Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тамырына ҡарап
Тамырына ҡарап Ир-уҙаман имән ағасы кеүек тамырҙары менән тыуған еренә берегеп йәшәһә, уның тормошо ла, ғүмере лә матур бер йыр һымаҡ. Тыуған еренә тоғролоҡ, илһөйәрлек – халҡыбыҙҙың иң күркәм сифаттары. Халыҡ йырҙарында йырланған, эпостарҙа данланған бындай ҡиммәттәр ниндәйҙер дәүер өсөн генә хас түгел, ә быуындан быуынға күсә килә. Ундай холоҡло кешеләр беҙҙең арала ла бихисап. Шундайҙарҙың береһе – Насир Әлибаев. Тәү ҡарашҡа барлыҡ ауылда йәшәгән ғәҙәти кешеләрҙән бер яғы менән дә айырылмай һымаҡ. Ләкин... Һәр кешене белер өсөн уның тормошона, үткән юлына күҙ һалырға кәрәктер.

Насир һуғыштан һуң өйләнгән Разия менән Арыҫланғәли Әлибаевтар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Үҙ ғаиләһендә генә түгел, ә ике ҡустыһына һәм һеңлеһенә атай урынына ҡалған Арыҫланғәлигә билде бишкә быуып хеҙмәт итергә тура килә. Заманы ла ниндәй әле?! Бөйөк Ватан һуғышынан саҡ арынып, бил яҙа башлаған ғына саҡ.
Әммә тыл афәттәрен үҙ иңдәрендә татыған йәш ғаилә бирешмәй, сыныға ғына. Йөйәк ауылында эш булмағас, райондың Ноҡат ауылына күсеп китәләр. Урман хужалығы гөрләп сәскә атҡан осор. Арыҫланғәли эшсе, бригадир вазифаларын башҡара, егәрле ир-уҙаман һәр эште еренә еткереп башҡара. Ошонда уҡ урыҫ телен үҙ­ләш­тереп кенә ҡалмай, бик оҫта уҡыр­ға-яҙырға өйрәнә. Ғаилә башлы­ғына ауылда ҡалған инәһе, туғанда­рының хәлдәре тынғылыҡ бирмәй. Бер аҙ аяҡ­ҡа баҫҡас, кире ауылға ҡайталар. Ноҡатта Насирҙың һеңлеһе Рәмзиә ты­уа. Йөйәккә бишәүләп ҡайтып төшәләр.
Малайҙың бала сағы татыу оло ғаи­ләлә үтә. Бала саҡтан уҡ урам тирә­һендәге эшкә ылығып, атаһының уң ҡулына әйләнә. Туғыҙынсы класты тамамлағас, Йөйәктә урта мәктәп булмау сәбәпле, Белоретҡа һөнәрселек училищеһына уҡырға китә. Буласаҡ йырсы Ғәли Хәмзин һәм башҡалар балта оҫтаһы һөнәренә уҡый. Егет кешенең артабанғы тормошонда армия хеҙмәте, Күмертау педагогия училищеһы, Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультеты – сираттағы баҫҡыстар ғына. Армиянан ҡайтҡас, яҙмышын мәктәп менән бәйләргә тигән ныҡлы ҡарарға килә. Һәм яңылышмай ҙа. Сөнки Ҡасим ағаһының да ошо өлкәлә эшләүе этәргес булғандыр. Белорет районы­ның бер нисә мәктәбендә эшләй Насир Арыҫланғәли улы.
Асы участка дауаханаһына йү­нәлтмә буйынса эшкә килгән Бүздәк ҡыҙы Ләлә Әмирйән ҡыҙына тәү кү­реү­ҙән ғашиҡ була. Йәштәр ғаилә ҡороп ебәрәләр. Уларҙы Йәрмәкәй районына эшкә саҡыралар. Ир-уҙа­манды 1-се мәктәпкә директор итеп ҡуялар, ә Ләлә Әмирйән ҡыҙы дауаханала эшен дауам итә. Яңы фатир алып ҡанатланып йәшәй башлай йәштәр. Бер-бер артлы тыуған улдары Азамат менән Айҙар ҙа ғаилә бәхетен тулыландырып ебәрә. Яңы ерҙә ең һыҙғанып эшләйҙәр. Йәй айҙарында Йөйәккә бесән эшләргә ҡайталар, ата-әсәләренә ярҙам итеп торалар.
Ләкин Насирҙың күңелендә тыныс­лыҡ юҡ, нимәнән икәнен аңлап та бөтә алмай. Яратҡан эш, тулы ғаилә – ба­ры­һы ла бар. Тик күңел түрендә һаҡ­ланған тыуған яҡ һағышы ир-уҙаманға тынғылыҡ бирмәй икән. Инйәр урта мәктәбенә саҡырыу алғас, ҡанатланып осоп ҡайталар. Ябай тарих уҡытыусы­һынан директор вазифаһына тиклем күтәрелә. Инйәр ҡасабаһында 2-се башҡорт мәктәбен асыуға күп көс һала һәм уны етәкләй. Көслө коллектив туп­лап, милли мәктәптең бәҫен күтәрә, ыңғай ҡараш булдыра. Мәктәп уҡыусылары юғары һөҙөмтәләргә ирешә. Бөгөнгә тиклем 2-се башҡорт мәктәбе республика кимәлендә һәр яҡтан да маҡтауға лайыҡ. Уңыштарҙың башында тырыш, ныҡышмал хеҙмәте менән Насир Әлибаев торҙо.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, яратҡан эшен йәштәргә ҡалдырып, ул хәҙер йорт тирәһендә шөғөлләнә, балаларына ярҙам итә. Йүгереп йөрөгән дүрт ейәнсәренә Ләлә ханым менән әкиәт һөйләйҙәр, баҡсанан йыйған тәмле­кәстәр менән һыйлайҙар, мәж киләләр инде. Уларға ҡарап һоҡланып бөтә алмайһың. Өлкән йәштең бик матур мәлен кисерәләр. Йорттарында һәр саҡ тыныс, бөхтә һәм үҙ-ара иғтибарлы мөнәсәбәт хөкөм һөрә. Ә кистәрен Насир Әлибаев Инйәр мәҙәниәт һара­йында эшләп килгән халыҡ театрына ашыға. Тиҫтә йылға яҡын сәхнәлә ҡу­йылған байтаҡ драмаларҙа төп рол­дәрҙе уйнап, халыҡ һөйөүен яулаған.
Насир Арыҫланғәли улы тамырҙары менән тыуған еренә, ҡатай төбәгенә берегеп, ирәүән тормош көтә. Улдары Азамат менән Айҙар ҙа бәхет эҙләп сит тарафтарға олаҡмай, үҙ ерҙәрендә алыштырғыһыҙ белгес һәм ғаилә башлығы булып йәшәйҙәр. Ағастың тамыры ниндәй, үҙе лә шундай, тип юҡҡа ғына әйтмәгән икән халҡым!







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521