙә хәл нисек?”, “Башҡорт телен дәү­ләт статусында уҡытыу нисек ойошторолған?”, “Мөмкин­лек­тәр­ҙе сикләмәйҙәрме?”, “Дәүләт телен уҡытыу өсөн кадрҙар етәме?”, “Балалар баҡсаларында милли төркөмдәр булдырыл­ған­мы?” кеүек бихисап һорауға күмделәр. Беҙ республикала дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе уҡытыуҙағы ҡаҙаныштар, кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе хаҡында һөйләнек, киләсәккә пландар менән уртаҡлаштыҡ.
Ватандаштарыбыҙ Ҡырым татарҙары телен дәүләт теле статусында өйрәтеү өсөн кадрҙар етмәүенә борсолоу белдер­ҙе. Белем биреүҙәге яңы стандарттарға, Берҙәм дәүләт имтиханына бәйле һорау­ҙар күп ине. Мәғлүм булыуынса, быйыл уларҙа БДИ-ны теләк белдер­гәндәр генә тапшырҙы. Киләһе йыл иһә бындай имтихан мотлаҡ буласаҡ.
Тормош яҡшырыр, тип ышаналарҮҙ-ара мөнәсәбәттәргә килгәндә, ябай халыҡ татыу, берҙәм йәшәй. “Быға ҡәҙәр иғтибарҙан ситтә ҡалып килдек. Хәҙер, Рәсәйгә ҡушылғас, тормош яҡшырыр”, – ти улар ҙур ышаныс менән. Ғөмү­мән, мин Ҡырым алға киткән, ҡараулы төйәк икән тип уйлай тор­ғай­ным. Ундағы ысынбар­лыҡты күреп, аптырауҙа ҡалдым. Бындай тойғоно һуңғы ике йылда Грузияла, Азербайжанда булғанда ла кисергәйнем. Совет власы осоронда шундай бай, етеш, гөрләп йәшәгән төбәктәрҙәге ябай халыҡтың күңеле төшөүен, битараф­лыҡ­ҡа сумыуын күреү ифрат ҡыйын булды. “Илдең тарҡалыуынан файҙа күрмәнек” тигән уйҙы күрҙем уларҙың ҡарашынан.
Һәр мәғариф учреждениеһында уҡы­тыусылар, тәрбиәселәр, балалар менән йәнле һөйләшеү булды. Ҡырым татар­ҙары­ның йәш быуын вәкилдәре сағыу концерт та күрһәтте. Ғөмүмән, ҡәрҙәш­тәребеҙ телен, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлауға күп көс һала. Беҙгә уларҙан өлгө алырға ҡала.
Сәфәрҙән ҡайтҡас, республиканың Мәғариф министрлығы етәкселегенә Ҡы­рым халҡының үтенес-теләген еткерҙек, үҙебеҙ­ҙең институттың сайтында “Белогорск районы педагогтарына ярҙамға” тигән бит булдырҙыҡ. Интернет селтәре, телефон аша даими аралашып торабыҙ. Белемен камиллаштырыу маҡсатында ебәрелгән уҡытыусыларҙы ҡабул итергә, йәшәр өсөн ятаҡтан урын бирергә әҙер­беҙ. Шул уҡ ваҡытта сайт аша дистанцияла уҡытыу мөмкинлеге бар. Әгәр инде ярҙамға саҡырһалар, үҙебеҙҙең иҫәпкә курстар үткәрәсәкбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523