Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рөстәм ХӘМИТОВ: “Беҙҙе дуҫлыҡ ептәре бәйләй”
Рөстәм ХӘМИТОВ: “Беҙҙе дуҫлыҡ ептәре бәйләй”Башҡортостан Республикаһы рәсми делегацияһының Ҡырымға эш сәфәре барышында төбәк етәкселәре Рөстәм Хәмитов менән Сергей Аксенов Белогорск районындағы ҡайһы бер социаль объекттарҙа булды.

Белогорскиҙа ике республика Башлыҡтары 1960 йылдарҙа һа­лынған район мәҙәниәт йортон ҡарап сыҡты. Күп йылдар дауамында бина бер тапҡыр ҙа төҙөкләндерелмәгән булған: ҡыйыҡтан һыу аҡҡан, йылылыҡ селтәре сафтан сыҡҡан, түңәрәктәр, ижади коллективтарҙың репетициялары үткәрелмәгән.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов мәҙәниәт йортона килгәндән һуң төҙөкләндереү эштәре башлан­ған, ҡыйыҡ, сәхнә порталы яңыр­тылған. Әле бында ижади коллективтар сығыш яһай. Мәҙәниәт йорто мөдире Оксана Торопенко әйтеүенсә, түңәрәктәрҙә һәм секцияларҙа 250-нән ашыу кеше шөғөлләнә. Шу­ларҙың 112-һе – бала, 54-е – йәштәр һәм 93-ө – өлкәндәр.
– Әле бында тормош һулышы тойола. Балалар шөғөлләнә башлаған. Был бик яҡшы, – тине Рөстәм Хәмитов.
Республика Башлығы мәҙәниәт йорто бинаһын тәртипкә килтереү өсөн башҡарылырға тейешле эштәр исемлеген тикшерҙе. Оксана Торопенко белдереүенсә, быйыл йылы­лыҡ селтәрҙәрен өлөшләтә алмаштырыу, сәхнәне һәм тамаша залын төҙөкләндереү күҙаллана. Ул район халҡы исеменән мәҙәниәт йортон ремонтлауҙа күрһәткән ярҙам өсөн республикабыҙға рәхмәт әйтте.
– Киләһе ғилми-ғәмәли конференцияны ошо залда үткәрербеҙ тип ышанам, – тине Рөстәм Хәмитов. Рөстәм ХӘМИТОВ: “Беҙҙе дуҫлыҡ ептәре бәйләй”
Богатое ауылында Рөстәм Хәми­тов һәм Сергей Аксенов уҙған быуаттың 50-се йылдарында төҙөл­гән урта мәктәптә булды. Ҡырым Рәсәйгә ҡушылғандан һуң, бинала Башҡортостандың ярҙамы менән ҡыйыҡ, тәҙрәләр ремонтлан­ған. Әле яңыртыу эштәре дауам итә. Яңы йыһаз, ҡорамалдар һатып алына. Республика башлыҡтары уҡыу кластарын ҡарап сыҡты, мәктәпте төҙөк­ләндереү эштәрен тикшерҙе.
Белем усағы эргәһендә балалар баҡсаһы урынлашҡан. Ул да күптән түгел генә авария хәлендә ине. Баш­ҡортостандың ярҙамы менән бында ла ҡыйыҡ төҙөкләндерелгән, Ҡырым ҡаҙнаһы иҫәбенә реконструкция үткәрелгән. Былтыр балалар баҡ­саһы файҙаланыуға тапшы­рылған.
Белогорскиҙа Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 460 йыллығына һәм Ҡырым ерҙәре­нең Рәсәйгә ҡушыла башлауының 245 йыллығына арналған “Рәсәйгә ант итеп” төбәк-ара фестивале үтте. Белогорск районы халҡы Башҡорт­остан Башлығы Рөстәм Хәмитовты һәм Ҡырым Башлығы Сергей Аксеновты ошо ваҡиғалар менән ҡотланы.
– Тап Белогорск районы менән Белогорск ҡалаһын шефлыҡҡа алыуыбыҙ йәһәтенән Башҡортостан отто. Ошо ике-өс йыл беҙ бергәләп бик яҡшы эшләнек, мәктәптәрҙе, дауаханаларҙы, балалар баҡсала­рын тәртипкә килтерҙек. Был эш мотлаҡ дауам итәсәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙе дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Һәм дуҫлығыбыҙ мотлаҡ нығыясаҡ. Берлектә тырышып эшләүебеҙгә, алға барыуыбыҙға, республикала­рыбыҙҙы һәм илебеҙҙе нығытыуы­быҙға шатбыҙ. Киләсәктә лә шулай буласаҡ.
– Башҡортостандан дуҫтарыбыҙ, даими патронаттан тыш, Белогорск районында мәктәптәрҙе, балалар баҡ­саларын яңырта. Бөгөн Башҡорт­остандан һоҡланғыс коллек­тив­тарҙы алып килеп, беҙҙең өсөн байрам ойошторҙолар, – тине Сергей Аксенов. – Ошондай дуҫтар, ышаныслы партнерҙар булғанда тормошта бер нәмә лә ҡурҡыныс түгеллеген беләһегеҙ. Илебеҙ – Рәсәй – төбәктәр араһындағы дуҫлыҡ менән көслө. Ауыр мәлдә ярҙам һорап мөрәжәғәт итерлек дуҫың булыу ысынлап та ҙур байлыҡ ул.
Фестиваль барышында төбәк етәкселәре Белогорск районы предприятиелары күргәҙмәһен ҡарап сыҡты, етештерелгән тауарҙар менән танышты. “Зеленогорск” агрофирмаһы продукцияһы уларҙа айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Ул – Ҡырымда классик технология буйынса ҡымыҙ етештереүсе берҙән-бер предприятие. Бынан тыш, фирма ҡуйы һөт, аҡ май, брынза, көнбағыш майы, икмәк, ит һәм колбаса ризыҡтары сығара. Хужалыҡта совет осоронан емеш-еләк консерваһы, ит-колбаса етештереүгә иҫәпләнгән цех һаҡланып ҡалған. Рөстәм Хәмитов ҡымыҙҙан ауыҙ итте, предприя­тиеның юғары ҡеүәтен билдәләне һәм Башҡортостан менән берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу юлдарын ҡарарға тәҡдим итте.
Күргәҙмәлә шулай уҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәт оҫталарының әйберҙәре, Ҡырым халыҡтарының күп төрлөлөгө сағылған милли-мәҙәни экспозициялар тәҡдим ителде. Унда Башҡортостан Республи­каһының тарихына һәм мәҙәниәтенә айырым иғтибар бирелгәйне. Башҡортостан менән Ҡырым сәнғәт оҫталарының “Беҙ бергә” тип аталған концерты фестивалдең сағыу ваҡиғаһы булды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521