ти ҡырғыҙ ҡыҙы Керемет ОморғәзиеваШОС илдәренең үҙ-ара фәнни һәм мәҙәни хеҙмәттәшлеге нигеҙендә йәмғеһе 36 кеше Ҡырғыҙстандан Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалына уҡырға килгән. Барыһы ла тәүге курста белем ала. Төркөмдә ҡыҙҙар ҙа, егеттәр ҙә бихисап. Кемдер киләсәктә филология йүнәлешендә эшләргә теләй, уҡытыусы, психолог, юрист булырға хыялланыусылар ҙа бар. Шулай ҙа күптәр Башҡортостанға теүәл фәндәр өйрәнеү өсөн йүнәлгән – былары иһә физика-математика факультеты студенттары. Ә ниңә тап беҙҙе һайлағандар һуң? Ошо һорауҙы төркөмдөң старостаһы Керемет Оморғәзиеваға бирҙек.
— Беҙҙең атай-әсәйҙәр — совет мәктәбендә тәрбиәләнгән кешеләр. Шуға Рәсәйҙәге белем биреү кимәлен ишетеп кенә белмәйҙәр. Телевизорҙан уҡырға саҡырыусы иғланды күргәс тә, миңә Башҡортостанда белем алырға тәҡдим иттеләр, — ти ҡырғыҙ ҡыҙы. — Башҡорттар менән телебеҙ оҡшаш, динебеҙ — бер, шуға ҡурҡмай, ҙур теләк менән килдем. Иптәштәрем дә шундай уҡ фекерҙә. Рәсәй дипломы менән үҙ илебеҙҙә эш урыны табыу бер ни тормаясаҡ хәҙер!
…Саҡырыу иғланы тигәс тә, студент булыр өсөн ҡырғыҙ дуҫтарға өс этаптан торған һынауҙы үтергә тура килгән. 500-ҙән ашыу кеше араһынан имтиханды әлеге йәштәр генә бирә алған. Әммә төп имтихан Башҡортостанда булған.
— Арабыҙҙа урыҫса бөтөнләй белмәгәндәр бар ине. Тәүге айҙа уларға бигерәк тә ауыр булды, — тип бәйән итә Керемет ҡыйынлыҡтар хаҡында. — Лекцияны аңлар өсөн ҡайтҡас ҡырғыҙ теленә тәржемә итәләр, шунан ғына теманың айышына төшөнәләр. Ә дөрөҫ яҙып өлгөрмәһәң — үҙе бер мажара.
Шулай ҙа таяныр дуҫтар булғанда, ауырлыҡтар бер ни түгел.
— Төркөмдәрҙә төрлө милләт кешеләре уҡый, әммә беҙҙе нығыраҡ аңлағандары – башҡорттар. Ниндәйҙер ярҙам кәрәк булһа, уларға йүгерәбеҙ. Аңлаталар, өйрәтәләр. Кәрәк саҡта бергә өй эштәрен дә әҙерләйбеҙ. Иң мөһиме – башҡорт егет-ҡыҙҙары бер ҡасан да “ваҡытым юҡ” тимәй. Улар булмаһа, программаны үҙләштереүе бик ҡыйынға төшөр ине. Ғөмүмән, бер ғаиләләй йәшәйбеҙ, — ти студент ҡыҙ. Шулай, ил-ара татыулыҡ булғанда, күп нәмәгә өлгәшергә була икән…