Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тарҡаулыҡ бәкәлгә һуға
Тарҡаулыҡ бәкәлгә һуға
Нисәмә саҡрым алыҫлыҡта булған Ырымбур өлкәһенә лә юл төшөп тора, әммә Сибайҙан йыраҡ булмаған күрше Магнитогорск ҡалаһына ошоғаса ни өсөндөр барырға тура килмәне. Көньяҡ Урал дәүләт телерадиокомпанияһының Магнитогорск филиалы журналисы Гөлдәр Хафизова шәхсән саҡырғас, күршеләрҙең хәлен барып белергә булдым.


Тарҡаулыҡ бәкәлгә һуғаТарихи сығанаҡтарға күҙ һалғанда, Силәбе өлкәһенә ҡараған Магнитогорскиға 1929 йылда нигеҙ һалына. Уның эргәһендә Мәғнит тауы урынлашҡан була. Элек был тауҙы ни өсөндөр Әтәс тауы тип тә йөрөткәндәр. Урал йылғаһы ярындағы Әтәс тауы башҡорт менән ҡаҙаҡтың бәхәс һәм атыш тауы булған тип һөйләйҙәр. Нимәгә бәхәсләшкәндәрҙер, билдәһеҙ, әммә, урыҫ килеп, алтын-көмөшкә, баҡыр-мәғдәнгә бай тауҙы баҫып та ала һәм, шуның өҫтөнә тигәндәй, Рәсәйҙә тиңе булмаған Магнитогорск металлургия комбинаты төҙөй. Шунан башланып китә тау ҡаҙыу, алтын сығарыу, мәғдән табыу эштәре. Совет власы урынлашҡас, Магнитогорск ҡеүәтле индустрия үҙәгенә әйләнә. Бында ҡорал ҡоялар, танк эшләйҙәр. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙгә иң күп снарядты тап Магнитогорск комбинаты етештерә.
400 меңгә яҡын халҡы булған ҡаланың 14 меңдән ашыуы — башҡорт. 1991 йылда бында башҡорт телевидениеһы эш башлай, хатта үҙ телебеҙҙә гәзиттәр ҙә сыға. Ошо уҡ йылдың 1 сентябрендә ҡаланың 54-се мәктәбендә беренсе башҡорт класы асыла. Артабан башҡорт кластарының һаны өсәүгә тиклем барып етә. Бөгөн шул йылдарҙа яуланғандарҙан ни бары айына ике тапҡыр сыҡҡан башҡорт телендәге тапшырыу ғына ҡалған. Яуланған уңыштарҙың юҡҡа сығыуына нимә сәбәпле булған һуң? Ни өсөн көньяҡ-көнсығыш райондарының күпселек халҡы йәшәгән һәм ошо райондарҙың йәштәре белем алған Магнитогорск милли рухтан, милли аңдан, тарихи хәтерҙән, башҡорт теленән мәхрүм?
Тарҡаулыҡ бәкәлгә һуғаҺүҙ юҡ, ҡалала милләтем, халҡым, илем тип яныусылар байтаҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Магнитогорск бүлексәһе, Милли китапхана етәкселеге, Халыҡтар дуҫлығы йорто уңышлы эшләй. Уларҙың һәр береһендә халҡым тип янып-көйгән милләттәштәребеҙ хеҙмәт итә. Улар менән таныштырыуҙы Магнитогорскиҙа башҡортса телетапшырыуҙар әҙерләп, уны халыҡҡа сығарыуҙа бар көсөн һалған тынғыһыҙ журналист Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы Хафизованан башлаһам, дөрөҫ булыр кеүек. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап, “Йәшлек” гәзитендә эшләп йөрөгән өмөтлө йәш ҡыҙҙы, ҡалала башҡорт телевидениеһы асылғас, эшкә ебәрәләр. Бирешмәй Гөлдәр: ҡала башҡорттары өсөн милли рухлы тапшырыуҙар сығара, радио өсөн яңылыҡтар өлгөртә, Силәбе өлкәһенең башҡорттар күп йәшәгән райондары буйлап Башҡортостан телевидениеһы өсөн махсус тапшырыуҙар әҙерләй. Күрше Әбйәлил районын да урап үтмәй, әленән-әле уның эшсән халҡы, уңған һәм тырыш хеҙмәт алдынғылары, йыр-моң һөйөүселәре хаҡында тапшырыуҙар “зәңгәр экран”дарға сыға. Бөгөнгө тынғыһыҙ тележурналист Гөлдәр Хафизованың мөләйем тауышын тамашасылар көтөп ала.
Ул йылдарҙа ҡалала төрлө милләт вәкилдәрен бергә туплаған Магнитогорск милләттәр мәҙәниәте үҙәге эшләй. Бында йәһүд, татар, урыҫ, грузин һәм башҡа милләт вәкилдәре йыйыла, ҡала күләмендә үткәрелгән төрлө сараларҙа үҙ халҡының сәнғәтен, мәҙәниәтен пропагандалай, байрамдарҙа ҡатнаша. Башҡорт бүлеген оҙаҡ йылдар сығышы менән Әбйәлил районының Ҡушый ауылынан булған Мәфрүзә Хөсәйенова етәкләй. Әйткәндәй, тормош иптәше Хәмит Зәкир улы менән баһадирҙай өс ул үҫтерәләр һәм уларға бик матур башҡорт исемдәре ҡушҡандар: Мәргән, Батыр һәм Хаммат. Бала саҡтан ҡала мөхитендә, урыҫ телендәге балалар баҡсаһына, мәктәпкә йөрөүҙәренә ҡарамаҫтан, барыһы ла башҡортса матур һөйләшә, атай йортонда тик туған телендә аралаша. Йыраҡтан эҙләп тормаған Мәфрүзә Милләт ҡыҙы, тотҡан да үҙ ғаилә өлгөһөндә балаларын башҡорт рухында тәрбиәләгән. Хатта килендәре лә – башҡорт ҡыҙҙары, тимәк, быуындар бәйләнеше дауам итәсәк, ейән-ейәнсәрҙәре лә милли рухта үҫәсәк, тип тулы ышаныс менән әйтә алабыҙ.
Тарҡаулыҡ бәкәлгә һуға— Сит өлкәлә үҙеңде башҡорт итеп күрһәтеү еңелдән түгел, — ти бында йәшәүселәр. Уларҙың һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар, сөнки ҡала буйлап, хатта йорт адрестары буйынса, башҡорт балаларын эҙләп йөрөгән ваҡыттары ла була. Шулай ҙа сит өлкәлә йәшәүселәр беҙгә ҡарағанда күпкә дәртлерәк тә, рухлыраҡ та. Мәҫәлән, Вәсилә Батталова оҙаҡ йылдар инде “Ҡарлуғас” фольклор һәм “Толпар” ансамбленә етәкселек итә. Улар халҡыбыҙҙың төрлө йолаларын күрһәтә, ҡала һабантуйын үткәреүҙә ҙур булышлыҡ күрһәтә. Вәсилә Ишбулат ҡыҙы менән Лилиә Бикҡолова уҡыу йорттары буйлап йәштәрҙе йыйып, Халыҡтар дуҫлығы йортона саҡыра, уларҙы осраштыра, төрлө кисәләр үткәрә. Шуныһы ҡыуаныслы: тап ошонда осрашҡан йәштәр араһында бер-береһен оҡшатып, аҙаҡтан ғаилә ҡороусылар бар. Шулай уҡ “Йәшлек” халыҡ бейеү ансамбле (етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сания Ғайсина), ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе – Ласын Мәғәфүров, Асҡарҙан йөрөп эшләй), “Миләш” вокаль ансамблдәре (Рәшиҙә Мортазина) тиҫтә йылдан ашыу уңышлы эшләп килә. Бигерәк тә Магнитогорск техник университеты студенты, Учалы егете Таһир Саҙрыев хаҡында һөйләге килә. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Таһир үҙе эҙләп таба башҡорттар йыйылған урынды. Бала саҡтан сәнғәткә ғашиҡ егет сәхнәләрҙә бар тамашасыны һоҡландырып бейеп кенә ҡалмай, ә үҙе лә коллектив өсөн төрлө бейеүҙәр һала. Бына бит арабыҙҙа шундай рухлы егеттәребеҙ бар, тик уларға ярҙам, яҡлау, аңлау ғына кәрәк.
Матур башланғыстың тағы ла бер биҙәге булып 1992 йылда башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы асыла. Тәүге көндәрҙән бында Сания Дәүләтшина Магнитогорск башҡорттарына туған телдә донъя күргән милли матбуғатты һәм Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан китаптарҙы таратыуҙа әүҙем эш алып бара. Китап уҡыу урыны ғына булмай китапхана, ә халҡыбыҙ өсөн аралашыу, осрашыу, фекерҙәштәр табыу үҙәгенә лә әйләнә. Артабан был теҙген Нәсимә Туҡбаева ҡулына тапшырыла. Тап уның тырышлығы менән Башҡортостандан, күрше Әбйәлил, Учалы районынан яҙыусылар менән осрашыуҙар, ижад кисәләре даими үткәрелә. Китапхана янында әҙәби түңәрәк ойошторолоп, унда ҡәләм тирбәтеүселәр шөғөлләнә. Шулай уҡ Силәбе ҡалаһының башҡорттар ҡоролтайы, “Аҡмулла” мәҙәни клубы менән дә хеҙмәттәшлек итәләр. Гөлсөм Хисмәтова, Файза Мәғәсүмова, Рәшиҙә Мансуроваларҙың китаптары донъя күргән. Күптән түгел һуңғы шағирәнең Учалы яҙыусылар ойошмаһы фатихаһы менән сыҡҡан “Моңом ҡайтһын ауылға” китабының исем туйы үткән.
— Ул йылдарҙа эшләргә шарттар булмаһа ла, үҙебеҙҙең көс менән халҡыбыҙҙың һәр байрамын үткәрә инек. Ҡурай, бейеү, вокал түңәрәктәре әүҙем эшләне, башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр күп булды. Бөгөн уңайлы шарттар бар, әммә теләүселәр аҙ. Был хәл нимәнән барлыҡҡа килә? Битарафлыҡмы, әллә әкренләп маңҡортҡа әйләнә барыуыбыҙҙың бер миҫалымы? — тип борсола Мәфрүзә Хөсәйенова. – Әлбиттә, телгә һөйөү, милләтеңә ғорурлыҡ тойғоһо ғаиләлә һалына. Бәләкәйҙән әсә теленең матурлығын тойоп, үҙ телендә иркен аралашып үҫмәгән бала киләсәктә кем булыр? Ҡайһы бер ата-әсә башҡорт була тороп, балаларына вата-емерә урыҫса һүҙ ҡушып маташа. Хатта ауылдарында ла өләсәй-олатайҙары ейәндәре менән үҙ телендә аралашмай, улар ыңғайына урыҫса һөйләшергә мәжбүр. Бала урыҫса барыбер өйрәнәсәк, әммә әсә телен белмәүе өсөн ҡасандыр ата-әсәһен ғәйепләүе лә ихтимал.
Әйткәндәй, яҙғандарыма ҡеүәт өҫтәп, ҡалала биш йылға яҡын эшләп килгән “Салауат” башҡорт йәштәре йәмғиәте ойошмаһы ағзаларының фекерҙәренә ҡолаҡ һалыу ҙа етә. Ҡала мөхитендә үҫкән, ата-әсәләре башҡорт булған йәштәр бергә тупланып, халҡыбыҙҙың тамырҙарын барлай, тарихын өйрәнә, эскеһеҙ башҡорт дискотекалары үткәрә. Өфө, Сибай артистарын саҡырып, төрлө кисәләр, осрашыуҙар ойоштора. Тәүге етәкселәре Динис Бәширов юғары уҡыу йортон тамамлап, эшкә урынлашыу сәбәпле, бөгөн “Салауат”тың яңы етәксеһе итеп Айнур Тайсин тәғәйенләнгән. Уның әйтеүенсә, бөгөн ҡала башҡорттары йәштәренең милли рухтары түбәнерәк. Улар ата-бабаларының тарихын белмәй, телде аңламай.
— Ойошмаға килгәнсе, мин ҡәҙимге ҡала балаһы булып үҫтем. Телевизор, компьютер, Интернет тормош мәғәнәһе ине, — ти Айнур. – Атай-әсәйем — башҡорттар, әммә мин туған телемде белмәйем, шуныһы аяныс. Әгәр милли тойғо, милли аң ғаиләлә һалынмай икән, уны урамда тәрбиәләп булмай. Тамырҙарымда башҡорт ҡаны тибә икән, тимәк, мин башҡортмон. Шуға күрә әле башҡортса өйрәнә башланым, аңлайым, әммә әлегә һөйләшеүе ҡыйыныраҡ, — тип һүҙен тамамланы Айнур Тайсин.
Шуныһы ҡыуаныслы: бар бит шундай рухлы егеттәребеҙ. Магниторскиҙағы “Салауат” башҡорт йәштәре йәмғиәте ойошмаһы ағзалары сәләмәт тормошто пропагандалаған төрлө спорт сараларын да даими үткәрә. Мәҫәлән, элек улар ҡала йәштәре менән генә волейбол ярыштары ойошторған булһа, бөгөн бындай спорт бәйгеләрендә Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы, Учалы, Сибай ҡалаларынан һәм Әбйәлил районы йәштәре лә ихлас ҡатнаша.
Уйлап ҡараһаң, сит өлкәлә йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырылған. Тик йолаларҙы дауам итерлек, яңынан-яңы башланғыстар менән тулыландырып торорға ғына кәрәк. Әммә, сабыш майҙанына сыҡҡан ат кеүек, бер-беребеҙ менән уҙышабыҙ, ниңәлер, бергә, ҡулға-ҡул тотоноп эшләргә теләмәйбеҙ. Крылов мәҫәлендәге кеүек торна – һауаға, балыҡ һыуға тарта. Бынан бер йылдан ашыу элек Магнитогорск ҡала хакимиәтендә ҡаланың яңы төҙөлгән урамдарына башҡорт зыялыларының исемен ҡушыу тураһында һүҙ була. Хакимиәт яғынан ҡаршылыҡ юҡ, әммә ошоға тиклем хат әҙерләнмәгән. Мәҡәләне яҙған саҡта ҡала башҡорттары һәм йәштәр ойошмаһы яғынан хат әҙерләнеүе хаҡында һүҙ булды. Тик ни өсөндөр һәр береһе айырым эш итергә булғандыр, аңлашылмай. Бергәләп яҙып, ҡултамғалар йыйғанда, эш күпкә еңелерәк тә һәм мәсьәлә лә тиҙерәк хәл ителер ине. Һаман булһа, шул тарҡаулыҡ бәкәлгә һуға. Күмәкләгән – яу ҡайтарған тигәндәй, берҙәм булғанда ғына эш тә алға бара, хыялдар ҙа тормошҡа аша.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Рияз Мәсәлим
    Рияз Мәсәлим от 05.06.2014, 04:58
    Ҡайһылай оҫта һәм матур репортаж! Афарин, Кәримә һылыу! Ырымбур, Пермь, Силәбе, Һамар башҡорттары хаҡында шулай йыш яҙып тороу кәрәк. Улар беҙҙең бер туғандар бит, бер ҡан милләттәштәр. Әлбиттә, беҙ әле үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа тырым-тырағайбыҙ, берҙәмлек, туғанлыҡ, ҡулға ҡул тотоношоп эшләү көсө етешмәй.
    Бына шулай яҙып торһаҡ, халыҡ уҡыһа, милләтебеҙҙең берләшеүе хыял ғына булып ҡалмаҫтыр. Мин быға ныҡ ышанам. Оло рәхмәт, талантлы гүзәл Кәримә Усмановаға.






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 220

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 174

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 385

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 1550

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 1297

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 297

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 788

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 919