Кеше күңеле дөрләп янған усаҡ һымаҡ. Әгәр ул дөрләүҙән туҡтап, быҫҡый башлаһа, әҙәм балаһы вайымһыҙға әйләнә, күңелен ғәмһеҙлек баҫа. Ғәбделхәй Усманов, бер нисә йыл хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ҡул ҡаушырып ултырыуҙы хуп күрмәй. Заманында сәнәғәт предприятиеларын, шәхси йорттарҙы “зәңгәр яғыулыҡ” менән тәьмин итеү өлкәһендә эшләгән уҙаман әле лә Һамар өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә йөрәк йылыһын өләшә.
Ғәбделхәй Ғәзиз улы — өлкә башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы. Бер үк ваҡытта Башҡортостан Республикаһының Һамар өлкәһендәге вәкиле вазифаһын да башҡара.
— Беҙҙең бурыс — өлкәнең эшҡыуарҙарын Башҡортостанға йәлеп итеү, — ти Ғәбделхәй Усманов. — Һәм, киреһенсә, республика тауар етештереүселәренең продукцияһын Һамар өлкәһендәге һатып алыусыларға еткереү. Бындай эшлекле бәйләнештәрҙең нығыуы ике яҡ өсөн дә ифрат отошло. Әлеге ваҡытта Һамар өлкәһе Башҡортостандан “НефАЗ” автобустарын, “Сода” берекмәһенең, “Сава” ит-колбаса комбинатының тауарҙарын күпләп ала башланы. “Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Һуңғы ике йылда ғына Һамарҙа автомобилдәргә яғыулыҡ ҡойоусы бер нисә станция асыуға өлгәшелде. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, Башҡортостан һатып алыусыларына еңел машиналар тәҡдим итәбеҙ.
Әлбиттә, эшлекле бәйләнештәр сәнәғәт, сауҙа өлкәләре менән генә сикләнмәй. Ғәбделхәй Ғәзиз улы урындағы ҡоролтай менән берлектә Һамар өлкәһендә тыуып үҫкән, шунда мәктәпте тамамлаған балаларҙы Башҡортостандың юғары һәм урта махсус белем биреү йорттарына уҡырға ебәреү йүнәлешендә лә ҙур эш башҡара.
— Туризм бизнесын үҫтерергә ине, — ти Ғәбделхәй Усманов. — Бының өсөн ике яҡтың да мөмкинлектәре сикһеҙ, тик башлап ебәреүселәре генә кәрәк. Бөгөнгө йәштәргә ошо юҫыҡта йөҙөп йөрөп эшләргә булыр ине. Һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ өлкәһендә лә йүнселлеккә урын бар.
Шундай уй-хыял менән йәшәй Башҡортостандың Һамар өлкәһендәге вәкиле Ғәбделхәй Усманов.
Сибәғә Рахманғолов