Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сыр иленә әйләнербеҙме?
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов 2030 йылға Башҡортостандың Рәсәйҙә сыр етештереү буйынса төп төбәккә әүереләсәге хаҡында белдерҙе.

Сыр электән донъяла иң туҡлыҡлы, файҙалы ризыҡтарҙан һанала. Үкенескә ҡаршы, Рәсәйҙә уны күпләп етештереүгә иғтибар бирелмәне. Санкциялар иғлан ителгәнгә ҡәҙәр сауҙа кәштәләрен башлыса сит илдәрҙән килтерелгән продукция менән тултырҙыҡ. Хәҙер хәл үҙгәрә. Мәҫәлән, былтыр илгә ни бары 190 мең тонна сыр индерелеп, был ике проценттан кәмерәкте тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙә етештерелгәне 72 процентҡа еткән. Тарихта булмаған хәл. Шулай ҙа мәғлүмәттәргә күҙ һалһаң, халыҡтың был аҙыҡты аҙыраҡ ала башлағаны күренә.

Белгестәр һөтсөлөк тармағы күп сығым талап итһә лә, уның өсөн тотонолған сеймалдан етештерелгән аҙыҡтың хаҡы бер нисә тапҡырға ҡыйбат булыуын билдәләй. Һөҙөмтәлә был шөғөл ҙур табыш килтерә. Мәҫәлән, Италияла йылына өс миллиард долларлыҡ 10,6 миллион тонна һөт һауыла. Әлбиттә, аҡты былай ғына һатмайҙар, ул эшкәртелеүгә китә. Ахырҙа баяғы өс миллиард доллар 21 миллиард доллар тәшкил иткән аҙыҡҡа әүерелә. Ә Францияла иһә ете миллиард доллар күләмендә алынған һөт 38 миллиард долларға торошло тауарға әүерелә.

Әммә Рәсәйҙә әлегә хәл башҡасараҡ. Төп проблема – беҙҙә һөт башлыса эсеүгә тотонола, ә эшкәртеү өсөн ул етешмәй. Сәбәбе билдәле: уҙған быуаттың 90-сы йылдарында РСФСР-ҙа малсылыҡ тармағы етештереүе хатта һуғыш йылдарында булмағанса кәмене. 1990 йылда РСФСР-ҙа 20,6 миллион баш һыйыр булған. Был – донъя рекорды. Бөгөн иһә мал һаны туғыҙ миллион башҡа ла етмәй.

Әлбиттә, баҙарҙа үтемле булһын һәм табыш килтерһен өсөн аҙыҡтың сифаты ла мөһим. Был йәһәттән белгестәр предприятиеның заман шарттарына яраҡлаштырылып төҙөлөүен етди шарт тип билдәләй. Ҡорамалдар яҡшы булған һайын һөт менән тәьмин итеүселәр ҙә ышаныслыраҡ, сырҙың сифаты ла яҡшы. Дөрөҫ, әлегә ундай заводтар әллә ни күп түгел. “Бөгөн Рәсәйҙәге дүрт-биш предприятие ғына сифатлы сыр менән даими һыйлай ала. Заводтарҙы тиҙ арала бөгөнгө заманға яраҡлаштырып көйләмәгәндә, эш кисәге кимәлдә ҡаласаҡ. Ни генә тимә, халыҡ сит илдән килтерелгән аҙыҡты һайларға тырыша”, – ти Һөтсөлөк берләшмәһе вәкилдәре.

Шул уҡ ваҡытта киләсәккә күҙаллауҙар насар түгел. Илдә һөтсөлөк тармағы үҫешә һәм 2020 йылдан да һуңға ҡалмай аяҡҡа баҫасаҡ. Әле Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә тиҫтә самаһы бик ҙур заманса һөт предприятиеһы төҙөлә. Уларҙың һәр береһенә биштән алып 25 миллиард һумға тиклем инвестиция йүнәлтелә. Һөҙөмтәлә бер нисә йылдан Рәсәйҙә биштән дә кәм булмаған эре һөт эшкәртеү хужалығы ҡалҡып сығасаҡ. Улар Европала иң ҙурҙары буласаҡ. Иң мөһиме – ул яҡшы йыһазландырыласаҡ. Сифатты даими күҙәтеүгә лә етди иғтибар биреләсәк. Эксперттар: “Хөкүмәт Европа тәжрибәһен ҡулланырға хәл итте. Ике йылдан Рәсәйҙә, Евросоюздағы кеүек, бойондороҡһоҙ дәүләт лабораториялары барлыҡҡа киләсәк. Заводтар һәр 10 көн һайын һөттө, сырҙы, эремсекте, ҡаймаҡты, йогуртты эксперти­заға тапшырырға бурыслы буласаҡ. Был – сифатты яҡшыртыу өсөн үтә етди стимул”, – ти. Ул сағында һөттөң сифат күрһәткесе кинәт артыр, ә Рәсәй сыры тәмле һәм арзан булыр тип көтөлә.

Һуңғы йылдарҙа республикала был аҙыҡҡа иғтибар артты. Әйткәндәй, Бәләбәйҙә етештерелгән сыр “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” исемлегенә индерелде. Ойошма – Рәсәйҙә ҡаты сыр етештереү буйынса иң эре предприя­тиеларҙың береһе. Бында әҙерләнгән продукция илдең 60-тан ашыу ҡалаһында һатыла.

Башҡортостан дәүләт аграр университетында алып барылған курстар ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирә. Бында файҙалы аҙыҡты әҙерләү серҙәренә өйрәнгән уңғандар бөгөн үҙҙәре уны етештерә. Йыл һайын үткәрелгән “Рәсәйҙең иң яҡшы сыры” конкурсының жюри рәйесе Александр Крупецков бер сығышында: “Бөгөн һәр йүнәлештә Башҡортостандың үҙенсәлекле ризыҡ төрө барлыҡҡа килде. Ассортимент киңәйҙе, күптән онотолған кәзә сыры ла хасил булды. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда ыҫланған, тоҙло, төрлө тәмләткестәр ҡушылған сыр етештереүҙең перспективалы йүнәлеш алыуы мөмкин. Республикаға ошо юҫыҡта юғары кимәлдәге эксперттар саҡырыу отошло. Улар урындағы үҙенсәлекте аңлап, фәнни яҡтан өйрәнеп, эшлекле кәңәштәрен бирә. Юғиһә интернеттан өйрәнеп кенә был шөғөлгә тотонғандар ҙа бар бит. Ә былай ярамай. Бөгөнгө заманда көнәркәшлеккә ярашлы сифатлы аҙыҡ әҙерләү өсөн бындағы тәбиғәт шарттарын, һыйырҙың ниндәй үлән менән туҡланыуын белеү мөһим. Һөттөң сифаты ла ҙур әһәмиәткә эйә. Былар барыһы ла бер-береһенә бәйле. Күберәк йомшаҡ сырҙар етештерергә кәрәк, сөнки уны Өфөлә табыу еңел түгел”, – тине.

Эйе, республикала сыр етештереүгә тотонғандар бихисап. Уңғандарҙы дәртлән­дереү саралары ла күрелә. Мәҫәлән, быйыл “Һөт иле-2018” республика фестивалендә тәүге тапҡыр сыр әҙерләү буйынса конкурс үткәрелде, еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Илшат Фәзрахманов республикала һәр ваҡыт һөт етештереү, эшкәртеү һәм ҡулланыу тигеҙлеге һаҡланыуын билдәләй.

– Бөгөн аҙыҡтың артыҡ етештерелеүе күҙәтелә, беҙгә уны ситкә сығарырға кәрәк, – тине ул. – Үкенескә ҡаршы, әлегә артыҡ һөт әллә ни күп түгел. Беҙҙә 14 мең тонна сыр әҙерләнә, әле Бәләбәй һөт комбинаты 12 мең тонна сыр етештерә алырҙай йәнә бер объект төҙөй. Ошо предприятие артабан тағы киңәйәсәк, өҫтәмә заводтар барлыҡҡа киләсәк. 2030 йылға Башҡортостан сырҙың баш ҡалаһы буласаҡ, тип иғлан иттек һәм ошо юҫыҡта эҙмә-эҙлекле эш алып барабыҙ.

Әйткәндәй, “Союзмолоко” һөт етеште­реүселәр милли берләшмәһе идараһы рәйесе Андрей Даниленко республикала йыш була. Ул беҙҙең һөтсөлөк тармағына инвестициялар йүнәлтеү мөмкинлеген юғары кимәлдә тип баһалай.

– Мәскәү ҡунағы менән тотош Башҡорт­останды йөрөп сыҡтыҡ, һәр хужалыҡтың мөмкинлеген өйрәндек, – тине Илшат Илдус улы. – Бөгөн республикала меңдән ашыу ауыл хужалығы предприятиеһы һәм крәҫтиән (фермер) хужалығы һөт етештерә. Һөтсөлөк сәнәғәте артабан да үҫә барасаҡ.

Әйткәндәй, күптән түгел Башҡортостанда “Һөтсөлөк тармағы үҫеше” дәүләт программаһы раҫланды. Уға ярашлы, 2020 йылға 900 мең тонна һөт етештереү көтөлә, ә 2030 йылға был һан 1,5 миллион тоннаға етергә тейеш. Әлбиттә, план ҙур, әммә программаның һәр пунктын эҙмә-эҙлекле үтәй барғанда, был бойомға ашмаҫлыҡ түгел.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 387

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 364

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503