Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Татыулыҡтың сере ниҙә?

Бергә балыҡҡа йөрөүҙә!

Балыҡсы ла – ижад кешеһе. Быға мин көндән-көн нығыраҡ инанам. Һыу буйына табыш артынан ғына килмәй бит әҙәм балаһы. Ул һоҡлана, уйлана, йәшәү асылы хаҡында фекер йөрөтә, хыял ҡора, яңы һәләттәрен аса, рухлана… Кемдер боҙ буйындағы балыҡсыны үҙ-үҙен тәләфләп, һалҡын тейҙереп ултыра тип уйлай икән, төптө яңылыша.

Заманында Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлап, әле республикала яуаплы вазифаларҙың береһен башҡарған, дәүләт хеҙмәтендә уңыштарға өлгәшкән Олег ЙОСОПОВ та тәбиғәттән ситтә йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәй.

– Балыҡсы ҡомары ҡасан барлыҡҡа килде һеҙҙә, Олег Рафаэль улы?

– Атайым оҫта балыҡсы бит. Бәләкәй саҡтан, өс йәшемдән үк, мине үҙе менән алып йөрөй башланы. Шулай бала саҡтан тәбиғәт ҡосағында үҫтем. Өфөлә лә ошо йәшәү рәүешемә тоғро ҡалдым. Тәбиғәткә сығыу, балыҡ тотоу, ғөмүмән, ял итеү үҙемә лә, яҡындарыма ла көс өҫтәй, яңынан тыуғандай булып ҡайтып инәбеҙ.

– Атайығыҙ ниндәй балыҡтар тота ине?

– Тотоу ғына түгел, ул, балыҡсылар ярышында даими ҡатнашып, йыш ҡына беренсе урынды яулай торғайны. Алдан бер-ике көн ныҡлы әҙерләнер ине, шуға ла уңышҡа өлгәшкәндер инде.

Ә тотҡан балыҡтарына килгәндә, аҡ тәңкәлеләр, суртан, алабуға... Ғөмүмән, беҙҙең өсөн төп маҡсат – балыҡты күпләп тотоу түгел, ә күңел ҡәнәғәтлеге алыу.

– Үҙегеҙ ҡайһы миҙгелдә йөрөргә яратаһығыҙ?

– Ваҡыт ҡына булһын – йәй ҙә, ҡыш та. Балыҡ тотоу урынын һайлағанда һиҙемләүем көслө. Шулай ҙа барыбер ҡышҡыһын ҡармаҡларға нығыраҡ яратам. Был миҙгелдә шөғөлдөң үҙ йәме, ҡыҙыҡтары. Барғас та биш-алты мәке уйып, емләйһең дә ҡармағыңды һалаһың. Ҡайһы берендә шунда уҡ эләгә, юҡ икән, икенсеһенә күсәһең. Сабаҡ, алабуға, ҡорман, күстерә тиҙ ҡабыусан. Сатыр ҙа ҡороп ҡуйһаң, йылы ла, ел дә һуҡмай. Ҡышҡы йылтырмаға (шарманка) тотоу ҙа күңелле, табыштың ҙурын эләктерге килә бит инде барыбер.

– Ҡайһы бер балыҡсылар ҡыш буйы бер генә урынға йөрөй. Яҡшымы был, насармы – әйтеүе ауыр. Һеҙ нисек: йылғаға өҫтөнлөк бирәһегеҙме, әллә күлгәме?

– Икеһе лә яҡын. Йылғаларҙан – Ағиҙелгә, Ҡырмыҫҡалы, Архангел райондарындағы күлдәргә көҙҙән алып боҙ киткәнсә йөрөргә яратам.
Бер хәлде һөйләйем әле. Өфөләге Һалдат күлен таҙартырға булдылар. Мин дә, ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, ҡарарға барҙым. Ләмде алған һайын табандар ҙа сыға... Ярым йоҡоло балыҡтарҙы өйгә алып ҡайтып ваннаға ебәргәйнем, терелде лә киттеләр. Баҡһаң, ләмгә күмелеп йоҡоға талған булғандар икән.

– Олег Рафаэль улы, ярыштарҙа ҡатнашҡанығыҙ бармы? Уңыш йылмайғаны булдымы?

– Заманында бихисап ярышта ҡатнаштым. Һуңғы йылдарҙа ғына һирәгерәк. Күбеһенсә тәүге урын алдым, кубок яулағаным да булды. Ярыш ул ярыш инде. Тотҡан эреле-ваҡлы бөтә балығың иҫәптә, азатлыҡ әҙерәк. Ярыштар күберәк Өфөгә яҡын йылға-күлдәрҙә ойошторола. Был йәһәттән айырыуса Кушнаренко районы отошло: балыҡҡа бай йылғалары ла, күлдәре лә күп.

– Йыш йөрөгәс, мажараларға ла тарып тораһығыҙҙыр моғайын. Әйтәйек, ҡайһы берәүҙәрҙе ҡатын­дары ебәрмәй...

– Юҡ, ундай күренеш тормошома хас түгел. Ҡатындан уңдым мин: ул балыҡҡа бергә йөрөй. Улдарым да был шөғөлдө, ғөмүмән, тәбиғәтте ярата.
Бер мәл ҡатыным менән Саҡмағош районына килдек. Боҙ үтә күренеп тора, эй матур! Мәкеләр уйып, ҡармаҡта­рыбыҙҙы емләп һалдыҡ. Минең янда тағы ике балыҡсы ултыра, береһенең алдында ярайһы ҙур һаҙан ята. Бер заман ҡармағымдың осо әҙерәк бөгөлә бирә лә туҡтай башланы, беҙҙеңсә, йәнәһе, төртә инде. Тартам – сыҡмай. Ниһайәт, ниҙер эләкте. Яйлап ҡына сығарһам, өс килолыҡ һаҙан! Унан тағы ла бер нисәүҙе тоттом. Аптырайым: бәләкәй генә ырғаҡҡа шундай балыҡ эләктер әле!

Көн кискә ауышҡас, тағы ла ниндәйҙер ҙур табыш ҡапты, әммә уның ирендәре генә эләгеп сыҡты, үҙе ете-һигеҙ килограмм самаһы булғандыр. Өйгә ҡайтҡас, тотолған балыҡтарҙы ваннаға ебәреп, нисек ҡапҡандарын тикшерҙем. Һыу аҫтында тын алғанда, ҡармаҡ ауыҙҙарының эсенә инә, һулышты сығарғанда – ҡармаҡ та кире сыға. Шуның өсөн дә йотҡан мәлендә генә тартырға кәрәк.

– Балыҡты ҡыҙҙыраһығыҙмы, әллә һурпа әҙерләйһегеҙме?

– Кем нисек ярата бит. Кәңәш­ләшәбеҙ ҙә һурпаһын да бешерәбеҙ, ҡыҙҙырып та ашайбыҙ, бәлешен дә әҙерләйбеҙ.

– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Тормошоғоҙҙа уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521