Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ҺӘР ЗАМАНДА ЛА БУРЫСТАР БЕРҘӘЙ
ҺӘР ЗАМАНДА ЛА БУРЫСТАР БЕРҘӘЙ
Әсәһәм Бала. Аллаһ Тәғәлә был ике төшөнсәне айырылғыһыҙ итеп яратҡан. Тик… бөгөнгө тормошҡа күҙһирпһәң, был йәндәр алыҫлаша барған һымаҡ шул. Әллә яңылышаммы икән? Шикле уйҙарымдың хата булыуына өмөтләнеп, хеҙмәттәшем менән әңгәмә ҡорҙом.
Гөлдәр Собханғолова менән бер бүлмәлә йәнәш ултырып, байтаҡ гәзит сығарырға тура килде. Хәҙер мәҡәләләре менән Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе артистарын дәртләндерә ул. Шул бергә эшләгән саҡта йыш ҡына әлеге темаға ҡағылдыҡ. Әңгәмәләшеүҙәрҙән һуң шундай һығымтаға килдем: ниндәй генә заман булмаһын, әҙәм балаһын тормош нисек боҙмаһын, Әсәһәр саҡ иңҡәҙерле, иң бөйөк зат булып ҡала. Хеҙмәттәшемдең тормошона һоҡланып, шулай тип әйтеүем.

— Гөлдәр, инде нисә йыл әсәлек бәхетен кисерәһең?
— Өлкән улыбыҙ Уралға — 14, кинйәбайыбыҙ Асҡарға — өс йәш. Атайҙары Илнур менән икебеҙҙең иңҙур бәхетебеҙ ошо ике егет инде!
— Тормош иптәшең Илнур күптән Себер яҡтарында эшләй. Атайҙары өйҙә юҡ саҡта малайҙар тыңлашамы һуң?
— Эйе, ирем 6-7 йыл инде Себер тарафтарында эшләй. Ауыр, әлбиттә, бер ай өйҙә торғанына күнегеп кенә бөттөк тигәндә, тағы сығып китә, ә тормош эреле-ваҡ мәшәҡәттәре, ҙур проблемалары менән ҡаҡшата. Бигерәк тә тәүге йылдарҙа, икенсегә бәпес көткәндә, ҡыйынға тура килде. Ултырып илаған саҡтар ҙа булманы түгел, тик ни эшләйһең, йәшәргә, ғаиләне бағырға кәрәк бит.
Ауыр тигәс тә, эшләргәҡыйынһынып, аптырап тормайым. Кәрәк икән, ҡаҙағын да ҡағып ҡуям, шөрөп тә бора алам, ашарға бешереү тураһында һүҙҙә юҡ – ауыл ҡыҙымын бит! Атай-әсәйем биргән тәрбиә баһалап бөткөһөҙ. Ошо тәжрибәне, быуындар бәйләнешен өҙмәй, балаларыма тапшырам. Улдарым, атайҙарынан ғына түгел, минән дә күреп, уҡ юнырға өйрәнә. Бер айҙа әсәй вазифаһын үтәһәм, икенсеһендә атай бурысын да үҙөҫтөмә алырға тура килә.
Ғөмүмән, ғаиләлә балаға ҡатын-ҡыҙҙың йоғонтоһо күберәк. Шуныңөсөн дәәсә иңендә — һәр саҡ икеләтә яуаплылыҡ. Баланы көн дә тәрбиәләү, ашатыу-эсереүҙән тыш, әсә кеше сабыйҙың донъяны танып белеүенә, аралашырға өйрәнеүенә, туғандарын, тыуған ерен, туған телен һөйөүенә лә яуаплы.
— Гөлдәр, балаларыңдың саф башҡортса һөйләшкәненә иғтибар иткәнем бар. Ҡала мөхитендә был хәл мөмкин түгел, тип әйтеүселәргә яуабың ниндәй?
— Ҡала мөхите, ауыл мөхите – ошомо һуңүҙ телеңдә аралашыуға кәртә?! Барыһы ла ата-әсәнеңүҙенән тора. Ояһында ни күрһә, осҡанында ла шул булыр, тип халыҡ был йәһәттән тос фекер әйткән. Өйҙә балаңды ниндәй тәртипкәөйрәтһәң, ул йәмғиәттә лә шуны ҡабатлай. Үҙенән яуаплылыҡты бөтөнләй алып ташлап, тәрбиә эшен дә мәктәпкә тапшырып ҡуйғандарға аптырайым. Нисек шулай битараф булырға? Балаң – һинең тормошоңдоң көҙгөһө лә баһа. Ата-әсәгәүҙ-үҙен тәрбиәләүөҫтөндә лә эшләргә кәрәк, тимәксемен.
Беҙҙеңғаиләлә барыһы ла ябай: өйҙә башҡортса ғына һөйләшәбеҙ!
— Күп кенә изге төшөнсәләр үҙ-ҡиммәтен һәм баһаһын юғалта барған заманда әсә булыуы ауыр түгелме?
— Әсәгәһәм балаға ҡарата, йәмғиәттә ниндәй генәүҙгәрештәр булмаһын, һәр саҡ иғтибар күрһәтелде. Был, әлбиттә, бик тәбиғи. Шуға ҡарамаҫтан, тормошобоҙҙо, ысынлап та, аҙҙырырҙай күренештәр быуып алды. Айырыуса ҡайһы бер гүзәл заттарҙыңүҙҙәренең тәбиғи асылынан – әсә булыуҙан — баш тартыуына йөрәгем әрней. Һуң был бәхеттән дәөҫтөн булғас, Ер йөҙөндә йәшәүҙән ни мәғәнә?
Хәҙерге тормош шарттарында бала тәрбиәләгәндәәсә лә уҡытыусы һымаҡ абруйлы, белемле, мәҙәниәтле, ҡыҫҡаһы, сабыйынан бер башҡа юғарыраҡ булырға тейеш. Әммә донъя “ағымында”, ниндәй генә шарттар тыумаһын, баланы күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай.
…Донъя ҡыуыу, аҡса табыу мөһим мәсьәлә булһа, унан да юғарырағы, әһәмиәтлерәге — баланы Кеше итеү. Ошо хәҡиҡәтте аңлаған әсәнән дә бөйөгөрәк әсә юҡтыр.
Рәмил МАНСУРОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523