Илебеҙгә ҡушылған яңы төбәккә – Ҡырым Республикаһына – һәр яҡтан ярҙам күрһәтеү дауам итә. Уларға беҙҙәге тормош-көнкүреш шарттарына яраҡлашырға, ҡанундарға төшөнөргә булышлыҡ ҡылыу мөһимлеге көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Ошо йәһәттән мәғариф тармағы вәкилдәренә яңы ватандаштарыбыҙҙы илдәге белем, тәрбиә биреү үҙенсәлектәре, заманса уҡытыу алымдары менән таныштырыу, аңламаған урындарҙы төшөндөрөү, кәңәштән айырмау бурысы ҡуйылды.
Уңышлы хеҙмәттәшлектең нигеҙе – бер-береңдең тормош шарттарын, уй-теләген, кисерештәрен яҡындан белеүҙә. Ошоно күҙ уңында тотоп, Ҡырымға сәфәрҙәр йыш ойошторола. Мәҫәлән, ундағы мәғариф тармағының торошо менән Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитов танышып ҡайтты. Уның республикабыҙға беркетелгән Белогорск районынан алған тәьҫораттары менән таныштырмаҡсыбыҙ. Һүҙ – Рәмил Ғиниәт улына.
Белогорск районына беҙҙең институттың кафедра мөдире Сергей Пичугин, Башҡортостан Мәғариф министрлығының бүлек етәксеһе Эмиль Хәбиров менән барҙыҡ. Маҡсат, әлбиттә, билдәле: ундағы белем биреү шарттары менән танышыу ине.
Районда 18 мәғариф учреждениеһының торошон ҡараныҡ. Белогорсктың үҙендә лә, төпкөл ауылдарҙа ла булдыҡ. Иң тәүҙә шул күҙгә салынды: райондың иҡтисади хәле бик ауыр. Беҙҙәге кеүек һәйбәт юлдар юҡ, баҫыуҙар эшкәртелмәй ята, элекке бай колхоздарҙың ерҙәре ташландыҡ хәлдә. Мәғариф учреждениелары ла Совет осоронан ҡалған биналарҙа эшләп килә. Яңы төҙөлгән мәктәп юҡ. Күбеһе күптән ремонт күрмәгән, түшәменән һыу аға, тәҙрәләр, йылытыу системаһы иҫкергән. Районда газ үткән мәғариф учреждениеһын күрмәнек, биналар утын, ташкүмер яғып йылытыла. Ғөмүмән, йәш быуын бик ауыр шарттарҙа белем ала, тәрбиәләнә.
Ә бына Ҡырым татарҙарының балалары уҡыған белем усаҡтарының хәле күпкә яҡшы. Мәктәптәрендә лә, балалар баҡсаларында ла – төҙөклөк, тәртип, таҙалыҡ. Баҡтиһәң, улар хаҡында Ҡырым татарҙарына ярҙам итеү фонды хәстәрлек күрә икән.
Уҡытыусылар беҙҙе бик йылы, яҡты йөҙ менән ихлас ҡаршы алды. Мәғлүм булыуынса, уларҙың эш хаҡы Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәгенән күпкә аҙ, әммә был йәһәттән зарланғандарын ишетмәнек. Ҡырым татарҙарының теле, беҙҙең татарҙарҙыҡы кеүек үк булмаһа ла, аңлашыла. Һорауҙары ифрат күп. Айырыуса яңы шарттарҙа телдәрен һаҡлап ҡалыу, үҫтереү мәсьәләһе борсой уларҙы. “Был йәһәттән һеҙҙә хәл нисек?”, “Башҡорт телен дәүләт статусында уҡытыу нисек ойошторолған?”, “Мөмкинлектәрҙе сикләмәйҙәрме?”, “Дәүләт телен уҡытыу өсөн кадрҙар етәме?”, “Балалар баҡсаларында милли төркөмдәр булдырылғанмы?” кеүек бихисап һорауға күмделәр. Беҙ республикала дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе уҡытыуҙағы ҡаҙаныштар, кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе хаҡында һөйләнек, киләсәккә пландар менән уртаҡлаштыҡ.
Ватандаштарыбыҙ Ҡырым татарҙары телен дәүләт теле статусында өйрәтеү өсөн кадрҙар етмәүенә борсолоу белдерҙе. Белем биреүҙәге яңы стандарттарға, Берҙәм дәүләт имтиханына бәйле һорауҙар күп ине. Мәғлүм булыуынса, быйыл уларҙа БДИ-ны теләк белдергәндәр генә тапшырҙы. Киләһе йыл иһә бындай имтихан мотлаҡ буласаҡ.
Үҙ-ара мөнәсәбәттәргә килгәндә, ябай халыҡ татыу, берҙәм йәшәй. “Быға ҡәҙәр иғтибарҙан ситтә ҡалып килдек. Хәҙер, Рәсәйгә ҡушылғас, тормош яҡшырыр”, – ти улар ҙур ышаныс менән. Ғөмүмән, мин Ҡырым алға киткән, ҡараулы төйәк икән тип уйлай торғайным. Ундағы ысынбарлыҡты күреп, аптырауҙа ҡалдым. Бындай тойғоно һуңғы ике йылда Грузияла, Азербайжанда булғанда ла кисергәйнем. Совет власы осоронда шундай бай, етеш, гөрләп йәшәгән төбәктәрҙәге ябай халыҡтың күңеле төшөүен, битарафлыҡҡа сумыуын күреү ифрат ҡыйын булды. “Илдең тарҡалыуынан файҙа күрмәнек” тигән уйҙы күрҙем уларҙың ҡарашынан.
Һәр мәғариф учреждениеһында уҡытыусылар, тәрбиәселәр, балалар менән йәнле һөйләшеү булды. Ҡырым татарҙарының йәш быуын вәкилдәре сағыу концерт та күрһәтте. Ғөмүмән, ҡәрҙәштәребеҙ телен, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлауға күп көс һала. Беҙгә уларҙан өлгө алырға ҡала.
Сәфәрҙән ҡайтҡас, республиканың Мәғариф министрлығы етәкселегенә Ҡырым халҡының үтенес-теләген еткерҙек, үҙебеҙҙең институттың сайтында “Белогорск районы педагогтарына ярҙамға” тигән бит булдырҙыҡ. Интернет селтәре, телефон аша даими аралашып торабыҙ. Белемен камиллаштырыу маҡсатында ебәрелгән уҡытыусыларҙы ҡабул итергә, йәшәр өсөн ятаҡтан урын бирергә әҙербеҙ. Шул уҡ ваҡытта сайт аша дистанцияла уҡытыу мөмкинлеге бар. Әгәр инде ярҙамға саҡырһалар, үҙебеҙҙең иҫәпкә курстар үткәрәсәкбеҙ.