Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Миллионлаған тонна һөт етештерҙек”
Уҙған быуат ваҡиғаларының шаһиты бөгөн дә республикалағы хәлде күҙәтеп бара.

Республиканың ауыл хужалығын үҫтереүгә тос өлөш индергән Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны Виктор Севастьянович Лошак 95 йәшен билдәләне.

Ул 1962 – 1963 йылдарҙа БАССР Халыҡ хужалығы советының Аҙыҡ-түлек сәнәғәте идаралығын етәкләй, 1963 – 1988 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Һөт сәнәғәте идаралығы начальнигы булып эшләй.

Виктор Севастьянович Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн I, II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Байраҡ, “Почет Билдәһе” ордендары һәм дүрт тапҡыр БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнә, “Башҡортостандың атҡаҙанған аҙыҡ-түлек тармағы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

Юбилейы алдынан беҙ ветеран менән осрашып һөйләштек.

— Виктор Севастьянович, һеҙ Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үҙ теләгегеҙ менән яуға киткәнһегеҙ. Әлбиттә, был хаҡта һеҙҙең быуын әллә ни һөйләргә яратмай...
— Һуғыш башланғанда беҙгә бары 17 йәш ине. Класыбыҙҙан һигеҙ кеше, йәшен өҫтәп яҙҙырып, 1941 йылдың 30 июнендә үҙ теләгебеҙ менән Стәрле­тамаҡ район хәрби комиссариатынан яуға киттек. Алтауыбыҙ бер урынға эләк­тек. Ул саҡта илһөйәрлек тойғоһо бик көслө ине. Тыуған илде һаҡларға кәрәк бит. Тәүҙә артиллерия хәрби учи­ли­щеһында әҙерлек үттек, ә 1941 йыл­дың октябрь аҙағында беҙҙе, 1923 йылда тыуғандарҙы, бер батальон итеп туплап, Мәскәү эргәһенә оҙаттылар. Был саҡта немец илбаҫарҙарына баш ҡа­ла­быҙға етергә ни бары 200 саҡрым ҡалғайны.

Мәскәү өсөн ҡот осҡос, ҡурҡыныс, ҡан ҡойошло һуғыш булды. Илдең бар көстәре баш ҡаланы һаҡлауға ташланды. Мин 28-се айырым уҡсы бригада­һында артиллерия ҡоралын тоҫҡаусы булдым. 1943 йылда Ржев районында барған алыштарҙың береһендә ҡаты яраландым, һигеҙ ай гоститалдә дауаланғандан һуң октябрҙә ҡултыҡ таяғы менән тыуған ергә ҡайттым.
Ғаиләлә ете ағалы-ҡустылы булһаҡ, дүртебеҙ һуғышта ҡатнашты, атайым менән биш кеше. Ике бер туғаныбыҙ яу яланында ятып ҡалды.

— Ауыл хужалығы тармағына ниндәй юлдар алып килде?
— Мин үҙем Украинаның Киев өлкәһендәге Белая Церковь районы Титеево ауылында тыуғанмын. Дүрт йәш булғанда, 1927 йылда атай-әсәйем туғандарыбыҙҙың саҡырыуы буйынса Башҡортостанға күсеп килде. Ул заманда Украинала хәйерселек көслө була, халыҡ бик тығыҙ йәшәгәнгә, крәҫтиәндәргә эшкәртергә ер етмәй, ә бында уға ҡытлыҡ булмай. Атайымдың туғандары Стәрле­тамаҡ районында үҙҙәре эргәһендәге эшкәртелмәгән 20 гектар ерҙе һатып алып бирә. Шулай итеп, Украинанан күсеп килгән крәҫтиәндәр Башҡорт­останда Белая Церковь утарын булдырып, йәшәп китә. Унда 20 йорт бар ине, яҡташтарым яҡшы һәм етеш торҙо. Хатта шул саҡта уҡ ныҡ хәлле ике ғаилә Американың “Катерпиллер” компанияһы етештергән тракторҙарын һатып алды. Улар шул заманда 50-60 гектар ер эшкәртә ине.

Колхозлашыу осоронда ауылдағы 12 ғаиләнең мөлкәтен, малын, ерен тартып алып, Нуриман районына һөргөнгә ебәрҙеләр. Тартып алған милек 30-сы йылдарҙа “Әлшәй” совхозы мөлкәте булып китте.

Совхозда ун йыллыҡ мәктәп булды, беҙ иһә һигеҙенсе класты тамамлап ҡына өлгөрҙөк, һуғыш ишек шаҡыны. Ә инде фронттан яраланып ҡайтҡандан һуң ике ай үткәс, мине “Әлшәй” совхозының көньяҡ бүлексәһенә идара итеүҙе ышанып тапшырҙылар. Өс йылдан һуң Стәрлетамаҡ партия район комитеты тәҡдиме менән Стәрлетамаҡ спирт-араҡы заводы директоры урынбаҫары итеп ҡуйҙылар, дүрт йылдан һуң — директор. Был завод ҙур, заманына ҡарата яҡшы йыһазланды­рылған предприятие булды. Унда 600-ҙән ашыу кеше эшләне. Көнөнә 25 мең литр спирт етештереп, төрлө йүнәлештәргә оҙата инек.

— Белемегеҙҙе камиллаштырыу мәсьәләһен нисек хәл иттегеҙ?
— 1953 йылда беҙҙе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ике инвалидты, Башҡортостандан политбюро ҡарары менән Микоян исемендәге Мәскәү аҙыҡ-түлек институтына уҡырға ебәрҙеләр. Ул саҡта кадрҙар әҙерләүгә иғтибар ҙур булды. Мин ғаиләм менән күсеп барҙым, торлаҡ менән дә тәьмин иттеләр, директор вазифаһындағы эш хаҡы ла һаҡланды.

1957 йылда уҡыуҙы тамамлап ҡайтҡас, Цюрупа исемендәге совхоз комбинаты директоры итеп тәғәйен­ләнеләр. Хужалыҡ ҙур ине. Ҡырмыҫ­ҡалы һәм Булгаков заводтары картуф сеймалында эшләне, шуға ла был йәшелсәне Шишмә һәм Өфө райондары баҫыуҙарында бер мең гектарҙан ашыу майҙанға сәсә инек. Уңыш йылына 12-16 мең тоннаға етте. Уны эшкәртеүҙән ҡалған ҡалдыҡ һыйыр малы өсөн файҙалы аҙыҡ булараҡ ҡулланылды.

1959 йылда илдә “Совнархоз” төҙөл­дө. Барлыҡ сәнәғәт ошо ведомствоға тапшырылды. 1960 – 1963 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ хужалығы советының Аҙыҡ-түлек сәнәғәте идаралығы начальнигы булып эшләнем. Был ҙур яуап­лылыҡ талап иткән вазифа булды, сөнки республиканың аҙыҡ-түлек сәнәғәтенә идара итергә тура килде. 1963 йылда был тармаҡ үҙгәртелде һәм ил иҡтисады тармаҡ министрлыҡтары системаһына күсте. Мине Башҡортос­тандың Һөт сәнәғәте идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнеләр. 1988 йылға тиклем ошо тармаҡ өсөн яуаплы булдым, һуңынан хаҡлы ялға сыҡтым.

— Һеҙ 24 йыл буйы респуб­ликаның һөт етештереү сәнәғәте өсөн яуап биргәнһегеҙ. Ул саҡтар ниндәй булып хәтерегеҙҙә ҡалған?
— Ул заманда һөт етештереү шул тиклем ҙур күләмдә булды. Илдә беҙҙең республика был күрһәткес буйынса беренсе урында торҙо. Мәҫәлән, 1987 йылда республика хужалыҡтары 1 миллион 200 мең тонна һөт етештерҙе. Был тармаҡта меңәрләгән кеше эшләне. Табыштың 70 проценты республика халҡын тәьмин итеүгә йүнәлтелһә, ҡалған 30 проценты сит төбәктәргә оҙатылды. Ошо йүнәлештә республика етәкселеге бик күп эшләне, заманында СССР-ҙың Сәнәғәт министрлығы ла ҙур күләмдә ярҙам бүлде, беҙҙәге һөт етештереүсе предприятиелар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылды. Шуға ла республика хужалыҡтарында һөт етештереү кәмеүендә, һөт сифаты төшөүендә заводтар ғәйепле түгел, тип иҫәпләйем.

— Ә сәбәбе нимәлә тип уйлай­һығыҙ?
— Республикала идара итеү систе­маһы ҡаҡшаны, сәнәғәт һәм ауыл хужалыҡтары араһында берҙәмлек, бәйләнеш юҡ. Был һөт эшкәрткән төп предприятиеларҙың шәхси ҡулдарға күсеүенә һәм уларҙың хужаларының Мәскәү кеүек ҙур ҡалаларҙан етәкселек итеүенә лә бәйле.
Һуңғы ваҡытта республикала ауыл хужалығы яңы үҫеш кисерә. Ауыл хужа­лығы министры Илшат Фәзрахманов — ифрат эшсән, егәрле етәксе, тармаҡты яҡшы белә.
Республика көнөндә төбәккә яңы етәксе тәғәйенләүҙәренә лә ҡыуанам. Радий Хәбировты электән беләм, бер нисә тапҡыр осрашҡаныбыҙ ҙа булды. Яңыраҡ 95 йәшлек юбилейым уңайынан шылтыратып ҡотлауы ла уның хеҙмәт кешеһенә хөрмәт менән ҡарауын күрһәтә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 363

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503