Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бер ғаиләләй йәшәйбеҙ!” —
“Бер ғаиләләй йәшәйбеҙ!” — ти ҡырғыҙ ҡыҙы Керемет Оморғәзиева

ШОС илдәренең үҙ-ара фәнни һәм мәҙәни хеҙмәттәшлеге нигеҙендә йәмғеһе 36 кеше Ҡырғыҙстандан Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалына уҡырға килгән. Барыһы ла тәүге курста белем ала.

Төркөмдә ҡыҙҙар ҙа, егеттәр ҙә бихисап. Кемдер киләсәктә филология йүнәлешен­дә эшләргә теләй, уҡытыусы, психолог, юрист булырға хыялланыусылар ҙа бар. Шулай ҙа күптәр Баш­ҡортостанға теүәл фәндәр өйрәнеү өсөн йүнәлгән – былары иһә физика-математика факультеты студенттары. Ә ниңә тап беҙҙе һайлағандар һуң? Ошо һорауҙы төркөмдөң старостаһы Керемет Оморғәзиеваға бирҙек.
— Беҙҙең атай-әсәйҙәр — совет мәктәбендә тәрбиәләнгән кешеләр. Шуға Рәсәйҙәге белем биреү кимәлен ишетеп кенә белмәйҙәр. Телевизорҙан уҡырға са­ҡырыусы иғланды күргәс тә, миңә Баш­ҡорт­останда белем алырға тәҡдим ит­теләр, — ти ҡырғыҙ ҡыҙы. — Баш­ҡорттар менән телебеҙ оҡшаш, динебеҙ — бер, шуға ҡурҡмай, ҙур теләк менән килдем. Иптәштәрем дә шундай уҡ фекерҙә. Рәсәй дипломы менән үҙ илебеҙҙә эш урыны табыу бер ни тормаясаҡ хәҙер!
…Саҡырыу иғланы тигәс тә, студент булыр өсөн ҡырғыҙ дуҫтарға өс этаптан торған һынауҙы үтергә тура килгән. 500-ҙән ашыу кеше араһынан имтиханды әлеге йәштәр генә бирә алған. Әммә төп имтихан Башҡортостанда булған.
— Арабыҙҙа урыҫса бөтөнләй белмә­гәндәр бар ине. Тәүге айҙа уларға бигерәк тә ауыр булды, — тип бәйән итә Керемет ҡыйынлыҡтар хаҡында. — Лекцияны аңлар өсөн ҡайтҡас ҡырғыҙ теленә тәржемә итәләр, шунан ғына теманың айышына төшөнәләр. Ә дөрөҫ яҙып өлгөрмәһәң — үҙе бер мажара.
Шулай ҙа таяныр дуҫтар булғанда, ауырлыҡтар бер ни түгел.
— Төркөмдәрҙә төрлө милләт ке­ше­ләре уҡый, әммә беҙҙе нығыраҡ аңла­ған­дары – башҡорттар. Ниндәйҙер ярҙам кәрәк булһа, уларға йүгерәбеҙ. Аңла­та­лар, өйрәтәләр. Кәрәк саҡта бергә өй эштәрен дә әҙерләйбеҙ. Иң мөһиме – баш­ҡорт егет-ҡыҙҙары бер ҡасан да “ваҡытым юҡ” тимәй. Улар булмаһа, про­грамманы үҙләштереүе бик ҡыйынға төшөр ине. Ғөмүмән, бер ғаиләләй йәшәйбеҙ, — ти студент ҡыҙ. Шулай, ил-ара татыулыҡ булғанда, күп нәмәгә өлгәшергә була икән…







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521