Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙҙең вәкил янып эшләй
Беҙҙең вәкил янып эшләйКеше күңеле дөрләп янған усаҡ һымаҡ. Әгәр ул дөрләүҙән туҡтап, быҫҡый башлаһа, әҙәм балаһы вайымһыҙға әйләнә, күңелен ғәмһеҙлек баҫа. Ғәбделхәй Усманов, бер нисә йыл хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ҡул ҡаушырып ултырыуҙы хуп күрмәй. Заманында сәнәғәт предприятиеларын, шәхси йорттарҙы “зәңгәр яғыулыҡ” менән тәьмин итеү өлкәһендә эшләгән уҙаман әле лә Һамар өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә йөрәк йылыһын өләшә.
Ғәбделхәй Ғәзиз улы — өлкә башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы. Бер үк ваҡытта Башҡортостан Республикаһының Һамар өлкәһендәге вәкиле вазифаһын да башҡара.
— Беҙҙең бурыс — өлкәнең эшҡыуарҙарын Башҡортостанға йәлеп итеү, — ти Ғәбделхәй Усманов. — Һәм, киреһенсә, республика тауар етештереүселәренең продукцияһын Һамар өлкәһендәге һатып алыусыларға еткереү. Бындай эшлекле бәйләнештәрҙең нығыуы ике яҡ өсөн дә ифрат отошло. Әлеге ваҡытта Һамар өлкәһе Башҡортостандан “НефАЗ” автобустарын, “Сода” берекмәһенең, “Сава” ит-колбаса комбинатының тауарҙарын күпләп ала башланы. “Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Һуңғы ике йылда ғына Һамарҙа автомобилдәргә яғыулыҡ ҡойоусы бер нисә станция асыуға өлгәшелде. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, Башҡортостан һатып алыусыларына еңел машиналар тәҡдим итәбеҙ.
Әлбиттә, эшлекле бәйләнештәр сәнәғәт, сауҙа өлкәләре менән генә сикләнмәй. Ғәбделхәй Ғәзиз улы урындағы ҡоролтай менән берлектә Һамар өлкәһендә тыуып үҫкән, шунда мәктәпте тамамлаған балаларҙы Башҡортостандың юғары һәм урта махсус белем биреү йорттарына уҡырға ебәреү йүнәлешендә лә ҙур эш башҡара.
— Туризм бизнесын үҫтерергә ине, — ти Ғәбделхәй Усманов. — Бының өсөн ике яҡтың да мөмкинлектәре сикһеҙ, тик башлап ебәреүселәре генә кәрәк. Бөгөнгө йәштәргә ошо юҫыҡта йөҙөп йөрөп эшләргә булыр ине. Һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ өлкәһендә лә йүнселлеккә урын бар.
Шундай уй-хыял менән йәшәй Башҡортостандың Һамар өлкәһендәге вәкиле Ғәбделхәй Усманов.
Сибәғә Рахманғолов




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521